Йомарт дуҫ28.04.2017
Йомарт дуҫ– Егеттәр, әйҙәгеҙ, сәй­ләп алайыҡ!
Кәңәшмәнән сығып та өлгөрмәнек, Мөхә­мәт үҙенә әйҙүкләне. Хәйер, шулай тип са­ҡыр­маһа ла, эште иң тәүҙә уның бүлмә­һе­нән башлай­быҙ. Был – беҙҙең яҙылма­ған ҡанун. Баш мөхәррирҙең “хәҙер үк”, “ошо арала” тип өтөп-ҡырып барған һүҙҙәре кәңәшмәнән сыҡҡанда уҡ ишектең теге яғында тороп ҡала...
– Эй, өлгөрөрбөҙ әле, башланмаған көн бар. Ҡайҙа ҡабаланырға!
– Шулай шул, эш ғүмере бөтмәй.
Мөхәмәт сынаяҡтары­быҙҙы буш торғоҙ­май, тыпылдатып ҡына тора.
– Ағаҡайҙарым, кемгә кофе, кемгә сәй? Шәкәрҙе бер ҡалаҡ һалайыммы, ике­шәрме? – Шаяртып алырға ла онотмай.
Башлана иң мөһим кә­ңәш­мә. Сәй шө­пөр­ләтә-шөпөр­ләтә ял көндәрен энә күҙә­үенән үткәрәбеҙ. Кем нимә эшләгән, ҡайҙа барған?
– Харап яҡшы дуҫым бар минең. Ну кисә шәп итеп һыйлап ҡайтарҙы әй, – тип беҙгә ҡарап ауыҙын йырып һүҙ башланы Мөхәмәт. Унан ҡулындағы икмәген бер ҡабып алды, сәйен уртланы. Һәр беребеҙгә мут күҙ ҡара­шын йүгертеп алды. – Дуҫ тигәс тә, ҡайһы берәүҙәр кеүек бер-бере­беҙҙә ҡуна ятышып, ашап-эсеп ултыр­ған юҡ та. Хатта ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәйем.
Беҙҙең ҡолаҡ ослайҙы. Барыбыҙ ҙа уға төбәлдек.
– Ниңә улай? – Түҙем­һеҙләнеп һорай һалдыҡ. – Бергә уҡынығыҙмы?
– Юҡсы, элегерәк бер ти­рәлә йәшәгәс, автобуста һөйләшеп, танышып кит­кәйнек. Ҡатынын эшкә урын­лаштырырға ла ярҙам иткәй­нем. Шунан һуң аралар бигерәк яҡы­найҙы. Сит ерҙә үҙ башҡортоң туған кеүек була ла китә бит ул. Берәй ерҙә яҙа-йоҙа ос­рашһаҡ, ауыҙын сабаталай йырып: “Хәл­дәр нисек, дуҫым”, – тип ҡосаҡлап уҡ ала. Ҡулды оҙаҡ усынан ысҡындырмай то­ра. Унан: “Ниңә килеп сыҡмай­һығыҙ? Киле­геҙ, бер ултырып алыр­быҙ”, – тип ҡунаҡҡа са­ҡы­ра башлай. Һыйларлығы ла бар шул. Бе­рәй йомошо төшһә, гел миңә йүгереп ки­леп етә. Фатир һатып алғанда ла ярҙамлашҡайным.
“Дуҫ, һин генә ҡотҡара ала­һың! Бына ипотека алыр­ға ине, поручитель булырҙай кеше табылмай. Кеме үҙе алған, икенсе­һенең пропис­ка­һы юҡ”, – тип йәлләткес итеп, мөлдөрәп күҙгә ҡараны.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, уны әйтеүе генә анһат. Бухгалтериянан теге-был ҡа­ғыҙ­ҙары кәрәк. Ундағы ялбырбаштары ла эшем эйәһе бу­лып мәңге бушамай. Үҙҙәре нисә ҡарама сәй эсеп ултыра. Ана яҙып бирәм, бына яҙып бирәм, тип аҙна ғүмер үтә. Унан банк­ка бергә барырға кәрәк. Ваҡыт яғы бик ты­ғыҙ булһа ла, барҙым. Ул дуҫымдың ҡыуа­нысын күрһәгеҙ, шат­лығынан күҙ йә­шен һөртөп алды. Ҡосаҡ­лап алып уҡ “Рәх­мәт тә рәх­мәт” ти. Алла бирһә, фатирға күсһәк, һеҙ­ҙе беренсе булып саҡырам, бе­ренсе булып саҡырам. Йә, ошонда һин булмаһаң, кемгә баш эйеп барыр инем”, – ти.
Бер сама ваҡыт үткәс, таныштарҙан дуҫымдың гөрләтеп фатир туйлауын ишеттем. Кәйеф бер аҙ ҡырылһа ла, ярай, мин уға кем, ете ят кеше, туған­дарын, яҡын­дарын саҡыр­ғандыр, тип уйланым.
– Шулай шул! – тип беҙ баш һелктек.
– Бер көндө ошо дуҫым йәнә йүгереп килде, – тип йәнә һүҙ башланы Мөхәмәт. – “Ду­ҫым, һин генә ҡотҡара алаһың инде”, – ти. Ҡотом осоп: “Бер-бер хәл булдымы әллә?” – тим. “Юҡ та, бына машинаны яңыр­тырға кәрәк ине. Шунса сама ғына аҡса етмәй. Ауылға кәлте­рәп бөткән машинала ҡайтып булмай ҙа инде”, – ти. Шунса самаһы теүәл йөҙ мең инде. Үҙебеҙ­ҙең ул сама аҡса ла юҡ ине. Аға­йымдарҙан һорап булһа ла бирҙем. Дуҫың өсөн бер нәмә лә йәл түгел. “Рәхмәт тә рәхмәт, әл­дә һин бар әле”, – тип арҡамдан дөпөл­дәтеп һөйөп алды. Унан бер туған ағай­ҙа­рына, апай­ҙарына аҙарынды. “Әл­лә нин­дәй кешеләр. Ағайым еңгәнән уҙа алмай, подкаблучник, апайым – иренән, тигәндәй”. Ул туған­дарын яманлаған һайын үҙемдең шәплегемә үҙем ҡыуа­нам. Ҡыуанысынан йө­ҙө айҙай балҡыған дуҫым өйөнә саҡыр­ҙы. “Әйҙә бер килеп сыҡ әле, иркенләп һөйлә­шеп ултырырбыҙ”, – тине.
Беҙ Мөхәмәтте кинәнеп тыңлайбыҙ.
– Кит, ни өсөн саҡырған ергә бармай­һың? – тибеҙ. – Беҙ булһаҡ, шунда уҡ йүге­реп сығып китер инек. Кешене әҙәмгә һанамаған һымаҡ була лабаһа.
– Ҡайҙа инде тиҙ генә сығып китеү. Ду­ҫы­ма әйт­мәһәм дә, уға изгелек эшләй алы­уыма эстән генә ҡыуа­нам. Сауабы ҙур бит. Шулай апаруҡ ваҡыт үтте. Ниңәлер дуҫымдың тауыш-тыны ише­телмәй. Ярай, ваҡыты юҡ­тыр, тим. Бер көн хәлен бе­ләйем әле тип шылтырат­һам, телефонын алманы. Унан һуң йәнә шылтыраттым. Уңайһыҙ булып китте. Юҡҡа кеше бимазаламайым әле. Бушамай торғандыр. Эш кешеһе бит. Шулай апаруҡ ваҡыт үткәс, төн уртаһында телефон шылтыраны. Әлеге дуҫым ине. Тәккә кеше төн уртаһында шылтыратмай. “Дуҫ, ҡапыл­да ғына аҡса кәрәк ине, биреп тор әле. Һинеке һәр ваҡыт була торған”, – тине. Иртән аҡса килеп алды ла киткән са­ғында йәнә ҡунаҡҡа саҡыр­ҙы. “Килеп сығыр инегеҙ, әтеү бер ҙә ултырған юҡ”, – ти. Әлбиттә, дуҫым­дың һүҙҙәренән оялып, башымды түбән эйҙем. “Һис кенә ваҡыт еткереп булмай. Ял булһа, йә ауылға ҡайта­быҙ, йә башҡа эше сығып тора. Ярай, башҡа ваҡыт”, – тип аҡланған булам.
Бер көн ошо дуҫым быс­ҡымды алып торҙо. “Үҙемә кәрәк булырға тора”, – тигәс, “Борсолма, эш бөткәс үк килтереп бирәм”, – тине. Хуш­лашҡан саҡта: “Ярай әле һин бар, дуҫым, әйҙә­геҙ, берәй ҡунаҡҡа килеп сығығыҙ әле”, тип ҡулымды тағы ҡыҫып, ҡат-ҡат рәхмәт уҡыны. Бер аҙҙан үҙемә лә бысҡы кәрәк булғас, дуҫы­ма шылтыраттым. Ярай әле, был юлы ваҡыты булып, алды. Хәл-әхүәл һорашҡас, уңайһыҙ­ланып ҡына: “Бысҡы кәрәк ине бит әле”, – тинем. “Ярай, ярай, килтереп бирермен”, – ти.
Әммә ни ғәләмәт, ду­ҫым­дың “ярайы” бик оҙаҡҡа һуҙылды. Моғайын, ваҡыты бул­май торғандыр. Үҙен йәл­ләп ҡуйҙым. Кисә йәнә ду­ҫымдың телефонын йыйҙым да: “Бөгөн һиңә барып сы­ғырға ине, бысҡы кә­рәк, бер юлы өйөңдө лә күреп ҡай­тыр­быҙ. Әтеү һис кенә лә үҙегеҙгә барып булмай”, – тинем. Дуҫым саҡ ҡына тынып торҙо. “Эй, бөгөн булмай шул. Театрға йы­йы­на инек. Бик шәп спектакль була. Әйҙә, башҡа ваҡытта. Ә быс­ҡыны хәҙер үк үҙем апки­ләм”, – тимә­һенме! Ярты сәғәт үттеме-юҡмы, шунда уҡ килтереп бирҙе лә ғәфү үтенде. “Әллә нисек килеп сыҡты. Бын­да ауылдан ҡу­наҡ­тар килгәй­не, уларҙы спек­таклгә алып барырға билет алдыҡ. Өфөнө күрһә­тер­гә ине. Ярай, бөгөнгө менән көн бөткәнме! Башҡа ва­ҡыт­та саҡырырмын әле”, – тине.
Ул көн беҙ ҙә ҡатыным менән театрға бар­ҙыҡ, әммә күҙ ҡарашыбыҙ менән күпме ге­нә эҙләһәк тә, дуҫымды тап итә алманыҡ. Апты­рағас телефондан: “Һеҙ ҡайһы рәт­тә ул­тыраһығыҙ ул? Күрен­мәйһегеҙсе”, – тип һораным. Дуҫым ыҡ-мыҡ итте. Унан: “Беҙ бө­гөн килеп тормаҫҡа булдыҡ”, – тип яуап­ланы.
– Ысынлап та, шәп, йомарт дуҫың бар икән, – тинек беҙ.



Вернуться назад