Ауыл эш хаҡын “кәметә”02.05.2017
Хеҙмәт хаҡы – ул иҡтисади ғына түгел, сәйәси күрһәткес тә. “Беҙ әле республиканы үҫтереүҙең 2030 йылға тиклемге стратегияһы өҫтөндә эшләйбеҙ, һәм был документтағы төп күрһәткестәрҙең береһе – эш хаҡы”, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Уның әйтеүенсә, беҙҙең төбәктәге уртаса эш хаҡы һәр саҡ Рәсәй буйынса алғандан түбәнерәк килгән, бының төп сәбәбе – ауыл халҡы өлөшөнөң ҙур булыуы. Әле республика халҡының 40 проценты – ауыл кешеләре. Шуға ла, “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл ғинуарҙа ил буйынса уртаса номиналь эш хаҡы 35 369 һум булһа, Башҡортостанда ул 26 760 һум ғына тәшкил итте.
– Ә ауыл хәҙер байтаҡ дәрәжәлә финанс­ланып еткерелмәй һәм ауыл кешеләренең эш хаҡы ла бик түбән, республика буйынса уртаса күрһәткестең бәләкәй булыуы ла шуның менән аңлатыла, – тине республика етәксеһе күптән түгел телевидение аша халыҡ менән тура бәйләнештә һорауҙарға яуап биргәндә. Аграр өлкәлә эш хаҡын күтәреү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора, ләкин аҙыҡ-түлеккә хаҡтар тигеҙһеҙлеге был маҡсатҡа өлгәшеүҙе ҡатмарлаштыра.
– Бер ҡараһаң, 26 мең һум насар күрһәткес түгел дә бит, әммә эшләгән халыҡтың 60 проценты айына 20 мең һумдан да аҙыраҡ ала, – тине Рөстәм Зәки улы. – Хеҙмәт хаҡы беҙҙә йылдан-йыл үҫә бара, ләкин килем юғары булған төньяҡ төбәктәр менән ярыша алмаясаҡбыҙ. Беҙҙең бурыс – күршеләрҙән ҡалышмау.
Әлбиттә, уртаса эш хаҡы – ул статистик күрһәткес. Өфө ҡала хакимиәтендә ике аҙна элек булып үткән кәңәшмәлә, мәҫәлән, баш ҡалала беренсе квартал йомғаҡтары буйынса, уртаса хеҙмәт хаҡы 36, 5 мең һум булды тип иғлан ителде. Аңлашылыуынса, был мәғлүмәт “HeadHunter” компанияһы биргән һандарға нигеҙләнгән. Ләкин эш табышып биреүҙә махсуслашҡан “trud.com” сайты, бөгөнгө вакансияларға таянып, Өфөлә уртаса эш хаҡының 16,5 мең һум булыуы тураһында хәбәр итте.


Вернуться назад