Хөрмәтле Фәниә Хәмит ҡыҙы!
Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-һаулыҡ менән
Ҡайғыларһыҙ үтһен йылдарың, – тип ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм ғәзиз булған юбилярыбыҙ – Әлшәй районының Себенле ауылында йәшәгән һәм 30 апрелдә үҙенең күркәм байрамын билдәләргә әҙерләнгән Фәниә Хәмит ҡыҙын.
Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, ғәҙел, тура һүҙле, талапсан, оло йөрәкле һәм мул ҡуллы Фәниәбеҙҙе бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле, игелекле булғаны өсөн яратабыҙ. Ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә беҙҙе ташламаны, шатлыҡ-ҡайғыларҙы үҙенекеләй күреп уртаҡлаша белде. Беҙҙең күп тармаҡлы Ғәлимовтар, Хызыровтар ғаиләләре Фәниәбеҙгә беҙҙең өсөн һәр саҡ терәк, таяныс, изге кәңәшсе булғанына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ғүмере буйы Себенле һигеҙ йыллыҡ, аҙаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләне. Балаларға аң-белем, тәрбиә биреүҙә иң алдынғы, өлгөлө уҡытыусы булды, район, республика кимәлендә байтаҡ маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән оло исемгә лайыҡ булды. Фәниәбеҙ нәҫел йортоноң нигеҙен һүндермәне. Хәҙер йыл әйләнәһенә тиерлек беҙҙең бөтәбеҙҙе лә шул изге йорт үҙенә тартып, саҡырып тора, сөнки унда киң күңелле хужабикә Фәниәбеҙ көтә.
Ҡәҙерлебеҙҙе матур ғүмер байрамы менән ҡотлап, уға сәләмәтлек, көс-дарман, донъяларының именлеген, беҙҙең менән бергә шатланып, ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ йылдар бергә йәшәүен теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән Өфөнән, Стәрлетамаҡтан һәм Раевка ҡасабаһынан Ғәлимовтар, Хызыровтар ғаиләләре.