Һорағыҙ, күберәк һорағыҙ…28.04.2017
Бер ваҡыт үҙенең дуҫ-иштәре менән әңгәмә ҡороп ултырғанда Ғүмәр ибн Әл- Хаттаб:
– Мөмкинлегегеҙ булһа, Аллаһ­тан һеҙ нимә һорар инегеҙ? – тип ҡыҙыҡһына.
– Ошо бүлмә тулы аҡса бул­һын ине лә, мин уны Аллаһ юлына то­тона алһам ине, – ти берәүҙәр.
– Ошо бүлмә алтын менән тулып, уны Аллаһ юлына тотоноу мөмкинлеге табылһын ине, – ти икенселәр.
– Ошо бүлмә тулы аҫыл таштарға эйә булып, уны Аллаһ юлына тотона алһам ине! – ти өсөнсөләр.
– Һорағыҙ, күберәк һорағыҙ! – ти Ғүмәр һәм, дауам итеп, – мин үҙем, әле бына беҙ ултырған бүлмә үҙем белгән, үҙем һөйгән Әбү Ғөбәйҙә, Муғаз ибн Джәбәл, Хузайфа Әл-Йәмәни кеүек аҡыллы, камил, холҡо күркәм кешеләр менән тулы булып, уларҙың Аллаһ хаҡында хаҡ һүҙ һөйләп, бәндәләрҙең холҡон төҙәтеү, уларға тәрбиә биреү эшендә хеҙмәт итеп йөрөүҙәрен теләр инем, – ти.


Вернуться назад