Юҡ, хәбәрһеҙ юғалманы улар!02.05.2017
Юҡ, хәбәрһеҙ юғалманы улар! Телефон аша еткерелгән хәбәрҙең ҙур акцияға әүерелеүе күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булғандыр, бәлки. Тәҡдим Дондағы Ростов ҡалаһынан килде. Локаль хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яҡташыбыҙ, отставкалағы подполковник, тарихсы һәм яҙыусы Мәхмүт Сәлимов Обливская станцияһындағы хәтер акцияһы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының был төбәктәге ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашыуы, уның ҙур юғалтыуҙары хаҡында һөйләне (“Һуғыш үткән юлдарҙан...”, “Башҡортостан” гәзите, 2016 йыл, 7 декабрь, № 141).
Һуңғы төйәген ошо ерҙә тапҡан ҡайһы бер яугирҙәрҙең әле булһа билдәһеҙ ҡалыуы, Хәтер китабындағы исем-шәрифтәр ҡаршыһында “хәбәрһеҙ юғалған” тигән яҙма тороуы ҡыҙғаныс. Тап шуғалыр ҙа тәҡдим көттөрмәйенсә идеяға, артабан аныҡ сараға әүерелде. Ҡаһармандарҙың яҙмышына битараф ҡалмаған яҡташыбыҙ Мәхмүт Сәлимовҡа, ошо идеяны хуплап сыҡҡан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына һәм башҡаларға рәхмәт әйтергә, юлдағыларға хәйерле сәфәр теләргә ҡала. Әйткәндәй, авторейд башланыр алдынан Өфөнөң Еңеү паркында бәләкәй “дивизия”ға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы (күсермәһе) тапшырылды.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75, Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығына һәм “Башҡортостан” гәзитенә 100 йыл тулыуға ар­налған үҙенсәлекле хәтер акцияһы бөгөн, йәғни 2 майҙа, Волгоград ҡалаһындағы Мамаев ҡурғанында сәскә һалыуҙан башлана. Сарала Башҡортостан вәкилдәренән тыш, урындағы йәмәғәт ойошмалары, афған һуғышы ветерандары, казактар ҡатнаша. Авторейд Обливская һәм Чернышковская станциялары, Алексеевка һәм Деев утары аша үтәсәк. Унда ҡатнашыусылар шулай уҡ ошо биләмәләрҙәге туғандар ҡәберлегенә барырға ниәтләй.
(Сара хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында һәм Интернет селтәрендә баҫманың ресурстарында уҡый алаһығыҙ).


Вернуться назад