Йөҙйыллыҡҡа нисек әҙерләнәбеҙ?28.04.2017
Йөҙйыллыҡҡа нисек әҙерләнәбеҙ?Уҙған аҙнала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте. Сарала Мәскәүҙәге “Яҡташтар” йәмғиәте етәксеһе, Башҡортостан Республикаһынан Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зинуров, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һәм башҡалар ҡатнашты.
Ултырышты асып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы сиктәрендә үткәреләсәк саралар хаҡында һүҙ тотто, ҡоролтай тарафынан ойоштороласаҡ саралар планы раҫланды. Атап әйткәндә, Башҡортостан автономияһының иғлан ителеүенә арналған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияны, “Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә башҡорт теленең тотҡан урыны” темаһына “түңәрәк өҫтәл”де, ырыуҙар йыйынын үткәреү тураһында фекер алыштылар. Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтендә ваҡиғаларҙың бирелешенә ҡағылышлы проблемалар тураһында ла әйтелде. 2017 йылда Башҡорт теле көнөн үткәреү, 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итеү, район һәм ҡалаларҙа балалар ҡоролтайҙарын ойоштороу, “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя” форумын уҙғарыу хаҡында килеш­теләр. Сара барышында “Баш­ҡортостан Республикаһының тыуыуы: 100 шәхес” проектына ярашлы 100 шәхес исемлеге лә раҫланды.
Сарала ҡатнашыусылар М. Ға­фу­ри исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилейын да әлеге саралар планына индерергә хәл итте. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә Ә. Әсфәндиәровтың “Миңзәлә башҡорттары ауылдары” китабын яңынан баҫтырып сыға­рыуҙарын һорап мөрәжәғәт итергә килештеләр. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Башҡортостан Рес­публикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған эмблема тура­һында ла ҡарар ҡабул ителде.




Вернуться назад