Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу – изге бурыс28.04.2017
“Вафат булған ҡатын-ҡыҙҙар рухына аят уҡығанда йә хәйер биргәндә ҡайһы бер муллалар мәрхүмәнең әсәһенең исемен ҡушып, мәҫәлән, “Ғилмияза мәрхүмә ҡыҙы Әминә рухына” тип, ә икенселәре мәрхүмәнең атаһының исемен әйтеп, йәғни “Йәнғәле мәрхүм ҡыҙы Әминә мәрхүмә рухына” тип аят уҡый. Сауабы насип булһын тип өмөтләнеп аят уҡытҡас, нисек әйтһәң дөрөҫ була, хәҙрәт?
В. САДИҠОВ.
Өфө ҡалаһы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ислам динендә Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу беренсе урында булһа, ата-әсәгә булған ихтирам икенсе урында тора. Ата-әсәгә ихтирам күрһәтеү, иҫкә алыу – изге бурыс. Айырыуса бөтөн кешелекте донъяға яралтҡан бөйөк зат ул – әсәйҙәр. Ислам динендә ҡатын-ҡыҙға булған мөнәсәбәт шул тиклем юғары, хатта ки “Ҡөрьән-Кәрим” китабында “Ҡатындар” сүрәһе лә бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙистәрендә гүзәл заттар тураһында күп тапҡыр иҫкә алған. Шулар араһынан “Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигәне генә лә бихисап һорауға яуап булыр. Һәр ҡайһыбыҙ, хәлебеҙҙән килгәнсә, әсәйҙәрҙең фатихаһын алырға тейешбеҙ. Уларҙың ҡылған изгелектәрен һанап бөтөрөрлөк түгел.
Бер бай кеше Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә килеп: “Бына шул тиклем байлығым бар, кемгә сарыф итәйем?” тип һораған. Ул: “Әсәйеңә”, – тип яуап биргән. Икенсе, өсөнсө тапҡыр килеп һорағас та шундай уҡ яуапты ишеткән. Дүртенсе ҡабат килгәндә: “Йә, Рәсүлулла, тағын байлығым ҡалды, уны кемгә сарыф итәйем”, – тигәс, “Атайыңа”, – ти. Шуға күрә әсәйҙәрҙең һәм атайҙарҙың дәрәжәһе шул тиклем ҙур, уларҙы донъяла йәшәгән ваҡытта Аллаһы Тәғәлә ихтирам итергә бойора. Оло йәшкә етһә, уларҙың күңелен ҡайтарма, һүҙен кире ҡаҡма, күркәм мөнәсәбәттә бул, ти. Әгәр ҙә вафат булып китһәләр – ҡорбан бир, доға ҡыл. Аллаһ Тәғәлә: “Эй, Раббым, мин сабый саҡта улар мине нисек һөйҙөләр, иркәләттеләр, Эй, раббым, атай-әсәйемә рәхмәт ҡыл”, – тип бойора. Атай-әсәйҙәрҙе иҫкә алып, доға ҡылыу исламда ҙур урында тора. Был – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Беҙҙә борон-борондан мәрхүмдәрҙең вафатынан һуң өс, ете, ҡырҡ көнөн иҫкә алыу ғәҙәте кергән. Ҡайһы бер урында мәрхүмдең исемен әйтеп, унан әсәһенең исемен әйтеү тәртибе лә бар. Икенсе осраҡта мәрхүмдең атаһының исеме әйтелә. Был ике вариант та дөрөҫ һанала. Ислам динендә булған күркәм мөнәсәбәттәрҙе үҙебеҙҙә һаҡлайыҡ, балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә бирәйек, беҙҙән һуң да ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ беҙҙе иҫкә алып, доға ҡылып торһондар. Исламдың күркәм тәрбиәһе, илһөйәрлеге, телһөйәрлеге, туғанлыҡ мөнәсәбәте, хеҙмәткә булған хөрмәте, икенсе милләткә булған ихтирамы беҙҙең нәҫелебеҙҙә дауам итһен.
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.