“Бөтөнлөктө тойоп йәшәйек”28.04.2017
“Бөтөнлөктө тойоп йәшәйек”Тормош ҙур тиҙлек менән алға елеүгә ҡарамаҫтан, туҡтап тын алырға форсат табабыҙ, донъя, көнкүреш, йәшәйеш хаҡында уйҙарға биреләбеҙ. Ғөмүмән, фәлсәфә ҡылыу – халҡыбыҙға хас күркәм сифат. Бөгөнгө әңгәмәсем Сәриә ИШЕМҒОЛОВА ла, ниндәй генә теманы алма, үҙенең тәрән, тапҡыр фекере менән таң ҡалдыра торған башҡорт ҡатыны.
Яҙмыш Ишемғоловтар ғаиләһен төрлө тарафтарға илтә. 1-се класҡа ҡыҙсыҡ Ғафури районының Имәндәш урта мәктәбенә барһа, артабан тыуған яғы — Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районының Пушкин исемендәге совхозы урта мәктәбендә уҡый. Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатын тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Благовар районына эшкә ебәрәләр, бер йылдан һуң ул Башҡортостан Фәндәр академияһына килә. Өфөгә күсенгәс, Республика халыҡ ижады үҙәгендә хеҙмәт юлын дауам итә. Ә 2010 йылдан – “Тамаша” журналының бүлек мөхәррире.
– Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тиҙәр. Был хаҡта нисек уйлайһың? Әллә былай ҙа күркәм донъяла рәхәт­ләнеп, тыныс ҡына йәшәү отошлораҡ­мы? Әгәр ҙә ысынлап та улай икән, һин уны нимәнән ҡурсалар, ниндәй күренештәрҙән арындырырға теләр инең?
– Был һүҙҙәр Достоевскийҙың геройы кенәз Мышкин тарафынан әйтелгән. Беҙҙең заманда уның кемдең фекере икәнлеге лә мөһим түгел кеүек. Автор күңел матурлығы булырға тейешлеген, донъяны яратырға кәрәклекте күҙ уңында тотҡан. Ә икенсе бер әҫәрендә ошо фекерҙе икенсе бер фразаға һалған: “Йәмһеҙ күренештәр донъяның йәшәүен туҡтатыуға килтерә”, йәғни уҫаллыҡ, эгоизм, битарафлыҡ... Әле беҙҙе ошон­дайыраҡ халәт уратып алмағанмы? Бер-беребеҙгә ҡарата игелекле мөнәсәбәт һаҡларға, яҡты көнгә йылмайып бағырға кем ҡамасаулай һуң? Шулай иткәндә генә рәхәт бит, тыныс. Донъяны ҡурсалау үҙебеҙҙән тора. Театрҙарҙа спектаклдәр ҡуйыла, һәр төрлө сәхнәләрҙә рухи дәрт өҫтәгән йыр-моң яңғырай, яңы әҙәби әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙыла. Быларҙың барыһы ла – шул ҡотҡарыусылар.
Шәхсән үҙем телевидениела һәм Интернет селтәрендәге кешелеккә хас булмаған тапшырыуҙарҙы, төрлө яҙмалар­ҙы юҡ итер инем. Урамдарҙа йылмайып йөрөгән кешеләрҙең юҡлығы күңелде ҡыра. Ике туған һеңлем Америкала йөрөп ҡайтты. Унда урамдан үтеп барыусылар йылмайып, кейгән кейемеңде, сәсеңде, хатта тырнаҡ буяған лагыңды ла маҡтап, баш бармаҡ күрһәтеп үтеп китә, ти. Әл­биттә, шунан һуң йылмайғы килә. Берәй матур, йәш кенә ҡыҙҙың тәмәке көйрәт­кәнен күрһәм, “эх, үҙе шундай йәш, сибәр, тәмәке тарта бит әле” тип өндәшкәнем бар, үпкәләмәйҙәр. Бер ваҡыт егет менән ҡыҙ үтеп бара ине, һылыуҡайҙың ҡулында – тәмәке. Битараф ҡала алманым, телә­гемде еткерҙем. “Мин дә уға гел шулай тим!” тип ҡысҡырмаһынмы эргәһендәгеһе. Хәҙер эскелек менән мауығыусылар кәмегән кеүек, туйҙарҙа ла иҫерек бер-ике кеше табыла. Етеш йәшәрлек форсаты булмаған ғаиләләр ҙә күп бит әле. Бына уларҙың йылмайырға уйында ла юҡ, ҡайҙан инде? Ҡулымдан килһә, илебеҙ байлығын намыҫлы итеп файҙаланыуҙы юлға һалыр инем...
– Һин бала саҡта уҡ бөгөнгө һөнә­реңде, кешеләргә кәрәкле булып йәшә­үеңде күҙалланыңмы?
– Һәр бала үҙен йәмғиәттә кәрәкле итеп тойорға тейеш. Ата-әсәһенә лә, дуҫтарына ла, туғандарына ла. Ҡасандыр хәбәрсе йәки журналист булып китермен тип күҙ алдына ла килтермәнем. Әммә ижадтың төрлөһө күңелемә яҡын. 3-сө класта уҡ атайымдың том-том китаптарын уҡып бөттөм. Нескә күңеллелек, күп уйланыуҙар ҙа шул күп уҡыуға бәйлелер. Бала саҡта көйҙәр ҙә сығарып маташтым табаҡ-һауыт йыуғанда (көлә). Нәнәйем­дәрҙең, инәйемдәрҙең берәй нәмә эшләгәндә гелән көйләп йөрөгәне иҫемдә. Артабан һүрәт төшөрөү менән мауыҡтым. Шиғырҙар ҙа яҙғыланым. Бер саҡ “Баш­ҡортостан пионеры” гәзитендә хикәйәләр конкурсы тураһында уҡыным да бер нәмә әтмәләнем, тик ебәрмәнем. Әҙәбиәт дәрестәрен үлеп яраттым, инша яҙһам, ҡабаттан уҡып сыҡмайым, сөнки төҙәтә башлайым һәм бөтөнләй икенсегә әйләнә. “Тамаша” журналында ҡәләм тибрәте­үемде сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә тир түгеүселәргә лә, уҡырға теләктәре бул­ғандарға ла берҙәй кәрәклелер, тип уйлайым. Ташҡа баҫылғандың ниндәйҙер тылсым көсөнә эйә булыуын аңлаған быуын вәкилдәре бит беҙ, яҙмаларыбыҙҙың тарихта ҡалыуы, ҡулға тотоп уҡырлыҡ булыуы шатландыра.
– Ни өсөн ҡайһы бер кешеләр бала саҡтағы хыялдарына тап килмәгән һөнәр һайлай? Ғөмүмән, һин әсә кеше күҙлегенән ни әйтер инең ундайҙарға? Бигерәк тә юғары уҡыу йортон тамамлап, хатта ғалим исемен йөрөтөп, аҙаҡтан хаҡлы ялға сыҡҡас, урам һепереүсе булып китеүселәр, урта мәктәпте көскә тамамлаһа ла, “ҡалын кеҫә”леләргә әйләнгәндәр күбәйгәндә, балаларға ниндәй кәңәш бирергә мөмкин?
– Хыял менән йәшәүселәр беҙҙең осорҙа һирәк булды, шулай ҙа ниндәйҙер бер күңел һиҙемләүе менән һөнәр һайлағанбыҙҙыр. Һәр хәлдә, класташтарым араһында “мин шул-шул булам” тип хыялланғандар булһа ла, икәү-өсәүҙән артмағандыр. Кеше ғүмере осраҡлыҡ­тарҙан тора, әммә яҙмышта күпселек ролде ғаилә мөхите уйнай. Китап ҡына түгел, гәзит-журнал алдырмаусылар ҙа табыла. Дөрөҫ, бәлки, уларҙың балалары нин­дәйҙер спорт менән ҡыҙыҡһы­ныуы ла мөмкин. Ырымбур өлкәһенең Люксембург (хәҙер Красногвардейский) районы Иҫке Юлдаш ауылында донъяға килгәнмен. Беҙҙең өй тулы китап, журнал һәм гәзит булды.
Этажеркабыҙҙы нисек онотаһың? Уның һәр ҡатында – инәйемдең үҙ ҡулдары менән сиккән япмалары. Ғөмүмән, сигеү әйберҙәре бөтөн донъябыҙҙы биҙәне. Күрше ҡыҙҙар менән беҙ ҙә рәхәтләнеп сигеү сигә, шәл бәйләй торғайныҡ. Ете йыл Ғафури районының Имәндәш ауылында йәшәнек. Үҙемде танып белеү дәүе­ре булғанғалыр ҙа, ошо ауыл, уның кеше­ләре, дуҫтарым һаман да йөрәк түрендә, иҫ киткес бер иҫтәлек булып һаҡлана.
Артабан Өфөгә күсендек. Атайым – география уҡытыусыһы. Инәйемә уҡыу бәхете теймәгән, әммә ул йор һүҙле ине, күп йырҙар белде. Әгәр ҡалала йәшәһә, ул мотлаҡ артист булыр ине. Апайым Әлфиә лә уҡытыусы-географ һөнәрен һайланы. Ҡустыбыҙ Фуатты гел генә “буласаҡ инженер” тип йөрөттөләр, уҡыуға сос ине. Өфө дәүләт нефть техник институтының төҙөлөш факультетында уҡыны. Матур ғына эшләп йөрөй.
Беҙҙең яҙмышыбыҙ бала саҡтан, ғаи­ләлә үк сырамытылғандыр. Улдарымдың өлкәне Ирек Санкт-Петербург дәүләт университетында белем алды, эколог, футбол ярата, бәләкәй сағында һәр футболсыға бағышлап альбомдар эшләгәйне, һәр береһенең биографияһын, илен, гербын төндә уятып һораһаң да әйтеп бирерлек кимәлгә етте.
Төпсөгөбөҙ Илнар Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡый. Һөнәрен мәктәптә үк билдәләп ҡуйҙы. Балалары мәктәпте тамамларға йыйынған әсәйҙәргә, киләсәктә ниндәй һөнәр кәрәкле, шуны ғына һайлаһындар, тип кәңәш бирәм. Урам һепергән ғалимды белмәйем. Бәлки, һин быны кинәйәләп йәки дөйөмләштереп әйтәһеңдер. Һәр кемдең үҙ юлы. Мәҫәлән, ҡустымдың Ырымбур өлкәһенең Сорочинск ҡалаһында бер ҡаҙаҡ дуҫы бар. Ул – һигеҙ класс белемле, уның ҡарауы, миллиардер. Туғаным һөйләүенсә, уның атаһы бик аҡыллы ҡарт һаналған, әйләнә-тирәнән уға кәңәш һорап килгәндәр.
Инәйемдең бер туған һеңлеһе Гөләйфә апайымдың ире — Рәшит еҙнәм — ғүмер буйы алдынғы тракторсы, комбайнсы булды, гәзит биттәренән төшмәне. Йортондағы бик күп бүләк совхоз тарафынан бирелгән. Уның уҡымышлылығы хайран ҡалдыра. Һәр ваҡыт “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Советский экран”, “Наука и жизнь” журналдарын, бүтән төрлө бихисап гәзиттәрҙе алдырҙы. Улдары менән ҡыҙы бәләкәйҙән эшләп үҫкәнлектән, хәҙер иҫ киткес егәрле, тырыш, матур итеп донъя көтәләр, һәр хәлдә юғары белемдәре булмаһа ла. “Ауылда эш юҡ” тип бәләкәй ауылда йорттарын ҡалдырып, район үҙәгенә күсенеү­селәргә аптырайым. Бынан 100 йыл элек йәшәгән ҡартатайымдар, ҡәртнәйемдәр дәүләт эшендә эшләмәгән дәбаһа, ә кәсеп тапҡандар. Бөгөн халыҡ кәсебен тергеҙеүгә күп иғтибар бирелә, был бик ыңғай күренеш.
– Университетта бергә уҡыған курс­таштарың араһында билдәле шәхес­тәр бармы?
– Башҡорт дәүләт университетында уҡыуым менән ғорурланам. Фольклор экспедициялары, төҙөлөш отрядтары, ҡыҫҡа­һы, тормошобоҙ гөрләп торҙо. Төркөм­дәштәребеҙҙән радио-тележурналист Әхәт Мортазин төҙөлөш отрядында беҙҙе һәр саҡ дәртләндерҙе. Яҙыусы Фәрзәнә Аҡ­булатова – ғорурлығыбыҙ. Тәнзилә Дәү­ләтбирҙина ла уҡый башлағанда уҡ шағирә исемен йөрөттө. “Сельские узоры” жур­налының баш мөхәррире Ғималетдин Яруллин, “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов, Мәскәү ҡалаһында оҫталыҡ дәрестәре биргән Ишембай ҡалаһының данлыҡлы уҡытыу­сыһы Фаягөл Әмерханова кеүек билдәле шәхестәребеҙ менән ғорурланабыҙ.
– Ярты быуаттан ашыу аҡҡан ғүмер йылғаһы ярында торғанда ниндәй уйҙар кисерәһең? Үкенестәр булдымы?
– Киреһенсә, ҡыуанам ғына. Шөкөр, йәшлек кисерештәре, донъяны үҙгәртергә ине, тигән борсоулы уйҙар артта ҡалды. Улдарымды башлы-күҙле итеп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөүҙе өмөтләнеп көтәм.
Ҡайһы бер кешеләрҙең “үкенмәйем, барыһынан да ҡәнәғәтмен” тигәндәренә ышанып етмәйем. Үкенесле аҙымдарым булды, шуларҙың береһе, бәлки, иң мө­һимелер. Беренсенән, Фәндәр академия­һының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй башлағас та, үҙемә тәғәйен бурыстарымды үтәп, бәләкәй генә, әммә күләмле башланғыс хеҙмәттәремде ыңғай баһалап, фатиха алғанмын икән, тимәк, тормоштағы юлымды тапҡанмын, ошонда эшләргә тейешмен, тип уйлайым. Экспе­дицияларға юлланғанда өлкән быуын әле ул саҡтарҙа боронғоно яҡшы хәтерләй, күп белә, телмәр, фекерләү ҡеүәһе лә киңерәк. Хәйбулла районына килен булып төшкәс, шул әбейҙәрҙе юҡһынам, эшемде һағынам. Әлбиттә, ул саҡта үҙем ауыл ерендә йәшәгәс, ундағы өлкән быуын кешеләре менән аралашып, урындағы фольклорҙы йыя ала инем. Тик ғаиләлә мине аңларға теләмәнеләр. Сәйфулла ағай Дилмөхәмәтовтан ғына ла күпме рухи ҡомартҡы яҙып алып ҡалырға мөмкин булған...
Икенсеһе әсәлеккә, балаларға ҡағыла. Һәр ҡыҙҙың төпкө аңына, күңеленә үҫкәс әсәй булыу тойғоһо һалыналыр. Артыҡ тәрәнгә китмәйенсә, ике улым һәм ике ҡыҙым буласаҡ, тип гел генә хыялландым. Тик беренсе бәпесебеҙ тыуыу менән ике ай ярым махсус карауатта яттым, баламды имеҙә лә алманым. Икенсеһе менән дә шул уҡ хәл ҡабатланғас, Әлфиә апайым, инәйем, ирем, Зилиә ҡәйенбикәм, Зөлфиә килендәшем үҙемде лә, баланы ла ҡараны. Атлай алмайым, тәпәй баҫырға сабый баланы өйрәткән кеүек яңынан өйрәттеләр. Шуға ике ҡыҙым булмауы ғына үкенесле.
– Сәриә Мәжит ҡыҙы, беҙҙең быуын бөгөнгө йәштәрҙән нимәһе менән айырыла? Айырма насармы, яҡшымы?
– Һәр быуындың үҙ холҡо, үҙ ынтылыштары. Әлбиттә, айырыла. Беҙ ҡыйыу­һыҙ, аҡса хаҡында уйламаған быуын. Хәҙергеләр үткер ҙә, ҡайҙа күберәк аҡса түләүҙәрен дә төҫмөрләй. Бының яманмы-яҡшымы икәнлеген өҙөп кенә әйтә лә алмайым. Ни тиһәң дә, бик күп маҡсатлы йәштәр бар, аҡсаһын да табалар, үҙ милләтенең бынамын тигән вәкилдәре лә, рухлылар ҙа.
– Мәҡәләләрең аша журнал, гәзит уҡыусыларға ниндәй фекер еткерергә теләйһең? Рәхмәт әйтәләрме? Улар һүҙ йомғағыңды дөрөҫ аңлаймы? Ғөмүмән, журналист һөнәре тураһын­да ни уйлайһың?
– Журналда баҫылған мәҡәләләр аша кеше күңеленең бай ҙа, матур ҙа булыуын күрһәтергә теләйем. Хәбәрселәрҙең, журналистарҙың яҙмаларын ҡайһы берҙә матур мәжлестәге хәйер таратыуға тиңләйем. Рәхмәт әйтеүселәр күп инде. Уларҙың һәр береһен телгә алып үтеү кәрәкмәҫтер. Үҙем дә уларға рәхмәтлемен.
– Интернет селтәрендә популярлыҡ яулау кешеләргә абруй өҫтәйме? Социаль селтәрҙәрҙә яҙышып, бар донъя­ға билдәле булыу мөмкинме? Ни өсөн кәрәк ул Интернет кешеләргә?
– Интернет селтәре аша популярлыҡ яулау — һәйбәт ысул. Әгәр ҙә ул кешенең халыҡҡа уҡытырлыҡ әйбере, күрһәтерлек эше бар икән, ниңә ҡулланмаҫҡа? Кеше, социаль селтәрҙәргә үҙ яҙмаларын ҡуйып, билдәле шәхес була ала икән, тимәк, бының өсөн ерлеге бар. Ҡапыл ғына берәй нәмә яҙып ҡуяйым әле, тимәйҙер. Уның яҙмалары бихисап йыйылып киткәндер, кешеләр менән уртаҡлашҡыһы киләлер. Кемдер шиғыр, хикәйә яҙа, хатта уның пьесаһын ҡуялар икән, тимәк, ул уйлы кеше. Интернет кешеләргә хәҙерге заманда бик кәрәк. Әгәр уның кире яҡтарын уйламағанда, ә кире яҡтары тураһында һөйләшеү — бөтөнләй икенсе тема...
– Яҙышыуҙан ял иткән мәлдәрҙә ниндәй шөғөлдәрҙе үҙ итәһең? Улар һиңә нимә бирә?
– Әхиәр Хәкимовтың “Һауыр ҡумта”һын оноторлоҡ түгел. Азат Абдуллиндың Сергей Чекмарев тураһындағы “Онотма мине, ҡояш!” исемле әҫәрендәге фразалар шул тиклем актуаль, шул тиклем кәрәкле. Уны ла бер нисә ҡат уҡып сыҡтым. Телевизор ҡарарға яратмайым. Әгәр ҙә берәй яҡшы ғына фильм тураһында рецензия уҡыһам, Интернеттан табып ҡарайым, сөнки унда реклама бөтөнләй юҡ. “Что? Где? Когда?” тапшырыуын ғына яратам. Уның аҡсаға бәйле булыуына иғтибар итмәйем. Тағы ла баҡса яратам – йәйҙе түҙемһеҙләнеп көтәм. Шулай ҙа ҡыштың һалҡын бурандары, һил кистәре, тирә-яҡтағы аҡ япма күңелемә ифрат яҡын.
– Ғаиләң менән дә таныштырып үтһәңсе? Улар һинең тынғыһыҙ эшең­дән ҡәнәғәтме? Яҙған мәҡәләләреңде уҡыйҙармы?
– Ирем Вәкил Харис улы Хәйбулла ра­йо­нының Аҡъюл ауылынан. Ул Баш­ҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамланы. Эшкә бик етди ҡарай. Балалар бәләкәй саҡтарында, бигерәк тә кесеһе, атайымды һағындым, атайымды күргем килә, тип илай торғайны. Ер комитетында эшләне, компьютерлаштырыу заманы ине бит, уны үҙләштереү ҙә, барлыҡ эштәрҙе яйға һалыу ҙа күп ваҡыт талап итте. Район был йәһәттән иң артта һөйрәлә ине. Көнө-төнө эшләп, тәүге унау исемлегенә сығарҙы, әле – проектлау институтында.
– Киләсәккә уй-теләктәрең?
— Коллегаларым журналыбыҙҙың тиражын арттырыу өсөн бар көсөн һала, тырыштар. Артабан да уңышлы эшләргә яҙһын. Дуҫтарымдың һәр уңышы, һәр шатлығы мине ҡыуандыра. Бәлә-ҡаза урап үтһен уларҙы. Халҡымдың бәләкәй генә хеҙмәт хаҡына ла өндәшмәй эшләп йөрө­үенә хайран ҡалам. Ниндәй түҙемлеләр, сабырҙар. Ана шул матди ҡыйынлыҡтар арҡаһында рухи байлыҡ икенсе урынға төштө. Булғанына шөкөр итәйек, тип түгел, булмағанын булдырайыҡ, тип йәшәй торған замана.
– Тәүге һорауға яңынан ҡайтып, тағы бер асыҡлыҡ индерәйек – донъяны кешеме, әллә кешеләрме һәм ниндәй матурлыҡ ҡотҡарасаҡ?
– Донъя homo sapiens, тиһәк, ул беҙҙән тора бит инде... Кешелек ни ҡылһа ла, үҙ-үҙен шул юлға алып сыға. Йылға буйында ял итеп, тамаҡ ялғап, артынан сүп-сарын таҙартмаһа – тәбиғәткә зыян килә. Хәҙер йәй көндәрендә һыу инеп, ҡомда ҡыҙынып ятыусылар үҙҙәре менән мотлаҡ һыу, ризыҡ ала, аҙаҡтан ҡағыҙ-шешәләрен йыймай, ә бынан 20-30 йыл элек бындай күренеш юҡ ине. Кеше тәбиғәткә сыҡҡанда тамағын ҡайғыртманы. Иң элек, әлбиттә, күңел таҙалығы, матурлығы кәрәк, күңеле саф кеше үҙе йәшәгән мөхитте лә бысратмай. Йәнлектәр ҙә, үҫемлектәр ҙә, тау-йылға, урмандар, һыу ятҡылыҡтары – барыһы ла бер бөтөн. Шул бөтөнлөктө тойоп, көн дә иртән атҡан таңды маҡтап йырлаған ҡоштарҙай, күңелдән генә һәр көнөбөҙгә рәхмәт әйтеп, шатланып йәшәһәк, донъяның матур икәнлеге былай ҙа беленер.


Вернуться назад