Байлығы бында, сығанағы ҡайҙа?02.05.2017
Күптән түгел Мәскәүҙең Басман судында федераль әһәмиәттәге объекттар төҙөү менән шөғөлләнгән “Атэкс” дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе Андрей Каминовтың эшен ҡарай башланылар. Тәфтишсе белдереүенсә, ул 225 миллион һумды урлауҙа ғәйепләнә.
Был етәксенең эш хаҡы айына 240 мең һум булған, ә Мәскәү янындағы ул йәшәгән особняк 70 миллион һум тора. “Ошо хәл үҙе үк уның эш хаҡына ғына йәшәмәгәнен раҫлай”, – ти тәфтишсе. Каминовты һәм уның биш әшнәһен ҡаҙна иҫәбенә һалынған мөһим объекттар төҙөлөшөндә аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләйҙәр. Федераль именлек хеҙмәте белдереүенсә, ул ҡулға алыныр алдынан ҡайһы бер ҡиммәтле әйберҙәрен һәм байтаҡ күләмдә долларын йәшерергә маташҡан.
Тимәк, ҡайһы берәүҙәрҙең, Рәсәйҙә, имештер, коррупцияға ҡаршы көрәш бармай, тип раҫлауы ысынға тура килмәй. Ил Президенты Владимир Путиндың күптән түгелге бер сығышында әйтелгәнсә, был көрәштең нисек барыуы һәр саҡ йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгенә еткерелеп тора һәм артабан да шулай буласаҡ. “Рәсәй закондарынан тайпылған һәр кем ошо закон буйынса яуап тоторға тейеш”, – тине дәүләт етәксеһе.