Бурыслымын туған халҡыма28.04.2017
Бул һин тик халҡыңа тоғро,
Ит хеҙмәт арыу белмәй.
Маҡтау, хурлау ғүмерһеҙ ул,
Тик хеҙмәт йәшәй, үлмәй.
3. Биишева.
Эйе, мин бар булмышым менән үҙемдең халҡыма, тыуған илемә бурыслымын. Йәшерәк саҡта, бындай юғары әхлаҡи фекер һалынған һүҙҙәрҙе ҙур, мәртәбәле йыйындарҙа ғына һөйләйҙәрҙер, тип уйлай инем. Йылдар үтеү менән, әлеге түләнеп бөтмәй торған бурыстың һәр кемдең аңында булырға тейештер, тигән фекергә килдем.
Атайым һәр ваҡыт: “Ниндәй генә эш башҡарһаң да, уға кешеләр һоҡланырлыҡ булһын. Шундай уй менән эшләһәң, шөғөлөңдө лә ныҡ яратырһың. Ана шул саҡ эшең аша халыҡ үҙеңде күрер. Минең дә, әсәйеңдең дә таныш-белешебеҙ алдында йөҙөбөҙ яҡты булыр!” – тип әйтте.
Эйе, атайымдың һүҙҙәре менән мин дә килешәм: эшебеҙҙең һөҙөмтәһе кеше һоҡланырлыҡ булмаһа, хәҙерге заман етеш донъя кимәленә килә алыр инекме?
Кеше маймылдан барлыҡҡа килгәнме, әллә балсыҡтан әүәләп эшләнгәнме, уны тикшергән ғалимдар донъя тулы, ләкин иманым камил: тәбиғәт балаһының бер төрө булараҡ, кеше үҙ юлы менән үҫеш алған. Бирелгән аң-һәләтен үҫтерә барып, үткәнен, киләсәген күҙаллап эш башҡарған. Әле лә, эшһеҙ тора башлаһа, ғүмерем заяға үтә тип, кеше нисек кенә зарланмай. Бар булған эште еңеләйтеү юлын эҙләй: уҡыу, уҡытыу, уйлап табыу, сәнәғәт кеүек төшөнсәләрҙе ысынбарлыҡҡа әйләндерә...
Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында ғаиләлә икенсе бала булып тыуғанмын. 9-сы класты “бишле” билдәләренә генә тамамлағас, атай-әсәйемдең теләге буйынса Өфө ҡалаһының медицина училищеһына документтарымды тапшырҙым. Әммә уҡытыусы һөнәре күңелемә яҡыныраҡ ине. Тәүҙә үҙемдең көсөмдө Мәсәғүт педагогия училищеһында һынап ҡарарға булдым. Имтихандарҙы яҡшы билдәләргә тапшырып, уҡырға инеп ҡайтҡас, Өфөгә барып та торманым. Атай-әсәйем дә теләгемде кире ҡаҡманы.
Бәләкәй саҡтан дуҫым Әлиә менән уҡытыусы, уҡыусы ролендә уйнай торғайныҡ. Бер-беребеҙҙең дәфтәрен тикшереп, мейескә аҡбур менән яҙып, китаптарҙы улай-былай әйләндереп уҡыу беҙҙең өсөн иң ҡыҙыҡ, иң яҡшы уйындарҙың береһе ине. Башланғыс класс уҡытыусыһы Факиһа апайҙың яғымлы тауышы, беҙҙең кеүек тиктормаҫтарға ла ҡаты бәрелмәүе, дәрестәрҙе шул тиклем ихлас аңлатыуы бала йөрәгендә уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләгән инде.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ ҡулыма диплом алғас, 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм журналистика факультетына уҡырға индем. Шундай ҙур бейеклекте нығынып та өлгөрмәгән булмышым менән үҙаллы яулай алыуыма атай-әсәйемдең ҡыуанысы сикһеҙ ине: уларҙың ҡыҙы юғары уҡыу йорто студенты бит!
Студент йылдары... Университеттың барлыҡ йәмәғәтселек эшендә ҡайнап йәшәнем. Афарим Аҡсурин етәкселегендәге фольклор түңәрәге менән университетта ғына түгел, Өфө ҡалаһының бик күп мәҙәниәт һарайҙарында концерттарҙа сығыш яһай инек.
Белорет егете Салауат менән ғаилә ҡороп, 4-се курста Байрас исемле улым донъяға килһә лә, уҡыуымды дауам иттем. Көндөҙгө бүлектә уҡыған өсөндөр инде, үҙемдең маҡсатыма өлгәшеүгә бар көсөмдө һалырға тырыштым. Ниһайәт, ҡулыма дипломды бар ғаилә менән алырға барҙыҡ. Бигерәк тә ике йәшлек улым ҡыуанған төҫлө тойолдо. Шулай итеп, һиҙелмәйенсә биш йыл ваҡыт үтеп тә китте. Һөнәрем буйынса булмаһа ла, Дыуан районының Республика лицей-интернатында тәрбиәсе булып урынлаштым. Эшемде яратып башҡарҙым. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаштым. Грамоталар, аҡсалата бүләкләүҙәр – быны дәлилләгән күрһәткестәрҙең береһе, тип уйлайым. Тәрбиәләнеүселәрем менән дә тиҙ уртаҡ тел таптым, ял көндәрендә өйгә килеп, үҙҙәренең уңыштары менән уртаҡлаша торғайнылар. Әлеге ваҡытта күбеһе менән аралашып, осрашып торабыҙ.
Шулай яҡшы ғына эшләп йөрөгәндә, Мәсәғүт гимназияһында башҡорт телен уҡытырға тәҡдим иттеләр. Үҙ һөнәрем буйынса эшемде дауам итеүемә бер яҡтан ҡыуандым, икенсе яҡтан, лицей-интернат уҡыусылары менән башлаған эшемде еренә еткермәүем күңелемде ҡырҙы.
Бала саҡтағы хыялым тормошҡа ашты. Мин – уҡытыусы! Бар көсөмдө һалып, эшләй башланым. Уҡытыусы һөнәренең бар нескәлектәрен, яуаплылығын аңлап, үҙ һөнәремдең дөрөҫ һайланыуына көндән-көн инана барҙым. Бына 13 йыл мин Мәсәғүт гимназияһында башҡорт теленән уҡытам. Уҡыусыларымдың тормошҡа ҡарашын, уй-фекерләүҙәрен үҫтереп, дөрөҫ йүнәлеш биреп, Тыуған илеңде, телеңде ҡәҙерләргә, һаҡларға кәрәклеген аңлатып, оло шәхес тәрбиәләүгә бар көсөмдө һалам.
Йәмғиәттә халыҡтың әхлаҡи йөҙө юғала барғанда, беҙ – тел уҡытыусылары – һаҡта уяу торорға, һәр мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Район һәм республика күләмендә ойошторолған сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулауым эшемдең һөҙөмтәһеҙ түгеллеген тағы бер иҫбатлай. Уҡытыусының үҙ һөнәре буйынса өҙлөкһөҙ эшләүе, конкурстарҙа ҡатнашыуы уның заман менән бергә атлауын һөйләй. Мин дә яратҡан эшемдән дәрт һәм илһам алып йәшәйем.
Бына тағы ла ғаиләм менән йыйылып кәңәшләшәбеҙ. Шәжәрә байрамында ҡатнашам тип дәртләнеп йөрөгән Гүзәл ҡыҙым да нимәлер тәҡдим итә. Улдарыбыҙ Байрас һәм Булат ҡурай тарта, тормош иптәшем Салауат баянда уйнай. Беҙҙе алда тағы ла ҙур эштәр, ижади үҫештәр, уңыштар көтә!