Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Нефтекама ҡала хакимиәте, Төньяҡ төбәк-ара башҡорт ҡоролтайҙары берләшмәһе ҡоролтай рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары өсөн махсус семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Унда Дүртөйлө, Илеш, Краснокама, Тәтешле, Яңауыл райондарынан, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларынан, Пермь крайынан вәкилдәр саҡырылғайны. Йыйылышты Нефтекама башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев алып барҙы.Нефтекама ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Ирина Әхмәҙишина урындағы рухиәт, мәҙәниәттең хәл-торошо менән таныштырҙы. Ул сығышында 2008 йылда Милли берләшмәләр үҙәге асылыуы ҡалалағы алты йәмғиәт ойошмаһының һыйышып, дуҫ йәшәүен генә түгел, ҡулға-ҡул тотоноп эшләүен тәьмин итеүен әйтте. Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә 76 башҡорт, 16 татар, өс мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары белем бирә. 96 проценты – башҡорт телен, 52 проценты – татар, 3 проценты мари телен туған тел булараҡ өйрәнә. Милләт-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында үткәрелгән саралар араһында Фин-уғыр халыҡтары милли мәҙәниәттәренең төбәк-ара фестиваленең, Ф. Ҡудашева исемендәге “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсының республика мәҙәниәтенә нефтекамаларҙан индерелгән тос өлөш булыуы билдәләнде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев урындарҙа ҡоролтай етәкселәре һәм составы алмашыныуы, яңы состав, яңы кадрҙар, йәш көстәр менән тулыланыуына бәйле Сибай, Бишбүләк, Салауат төбәктәрендә ҡала һәм райондарҙағы 69 ҡоролтайҙың кәңәшмәләре үтеүе хаҡында хәбәр итте. Эште яйға һалыу өсөн ай һайын план төҙөү, отчет биреү тейешлеге хаҡында ла әйтте. Үткәрелгән саралар тураһында сайтта, социаль селтәрҙә мәғлүмәт биреү зарурлығы билдәләне. Башҡарма комитеттың ағымдағы эштәре менән таныштырып, хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе телгә алды. Ырыуҙар эшмәкәрлегенә туҡталып, Табын ырыуының йыйыны үтеүен, мең, юрматыларҙың май айында ҡор тупларға йыйыныуын хәбәр итте. “Шәжәрә ул 250-300 йыллыҡ дәүерҙе үҙ эсенә ала, ә ырыуҙарҙы күтәреү тотош быуатты иңләй, тамырҙарҙы төптәнерәк эҙләргә этәрә”, – тине ул.
Сығышта тел мәсьәләһе лә күтәрелде, киләсәктә Туған тел көнө, Ғаилә байрамы, Шиғриәт кисәһе кеүек традицион сараларҙы ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы. Балалар һәм Йәштәр ҡоролтайҙары үткәрергә йыйыныуҙары хаҡында белдерҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова “Башҡорт теле ғаиләлә, мәктәптә һәм йәмғиәттә: көнүҙәк проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары” тигән сығышында мәғариф өлкәһендәге киҫкен мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Матбуғаты, радио-телевидениеһы булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теле 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан хәүеф янаған телдәр рәтенә индерелеүен иҫкә алып, ошо көнүҙәк мәсьәләнең сәбәптәрен барланы. Урындағы хәлде ныҡлап өйрәнеп, телдең ҡулланылыш даирәһе тарайыуы төп бәләләрҙең береһе булыуын билдәләне.
Мин иһә сығышымда “Башҡорт теленең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү, халыҡта уның бәҫен һәм абруйын күтәреү буйынса ниндәй саралар күрергә була” тигән мәсьәләне күтәрҙем. Ысынбарлыҡ һәм беҙ теләгән йыш ҡына тап килмәй. Заман үҙ ағышына ҡуйһа ла, үҙебеҙҙең асылға тоғро ҡалып, милли үҙаңды күтәреү өҫтөндә эшләргә, эҙмә-эҙлекле эштәр алып барырға кәрәклеге хаҡында әйттем. Мәҫәлән, йәш быуынды матбуғатты уҡырға өйрәтеү балалар баҡсаһынан башланырға тейеш. “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын уҡып үҫмәгән бала нисек итеп һуңынан “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел” кеүек баҫмаларҙы уҡыһын? Милли уйындар, ауыҙ-тел ижады, йолалар, байрамдар, ер-һыу атамалары, шәжәрәне өйрәнеү, аш-һыу, көнкүреш әйберҙәре, биҙәүестәр, милли кейем аша ла бирелергә тейеш тел нескәлектәре.
Филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле, башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты Фәнзил Санъяров сығышында башҡорт әҙәби телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләрен күтәрҙе. “1921 йылдың 9 апрелендә башҡорт әҙәби теле иғлан ителә. Нигеҙенә ҡыуаҡан һәм юрматы диалекттары алына. Йыл ярым ваҡыт эсендә телгә дәүләт статусы бирелә. 1925 йылда БАССР Конституцияһы раҫлап ҡуя. Юридик нормаларҙы ғәмәлләштереү хаҡында һөйләйбеҙ. Әҙәби тел – нормаларға һалынған тел. Шәһит Хоҙайбирҙин комиссия рәйесе булып торған. 100 йыллыҡ әҙәби телебеҙ үҙгәрергә тейеш түгел. Ошо телдә гәзит-журналдар сыға, радио-телевидение һөйләй. Бер ниндәй корректировкалар булырға тейеш түгел. “90 процент “инәй” тип һөйләгәндә, ниңә “әсәй” тибеҙ”,– тигәнерәк сығыштар ишетелеп ҡала. Ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙгәрештәр индереү мөмкиндер ҙә. Әммә ревизия үткәрергә ярамай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙенән-үҙе шундай күренештәр барлыҡҡа килә. Һуңғы ваҡытта “мөмкинселек” тип һөйләй башланыҡ. Башҡорт телендә ундай һүҙ бер ваҡытта ла булмаған. Ул һуңғы 7-8 йылда ғына барлыҡҡа килде һәм тиҙ арала таралып өлгөрҙө. “В” өнө башҡорт телендә “уа” булараҡ яңғырай, әммә һуңғы ваҡытта ғалимдар ҙа быны иҫәпкә алмай. “Ерле һөйләш нигеҙендә гәзит сығара башлайыҡ” тигән тәҡдим дә төптө хата. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары теле ҡыуаҡан һөйләшенән дә, татар теленән дә айырыла, әйҙәгеҙ, ошо тел өсөн генә дәреслектәр сығарайыҡ, ошо диалектта ижад итәйек, тиеү ҙә яңылыш. Был – 100 йыл йәшәп килгән әҙәби телде һанға һуҡмау. Комиссия тарафынан һөйләшеп, махсус барлыҡҡа килтерелгән тел бит ул. Уны беҙ һаҡларға тейеш. 1921 йылда иғлан ителгән башҡорт теленә үҙгәрештәр индерергә тейеш түгелбеҙ. Бөтә мәктәптәр ҙә рус телендә уҡытыуға күсте. Һәр бала туған телендә белем алырға тейеш. Шунда ғына һәләттәре асыла. Туған телдә уҡыған тиҫтәләгән академиктарыбыҙ бар. Сит телдәрҙе өйрәнеү интеллектты күтәрә. Шуға ла бала кәмендә ике телде белергә тейеш”, – тине ул.
Тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты Нурислам Ҡалмантаев төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тарихына бәйле көнүҙәк һорауҙар хаҡында һөйләне. “Был төбәктә археологик экспедицияға йөрөнөм. Телдәре бер аҙ айырымланыбыраҡ тороуға ҡарамаҫтан, беҙ башҡорттар, ти торғайнылар. Тәтешлегә барғанда ҡара табындарҙың бер өлөшө ирәктеләр менән осраштыҡ. Бында уран, ғәйнә, танып, балыҡсы, ирәкте, йәнәй, гәрәй, ҡырғыҙ, йылан, елдәк, ҡаңны, дыуанәй, ҡаршын, таҙ, Ағиҙел буйында бүләр, байлар, юрмый, ирәкте ырыуҙары тупланған. Этногенез буйынса ғалим Р.Ғ.Кузеевтың “бында бик боронғо халыҡ йәшәй” тип әйткән һүҙҙәре бар. 1890 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса, Өфө губернаһында 899 мең башҡорт, был 40 процент тигән һүҙ. Рустар – 38, татарҙар – 8 процент, типтәрҙәр – 1,8, мишәрҙәр – 1 процент. Тәтешле районында 100 процент башҡорттар йәшәгән. Бәләбәй өйәҙендә – 53 процент, Миңзәлә өйәҙендә – 32 процент. Революцияға тиклем башҡорттар – 122 мең, рустар – 117 мең, татарҙар 106 мең һаналған. Татарҙарҙы башҡорт тип мәжбүри яҙҙырғандар тигән хата ҡараш йәшәүен документтар инҡар итә.
Ирекле микрофонда Яңауылдан Рафаэль Яхиндың “башҡорт телен яҡлап 19 мең ҡултамға йыйҙыҡ” тигәне урындағы халыҡтың телһөйәрлеген күрһәтмәйме ни? Уның төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының диалектын таныу хаҡында тәҡдимдәрен дә ҡоролтайсылар ихлас тыңланы. Рафаэль Баян улы үҙе башҡорт булһа ла, татар телендә белем алыуын белдерҙе. “Башҡорт әҙәби теленә күсеү өсөн бер нисә быуын үтер”, – тине ул. Шулай уҡ телде өйрәнеүҙәге кәртәләр хаҡында ла әйтеп китте. Башҡортса тапшырыуҙарҙы ҡарай алмауҙарына үкенес белдерҙе.
Ҡыҫҡаһы, әҙәби тел һәм һөйләш араһындағы айырмалыҡтар арҡаһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары уңайһыҙлыҡтар кисереүе, әммә улар араһында аңлатыу, милли үҙаңды уятыу эштәре алып барылырға тейешлеге әйтелде. Үҙ диалектында телевидение-радиоға шылтыратҡан ябай халыҡты әҙәби телдә һөйләшегеҙ, тип уңайһыҙ хәлгә ҡуялар, һөйләргә ирек бирмәүҙәре, ошо уңайҙан редакцияға шылтыратып аңлатырға тура килеүе хаҡында ла бик борсолоп һөйләне төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр. “Әней-әтей өйрәткән телдә һөйләшмәһәң, тоҙо юғала. Беҙҙәге халыҡты татарса һөйләшәһегеҙ тип әйтергә ниңә рөхсәт итәһегеҙ?” – тигән ҡырҡыуыраҡ сығыштарға “әҙәби тел берәү булырға тейеш” тип яуап бирелде.
“Тарихсыларға олораҡ быуын кешеләренә аңлатыу эштәре алып барырға кәрәктер” тигән тәҡдим дә хуплап ҡаршы алынды. Ҡариҙелдән Юлиә Рәфис ҡыҙы үҙен татар тип һанап йөрөүен, шәжәрәһен өйрәнгәс, башҡорт икәнен асыҡлауы тураһында һөйләгәнен тулҡынланмай тыңлау мөмкин түгел ине. Дүртөйлөнән Гөлшат Хөсәйенова тарихи китаптар менән эшләргә өйрәтеүҙе, уҡыусыларға үҙ шәжәрәһен тарихи китаптар буйынса тулыландырыу, Шәжәрә байрамдарын йыл дауамында һәр бер класта фәнни-ғәмәли конференция итеп үткәреү файҙалы булыуы хаҡында һөйләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Марат Ғилманов йәштәр сәйәсәтенә ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙар һәм урындарҙағы ҡоролтайҙарҙың ошо өлкәләге бурыстары хаҡында хәтергә төшөрҙө. Илһөйәрлек, киләсәк хаҡында хәстәрлек күреү, бөгөнгө көн ҡуйған талаптар, тарихты өйрәнеү, шәжәрә байрамдарын үткәреү хаҡында һүҙ алып барҙы.
Ҡоролтай аппаратының тағы бер белгесе Айрат Искәндәров урындағы ҡоролтайҙарҙың эшмәкәрлеген ойоштороуға бәйле мөһим бурыстар хаҡында әйтеп үтте.
Нефтекамалағы башҡорт гимназияһында (директоры Әлфиә Кәримова) башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ғалим Вәкил Хажиндың, Рәйсә Күзбәкованың сығыштарын тыңланы. Нефтекамаға сәфәр аныҡ бурыстарҙы һәм маҡсаттарҙы билдәләргә, артабан да илһамланып эшләргә ҡанат ҡуйҙы.