Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһенә ярашлы уҙғарылған “Минең Республикам” тәбиғәтте һаҡлау акцияһында ҡатнашты.Өфө халҡына таҙартыу һәм йәшелләндереү өсөн бер нисә майҙансыҡ бүлеп бирелде. Улар – Непейцев дендропаркы, Салауат Юлаев паркы, Конгресс-холл эргәһендәге биләмә һәм А. Матросов исемендәге баҡса.
Өмәләр экологик хәлде яҡшыртыу маҡсатында май байрамдары алдынан ойошторолдо. Унда дәүләт власы органдары, муниципалитеттар, йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә А. Матросов исемендәге баҡсаны сүп-сарҙан таҙартты.
Башҡортостан төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса сараларҙы әүҙем үткәрә. Бөтә Рәсәй өмәһе осоронда ла төбәктә “Минең республикам” тәбиғәтте һаҡлау акциялары, шулай уҡ махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре – ҡурсаулыҡтарҙы, милли һәм тәбиғәт парктарын, заказниктарҙы һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын тәртипкә килтереүгә йүнәлтелгән “Парктар маршы” ойошторолдо.