Өфөлә булып үткән “Илдең кеше капиталы: 2030 йылғаса төбәк стратегияһы талаптары” тигән V Төбәк-ара кадрҙар форумы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Ни өсөн был мәсьәлә көнүҙәккә әйләнде? Ошо йүнәлештә заман ниндәй талаптар ҡуя?“Юрфак тамамланым тиһеңме? Рәсәй Конституцияһының 1-се статьяһында нимә тип яҙылған?” – тип һораным үткән көҙ үҙенә хеҙмәт урыны эҙләгән бер ҡыҙҙан. Ул, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп: “Хәтерләмәйемсе...” – тип ҡуйҙы. Ҡануниәт белгесе илдең Төп Законын да белмәй, тимәк. Эш бер ошо ҡыҙҙа ғына булһа икән...
– Кадрҙарға мохтажлыҡ тураһында төрлө кимәлдәге етәксенән ишетергә була, сөнки был – уның өсөн һәр саҡ төп мәсьәлә, – тине республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо форумдағы сығышында. – Ә бит уйлап ҡараһаң, күпме кадр агентлыҡтары эшләй, күпме коллективтар белдекле һәм намыҫлы хеҙмәткәрҙәр юллау менән мәшғүл, әммә “Кадрҙар ҡайҙа?” тигән ауаз көн һайын яңғырай. Был заман шауҡымымы әллә?
Ысынлап та, кадрҙар резервы буйынса исемлек төҙөлөүе, йәштәр менән аңлатыу эше алып барыуҙары тураһында йыш ишетәбеҙ. Ләкин, форумда әйтелгәнсә, йәмғиәттә һәм етештереү тармаҡтарында эште ойошторорға һәләтле кешеләр табыуы үтә ҡыйын. Йыйында ҡатнашыусылар бөгөнгө юғары уҡыу йорттарында белгестәр әҙерләү кимәле менән ҡәнәғәт булмауы тураһында белдерҙе. Халыҡ хужалығына әллә ни кәрәкмәгән, ләкин уҡытыу сығымдары аҙ булған кадрҙар артыҡ күп “етештерелә”, ә ҙур ҡытлыҡ кисергән тармаҡтар был юҫыҡта мәхрүм булыуын дауам итә.
Власть органдарында эшләү өсөн кадрҙар табыу ҙа еңел түгел икән. Рөстәм Зәки улының сығышынан күренеүенсә, тейешле вазифаға тап килерлек белгесте эҙләү оҙаҡ ваҡытты ала. “Хатта ҙур компанияларҙа уңышлы эшләп йөрөгән бик таһыллы белгесте лә дәүләт йәки муниципаль органға күсереү өсөн ҡайһы саҡ ярты йыл өгөтләргә тура килә. Эш бында хеҙмәт хаҡына ғына ҡайтып ҡалмағанын яҡшы аңлайһығыҙҙыр”, – тине республика етәксеһе.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәшғүллек системаһын үҙгәртеп ҡороу буйынса ҙур эш башлаған. Форумда беҙҙең республикалағы ошондай уҡ ведомствоның был эшмәкәрлектә һынау майҙансығы булып хеҙмәт итергә әҙер булыуы хаҡында ла әйтеп үтелде. Ошо министрлыҡҡа буйһонған, һәр районда булдырылған мәшғүллек хеҙмәте лә артабан эшһеҙлек буйынса пособие түләүсенән хеҙмәт баҙарын көйләүгә етәкселек иткән ойошмаға әйләнергә тейеш.
Кадрҙар эше менән шөғөлләнеүҙе республика етәксеһе “йәмғиәттең социаль капиталын булдырыу” тип атаны һәм ил яҙмышының уға тығыҙ бәйле икәнлеген иҫкә төшөрҙө. Был, тәбиғи, етештереү тармағындағы йәки финанс өлкәһендәге капитал ғына түгел, ә йәмғиәттең киләсәген билдәләгән шарт. Форумда сығыш яһағандарҙың береһе уны “йәмғиәттең позитив өлөшөн булдырыу” тип тә атаны.
Әлеге ваҡытта төбәгебеҙҙең ҡануниәт һәм башҡарма власть органдары, фән әһелдәре Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын әҙерләү менән мәшғүл. Был мөһим документтың үҙәгендә – кеше, уның мәнфәғәттәре, эшлеклелек сифаттарын үҫтереү юлдары. Хеҙмәт баҙарының киләсәген нисек тоҫмалларға? Кадрҙарға заказдың ғилми яҡтан нигеҙләнгән фаразын нисек төҙөргә? Был осраҡта демографик хәлдең, урбанизация күренешенең, яңы етештереү ҡеүәттәрен урынлаштырыуҙың, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙың заманға ярашлы үҙенсәлектәрен нисек дөрөҫ иҫәпкә ала барырға? Һорауҙар күп. Йәнә килеп, быларҙың барыһының да кадрҙарға бәйле икәнлеге аңлашылалыр.
Хеҙмәт ресурстарына идара итеүҙең йоғонтоло системаһын булдырыу ҙа көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Халыҡтың уртаса йәшенең олоғая барыуы, тыуымдың кәмеүе был проблеманы тағы ла киҫкенләштерә төшә. Ошо йәһәттән электрон белем биреүҙе киңәйтеү, уға мөмкин тиклем күберәк эшсе һәм хеҙмәткәрҙе йәлеп итеү ҙә күҙ уңында тотола. Көньяҡ Кореяла барлыҡ ойошма белгестәренең 95 проценты йыл һайын электрон белем биреү аша үҙ квалификацияһын камиллаштыра бара икән. Беҙҙең республика буйынса ошондай уҡ күрһәткес аныҡ ҡына билдәле түгел.
Ҙур предприятиеларһыҙ бөгөнгө тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай. Ҡаҙнаға ингән һалымдың 80 проценты улар өлөшөнә тура килә. Ә ошо ҡеүәтле ойошмаларҙа һәләтле кадрҙар һайлап алыу һәм өйрәтеү эше нисек ҡуйылған? Был да тулыһынса асыҡ түгел, сөнки улар, әлбиттә, үҙҙәренең коммерция серен бик асып бармай.
Донъяның абруйлы фирмаларына юғары менеджерҙар һайлап алыуға махсуслашҡан “Egon Zenhder International” компанияһының белгесе Клаудио Фернандес-Араостың “Иң көслөләр һайлаған юл” тигән китабы бар. Рөстәм Зәки улы кадрҙар менән эшләгән йәки ошо шөғөлгә тотонорға тәүәккәллек иткән белгестәргә шул баҫманы ентекләп уҡырға тәҡдим итте.
“Кешеләремде алып, фабрикамды ҡалдырһағыҙ, оҙаҡламай ошо предприятиеның иҙәнен үлән баҫасаҡ, ә фабриканы тартып алып, кешеләрҙе ҡалдырһағыҙ, тиҙҙән беҙ элеккеһенән дә яҡшыраҡ фабрика төҙөп ҡуясаҡбыҙ”, – тигән Генри Форд. Тимәк, капиталист баштан уҡ иң-иң белдекле кешеләрҙе һайлап алыу менән шөғөлләнгән. Һәм был эшмәкәрлеген бер ҡасан да туҡтатмай. Баҙар иҡтисадында эшләйбеҙ тип иҫәпләйбеҙ һәм шул уҡ ваҡытта килемдең аҙлығына зарланабыҙ икән, бәлки, беҙгә лә илке-һалҡы йөрөгән “белгестәр”ҙе аҫрауҙан һәм йәлләүҙән (урамға ҡыуып сығарһаң, ғаиләһен нисек ашатыр?) туҡтарға, уңғандар һәм ялҡауҙар өсөн “уравниловка”ға, ниһайәт, сик ҡуйырға кәрәктер?