Беҙ – Ватан ҡарт һәм Ил ҡарсыҡ балалары28.04.2017
Беҙ – Ватан ҡарт һәм Ил ҡарсыҡ балалары Ватан һәм Ил культурологик феномендары төрки халыҡтары мәҙәниәтендә, әҙәбиәттә, айырыуса мәғариф, тәрбиә эшендә ифрат ҙур урын биләй. Был ике мөһим төшөнсә башҡорт халҡында, барлыҡ төркиҙәрҙәге кеүек, әлегәсә тере әйләнештә ҡулланылһа ла, эпик ҡомартҡыларҙа, халыҡ ижадында һаҡланмаған.
Афғанстанда йәшәгән төркиҙәрҙә – үҙҙәрен ҡыпсаҡ (һарт түгел) сығышлы тип күрһәткән үзбәктәрҙә Атан-хан менән Эль-ханә – боронғо парлы илаһтар. Улар Тирак исемле тау яғында йәшәй һәм үҙ янына үлгән кешеләрҙең йәндәрен йыя. Бындай исемле тауҙар төрки донъяһында йыш осрай. Мәҫәлән, Иран Азербайжанындағы Эльбурс (Бююк Борус) тауҙарының Демавенд түбәһен дә (5604 метр бейеклегендәге һүнгән вулкан) урындағы төркиҙәр Кек Тирак (Күк терәге) тип йөрөтә. Элек уға арнап кеше ҡорбандары килтергәндәр. Беҙҙә әлегәсә һаҡланған “Аҡ тирәк – күк тирәк” уйыны – шуға ишара: унда йәштәр үҙҙәренең ҡыҙҙарын тирәккә бирмәҫкә тырыша. Атан-хан Кек Тирак итәгендәге һарайҙа йәшәй, үҙ янына яуҙарҙа һәләк булған һуғышсыларҙы йыя, тип иҫәпләнә.
Һары уйғырҙарҙың илаһы Атан-хан Кек Тенгри (Тянь-Шань) тауҙарының Боланташ (Борус) түбәһендә йәшәй. Янына үтер өсөн өс талай (даръя) аша сығырға кәрәк: утлы От-талай, боҙло Суук-талай һәм ағыулы Ыу-талай аша. Эргәлә ҡара шыршы ағасы үҫә, уны көнө-төнө Айҙар һәм Байҙар (Айлар менән Байлар, Азар менән Позар) исемле эттәр һаҡлай. Эттәр йоҡлап китмәһен өсөн ағас тирәһендә көндөҙ ҡарлуғас һыҙғырып осоп йөрөй, төндәрен ботаҡтарҙа һандуғас һайрап ултыра. Был образдар хатта халыҡ йырында ла сағылыш тапҡан:
Айҙар ғынайым да
Байҙар ғынайым,
Ҡара ҡарлуғасҡайым да
Һары һандуғасҡайым…
Атан-хандың изге ағасында 16 тамға (ҡайһы бер вариант­тарҙа – 12) уйылған. Заманында ул үҙенең улдарына тамғалар биреп сыға һәм уларҙы һаҡларға, боҙмаҫҡа ҡуша. Бер заман тамға һалғанда Атан-хан уны боҙоп ҡуя, шул мәлдә күҙе ботаҡҡа төртөлөп тишелә. Был тамғалар нигеҙендә, легендаға ярашлы, төрки яҙмаһы (алфавит) формалаша.
Атан-хан, бер яуҙа һәләк бул­ғас, үҙ һарайына үлгән һуғыш­сыларҙы йыя башлай. Унда утлы, боҙло һәм ағыулы талайҙарҙы үтерҙәй халыҡ ҡына эләгә. Атан-хандың ҡатыны Эль-ханә үҙ янына мәрхүм ҡарт-ҡороно, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны йыя. Мәр­хүмдәрҙең йәндәрен Югар исемле һигеҙ аяҡлы ат ташый.
Атан-хан образы уйғырҙарҙан ҡырғыҙҙарға, хакастарға, алтай­ҙарға күсә һәм ҡайһы берҙә Тәңрегә хас һыҙаттар ала. Мәҫәлән, алтайҙарҙа Атан-ханға Меркут исемле ҙур бөркөт эйәреп йөрөй һәм, уң яҡ иңбашына ултырып – киләсәк, һул иңбашына ҡунып үткәндәр тураһында һөйләй. Меркут башҡа төркиҙәрҙә ике башлы Бирҡот-баба булып китә һәм кешеләргә күктән алынған йәшәү көсө – ҡот таратып йөрөй, бер башы үткәндәрҙе, икенсеһе киләсәкте күҙәтә.
Алтай, хакас, тыва, шор халыҡ­тарында Атан-хан үлеләрҙең йәндәрен йыйыусы алла Ульген сифаттарын ала. Ульгендың ҡыҙҙары – ҡанатлы умайҙар (башҡорт­тарҙа – һомайғоштар) йәндәрҙе Ульген йәшәгән төбәккә – Үле ҡалаға ташый, йәғни Атан-хан мифологик пантеоны элементына әйләнә. Күрәһең, айырым дәүерҙәрҙә төрлө халыҡтарҙа Ульген, Тәңре һәм Атан-хан образдары берләшеп, бер үк алла рәүешендә ҡабул ителә башлай. Мәҫәлән, боронғо уйғыр текстарында Умай (Һомай) Тенгирҙың (Тәңренең) ҡатыны тип күрһәтелә, ә тәңреселек диненә нигеҙ һалған тәүге парлы образдар Тенгир һәм Тенгиз (Күк ире, Күк ҡыҙы) онотола.
Көнсығыш төркиҙәрҙең (ҡыр­ғыҙ, уйғыр, хакас, тыва, алтай, шорҙарҙың) мифологияһын етди өйрәнгән ғалимдар (Хакас дәүләт университеты профессоры Виктор Яковлевич Бутанаев, Томск дәүләт университеты профессоры Андрей Маркович Сагалаев һ.б.), ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көнба­йыш төркиҙәрҙе бөтөнләй иғти­барһыҙ ҡалдыра (шул иҫәптән беҙҙең башҡорттарҙы). Шуныһы сәйер: беҙҙәге Ватан һәм Ил мифологик пантеоны германдарҙың Один һәм Хелль пантеонына яҡыныраҡ булыуы ихтимал. Бел­гестәр Один менән Хелль пантеонын скандинавтарға бәйләп күрһәтә, ә асылда иһә ул заманында төркиҙәр менән йәнәшә генә йәшәгән гот (остгот) ҡәбилә­ләренә бәйле, хатта уларға төркиҙәрҙән эләгеүе тураһында һүҙ йөрөтөргә нигеҙ бар.
Көнбайыш төркиҙәр, шул иҫәптән башҡорт этногенезына ҙур өлөш индергән халыҡтар оҙаҡ ваҡыт – III–IX быуаттар дауамында Ҡырымда, Дон (Тан), Днепр (Танп) йылғалары буйында төпләнгән герман телле готтар (остготтар) менән йәнәшә йәшәй. Улар алты быуат буйына уртаҡ руник алфавит ҡуллана һәм бер үк аллаға – Ватанға (германдарҙа – Вотан, аҙаҡ скандинавтарҙа – Один, төркиҙәрҙә – Ватан, Атан-хан, Атам-хан) табына.
Один-Ватан тураһында ифрат бай мәғлүмәт Снорри Стурлус­сондың “Кесе Эдда” китабында тупланған. С. Стурлуссон (1178 – 1241) Исландияла тыуа һәм оҙаҡ йылдар Швеция һәм Норвегия конунгтары (королдәре) янында илсе хеҙмәтен үтәй. Уларҙың китапханаларында боронғо хроникаларға юлыға һәм, үҙенең бай фантазияһын өҫтәп, 1222 – 1225 йылдарҙа “Кесе Эдда” китабын яҙа.
Стурлуссонға ярашлы, Один Асгардтан (Ас ҡаласығы) алып көнсығыштағы тауҙарға тиклем йәшәгән халыҡтарҙың юлбашсыһы иҫәпләнә. Один үҙе Тан менән Танп (Дон менән Днепр) араһында йәшәгән герминон (ирмин) халҡынан була, гер­минондарҙан барлыҡ герман халыҡтары баш ала. Герминондар үҙҙәрен ас халҡы, боронғо дәү кешеләр – альвтар (альп, алып) тоҡомо тип иҫәпләй. Уларҙың тәүбабаһы Ирмин (Гермин, Герман) була. “Гот” этнонимы парлы илаһтар Гот менән Мадаға табыныуҙан килә.
Готтар йәнәшә йәшәгән төркиҙәрҙән руник алфавит һәм легендалар үҙләштерә. Геродот скифтарҙың ҡылысты ергә ҡаҙап йәки уның һабын өҫкә күтәреп табыныуын иҫкә ала – был йола аҙаҡ германдарға күсә. Иң мөһиме – төрки илаһы Ватан (Атан-хан) тураһындағы легендалар готтар араһында тарала.
Один-Ватандың йәшәгән урыны Асгард Азов диңгеҙе буйында, Дон йылғаһы тамағынан йыраҡ түгел урынлаша. Гректар ҡаласыҡты Танаис тип атай, готтар Танхайм, Танхейд тип күрһәтә. Ҡайҙалыр готтарҙың Архайм тигән йәнә бер ҡаласығы була. “Өлкән Эдда”ла күрһәтелеүенсә, готтар тәүҙә Танхайм менән Архайм араһында ғына йәшәй. Норвег ғалимы Тур Хейердал раҫлауынса, боронғо Асгард хәҙерге Запорожье ҡалаһы ситендәге, Днепр йылғаһы уртаһындағы имәндәр менән ҡапланған Хортица (төрки исеме – “Урҙаса”, “Урҙа” һүҙенән) утрауында урынлаша. Утрауҙа бик ҙур ҡарт имән үҫә һәм, легендаға ярашлы, Одинды шул имәнгә үҙенең ҡылысы менән ҡаҙап ҡуйылған хәлдә табалар.
Один бер заман Асгардты ҡалдырып, төньяҡҡа, яңы ерҙәр яуларға сығып китә. Асгард – Танхаймда туғандары Вилли менән Вег ҡала һәм Одинға ярҙам ебәреп тора. Один күп илдәрҙе баҫып ала һәм үҙ конунгтарын ҡуя. Данмаркта (Данияла) ейәне Фроди, Саксонияла улы Вёгдег, Вестфалияла – Бальдр, Ютландияла – Скьёльд, Норвегияла – Семинг, Швецияла Ингви конунг булып китә, Один уларҙың һәр береһенә илдәрен киңәйтергә ҡуша. Вёгдег етәкселегендәге сакс һәм англ ғәскәре Британияны баҫып ала. Ютландия конунгы Скьёльд балт ерҙәренә бәреп инә.
Один Асгардҡа ҡайта һәм, ҡартайғас, тыныс тормошта йәшәп ҡарарға була. Аҡыл, йәшәү дәрте һәм илһам шишмәһе һаҡсыһы Мимирға барып, шиғриәт балы (поэзия нектары) һорай. Әммә балды әҙерләү өсөн Мимирҙың күҙҙәре күрмәй. Один ҡартҡа бер күҙен бирә, ә ҡарт уға руналар һәм шиғриәт серҙәрен аса. Один, мауығып китеп, үҙ тормошо тураһында сага һөйләп йөрөй. Ашауҙан туҡтап, бал эсеп кенә йәшәй. Бер көн уны ҡарт имән олонона ҡуша ҡаҙап ҡуйылған хәлдә табалар.
Один үлгәс, уны Ульхалла (Вальгалла) – үлеләр ҡалаһы (үлеләр һарайы) хужаһы тип иғлан итәләр. Яуҙа үлеү һәм Одинға эләгеү оло бәхет һанала. Германдар Одинды, төркиҙәрҙең Ватанына хас һыҙаттар өҫтәп, алла кимәленә күтәрә. Ватандың һигеҙ аяҡлы аты Югар готтарҙа Слейпнир (Шыуып Барыусы) исемен ала, Айҙар һәм Байҙар исемле эттәр Гери (Ҡомһоҙ) һәм Фреки (Туймаҫ) исемле бүреләргә әйләнә. Ике башлы бөркөт ике ҡоҙғон булып китә: Хугин исемлеһе киләсәкте уйлай, Мунин үткәндәрҙе хәте­рендә һаҡлай. Ҡанатлы ҡыҙҙар – һомайғоштар германдарҙа валькирияларға әйләнә.
Ул арала Скьёльд юттар менән балт ерендәге Хелль моронона барып сыға. Был һалҡын, еүеш, ямғыр һәм ҡар күп яуған, диңгеҙҙән көслө елдәр иҫеп торған төбәктең хужабикәһе, балт ҡатыны Хелль Скьёльдты үлтереп, уҫал эттәренә ашата. Конунгты эҙләргә сыҡҡан ют һуғышсылары Хелль менән уның эттәрен ҙур ағасҡа бәйләп, тереләй яндыра. Хелль мороно герман легендаларына Ульхалла (Асгард) кеүек үлеләр иле булараҡ инә. Ульхаллала яуҙарҙа һәләк булған ир-ат йыйылһа, Хелль ҡаласығына (төрлө сығанаҡтарҙа Хелльхайм, Хелльгард, Хелль тип атала) ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, йәшләй ғүмере өҙөлгән бала-саға эләгә. Көнбайыш традицияһында Хелль “тамуҡ”, “йәһәннәм” төшөнсә­лә­ренә тура килә. (Инглиз телендә hell – тамуҡ. “Тамуҡ” һүҙе – төрки сығышлы, әсирҙәрҙе утлы күмер тултырылған соҡорға ташлап язалаған Тамуҡ хан исеменән. “Йәһәннәм” төшөнсәһе семит традицияһынан (ғәрәптәрҙән һәм йәһүдтәрҙән) килә: Иерусалим ҡалаһы ситендәге Гёхинном тигән урында испандарҙан тупланған Рим легионы һалдаттары әсирҙәрҙе үлтереп, мәйеттәрен яндыра).
Один һәм Хелль мифологик пантеоны тасуирланған йәнә бер әҫәр – “Өлкән Эдда” героик поэмаһы. Уны исланд яҙыусыһы Сёмунд Сигфуссон (1056–1133) ижад итә, поэма 1260 йылда ғына китап рәүешендә донъя күрә. Сигфуссон, рухани булараҡ, Германия, Франция, Италия буйлап сәйәхәт итә һәм готтар тарихы буйынса бай мәғлүмәт туплай. Әҫәрҙә гунн дәүере, юлбашсы Аттила (Атли Оттован – Атлы Ут Табан) тормошона ҡағылыш­лы ваҡиғалар тасуирлана. Сигфуссондың күләмле әҫәре германдарҙың һәм төркиҙәрҙең V быуат уртаһында Рейндан алып Донға тиклем һуҙылған ҙур гунн империяһында бергә йәшәүен һүрәтләүе, Вотан һәм Ил (Один һәм Хелль) пантеонына ҡағылышлы бай мәғлүмәт биреүе менән айырыуса әһәмиәтле. Ватан һәм Ил культурологик феномендары әлегәсә беҙҙә тере әйләнештә йәшәп килә һәм беҙ, уларҙы етди өйрәнеп, артабан үҫтереп, мәҙәниәттә, әҙәбиәттә, сәнғәттә, айырыуса тәрбиә эшендә әүҙемерәк ҡуллана алабыҙ.


Вернуться назад