“Һауыт-һаба шалтыратмай” буламы?06.04.2012
Күпселек ғаиләләр татыулыҡта, берҙәм һәм яҡындарына өлгө булып йәшәй. Әлбиттә, уларҙың матур итеп донъя көтөүендә ғөрөф-ғәҙәтте һанлау, әҙәплелек, инсафлыҡ, тәрбиә һәм үҙ-ара ихтирам ҙур әһәмиәткә эйә. Ләкин тормошта һәр саҡ беҙ теләгәнсә генә килеп сыҡмай, халыҡ әйтмешләй, “һауыт-һаба шалтырамай” тормай.
Ғаиләлә тыныслыҡтың юғалыуына нимә сәбәпсе һуң? Йыш ҡына йәмһеҙ, күңелде ҡырған күренештәр берәүҙең “ауыр” холҡона йәки ата-әсәнең балаға иғтибарһыҙлығына, рәхимһеҙлегенә йәки олоно — оло, кесене кесе итә белмәүгә, йәиһә үҙеңдән һәм башҡаларҙан һәр саҡ ҡәнәғәтһеҙлеккә, бер-береңә ышанмауға, урынһыҙ көнләшеүгә һәм башҡаларға бәйле. Бынан тыш, һиллекте, матурлыҡты ата-әсәнең йәки үҫмерҙең эскелек менән мауығыуы ла боҙа. Ғаиләләге шау-шыу йыш ҡына эсеп алғас, ҡыҙмаса хәлдә башлана. Иҫеректәр яҡындарын рәнйетә, әйтергә ярамаған һүҙҙәр ысҡындыра, әҙәпһеҙ ҡылана. Дөрөҫ, һуңынан улар әллә нисә тапҡыр ғәфү үтенә һәм ялбара. Әммә бәғерҙе яралаған, шәхесеңде кәмһеткән һүҙҙәр йөрәктә тәрән эҙ ҡалдыра, татыулыҡты боҙа. Үҫмер өсөн эскелек йәмһеҙ тойғо уята һәм күңелһеҙ иҫтәлек ҡалдыра.
Тағы шуны иғтибарға алыу кәрәк: ғаиләлә, коллективтағы кеүек, төрлө холоҡло кеше йәшәй. Дөйөм тәртипкә буйһонһалар ҙа, көн һайын аралашыу сәбәпле, кәмселектәрен, етешһеҙлектәрен күберәк күрәләр. Бер-береңдең йомшаҡлыҡтарына түҙә алмаусан ҡараш йыш ҡына ғаиләнең психологик мөхитен боҙа ла инде. Туғаныңа йәки ғәзиздәреңә килешмәгән һүҙҙәр әйтеү, кәмһетеү йә ғәйепләү — барыһы ла йылы мөнәсәбәттәрҙе емерә.
Һәр ғаиләлә тиерлек өлкән йәштәгеләр бар. Улар үҙ ваҡытында эшлекле, ихтирамға лайыҡ, инсафлы, абруйлы булған. Күпселеге ҡартлыҡты ла шулай ҡаршылай. Ундай бабай һәм инәйҙәр бөгөн дә ҙур ихтирамға лайыҡ. Ләкин ҡартлыҡ — ҡартлыҡ инде, кеше гел матур килеш кенә тормай: сәләмәтлек тә ҡаҡшай, холоҡ та үҙгәрә. Тирә-йүндәгеләргә өлкәндәрҙең кәңәше, әйтелгән һүҙе һәм үҙен тотошо ла бик оҡшап етмәүе ихтимал. Иҫкәртеүҙәре, етешһеҙлектәрҙе күреүе, шул уҡ ваҡытта ваҡсыллыҡ, үпкәләү бергә йәшәүҙе шаҡтай ҡатмарландыра. Бындай осраҡта әҙәплелек, сабырлыҡ һәм түҙемлек кәрәк.
Ике йәш кеше, ғаилә ҡороп, бик ҙур яуаплылыҡ ала. Был, беренсенән, үҙ-үҙеңде тота белеү, яратыу һәм ихтирам итеү тойғоларын ғүмер буйы һаҡлау, хыянат итмәү. Икенсенән, өйләнешеү менән бала табыу һәм уны бағыу йәһәтенән дә күп кенә бурыс өҫтәлә. Уларҙы тормошҡа ашырыу юлында төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңә барыу, хәстәрлек күреү һәр шәхестән айырым көсөргәнешлелек, өлгөрлөк һәм уңғанлыҡ талап итә. Шунһыҙ булмай. Һәр кем ҡаршылыҡһыҙ, шау-шыуһыҙ, ауырлыҡтарҙы үҙ-ара ярҙамлашып еңеп, ғүмер юлынан үҙе һайлаған юлдашы менән йәнәш барырға тырышырға тейеш.
Мәғариф ҒАТАУЛЛИН.
(“Психотерапевт яҙмалары” китабынан).


Вернуться назад