1986 йылдың 26 апрелендә Чернобылдә булған фажиғәнән һуң, Башҡортостандан ғына 12 меңгә яҡын (Рәсәй буйынса 600 мең) кеше йәлеп ителгән, әлеге мәлдә уларҙың 300-гә яҡыны ғына иҫән. Шул иҫәндәре менән аралашҡанда иһә әле лә күңел һыҙыла... Тән-йән күтәрмәҫ ауырлыҡты оло яуаплылыҡ һәм сабырлыҡ менән үткәргәндәрҙең йәшләнгән күҙҙәренә ҡарап, заман ыуы булып ил йәненә, кеше яҙмыштарына, тереклеккә яғылған ауырлыҡтың ҡурҡыныс көсөн аңлағандай булаһың...Альмир Хафизов 1951 йылда Бөрө районының Мансур ауылында тыуған.
– Дүрт ул һәм дүрт ҡыҙ үҫкән ҙур ғаиләбеҙҙә, Аллаға шөкөр, бөтә туғандарым да иҫән, – ти Чернобыль атом электрстанцияһы һәләкәте эҙемтәләрен юҡ итеүҙә ҡатнашҡан Альмир ағай.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Альмир ағай әрме сафына алына, Һарытау өлкәһенең Балашов ҡалаһындағы авиация часында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, “Башҡортостан” нәшриәте типографияһында хеҙмәт юлын башлай. 1986 йылдың йәйендә уға повестка килә. Аҙна-ун көндән һуң Өфө ҡалаһының Совет һәм Октябрь райондарында йәшәгән, хәрби хеҙмәт үткән, 35 йәше тулған ир-егеттәрҙе Ырымбур өлкәһенең Тоцкий хәрби полигонына ебәрәләр. Бер ай хәрби әҙерлек үтәләр. Тәүҙә ҡайҙа һәм нимәгә әҙерләгәндәрен дә асыҡ ҡына аңлатмайҙар. Хатта Ағиҙел ҡалаһы янында төҙөлә башлаған Башҡорт АЭС-ына тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй... Әҙерлек үткәндәрҙе тура Киев ҡалаһына, унан хәрби машиналарҙа Чернобылгә ебәрәләр. Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстандан төркөмдәр була. Егеттәрҙе хәрби дәрәжәһе, белеме, һөнәре буйынса төрлө бригадаларға йыялар. Сентябрь башында бригадалар һәләкәт урынында эш башлай...
Ә Чернобыль янында хәл ҡот осҡос була. Бушап ҡалған Чернобыль, Припять, Славутич ҡалалары, һанһыҙ ауылдар, ташландыҡ ерҙәр... Бары күп тиҫтә йылдар үткәс кенә, был ерҙәрҙә (эпицентрҙан 30 саҡрым ҡала) үҫемлектәр баш ҡалҡыта һәм хайуандар донъяһы тергеҙелә башлай. Әммә әлеге урындар йөҙәр йылдар дауамында кеше һаулығы өсөн хәүефле булып һаналасаҡ әле...
– Мәскәү хәрби округының 1000 кешелек бригадаһы. Беҙ эшкә лә, ял ваҡытында ашарға ла машиналарға тейәлеп барабыҙ. Юлда саҡта ҡайһы бер урындарҙы машиналар бик ҙур тиҙлектә үткәне һиҙелә. Юл ситендә тотошлай һарғайған шыршылар ултыра... Ошо ергә етһәң, баш ҡыҫа башлай. Өҫтөбөҙҙә – обмундирование. Аяҡта – дозиметр, ул нурланыш кимәлен билдәләй. Көнөнә 0, 25 микрорентгендан арттырғансы эшләргә ярамай. Ә хәрби командировкаға тәғәйенләнгән норма – 25 рентген. Палаткаларҙа йәшәнек, ашау яҡшы булды, һыуҙы күп эсергә ҡуштылар, йәнәһе һыу организмдан радиация нурланышын тиҙерәк сығара. Беҙҙең бригада дүртенсе блокта эшләне. Шул майҙанды авария ҡалдыҡтарынан таҙарттыҡ, ағыуланған ер ҡатламын сығарып, уны таҙаһына алмаштырҙыҡ. Командирҙар радиация көсөнә ҡарап 5, 10, 15 минут йә бер сәғәт эшләй алыу мөмкинлеген иҫәпләп сығара торғайны, – тип хәтер ептәрен һүтте әңгәмәсем.
Ярты йылдан һуң, 1987 йылдың ҡышында, Альмир Әнүәр улы Өфөгә ғаиләһе янына әйләнеп ҡайта. Кире нәшриәткә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй.
– Бөгөн баш ҡаланың Совет районы буйынса Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен яйға һалыуҙа ҡатнашҡан 120 кешенең яҡынса 80-е иҫән. Баш ҡалала “Чернобыль союзы” ойошмаһында төрлө саралар үткәрелә, Чернобылдә булғандар менән осрашып торабыҙ. Йәшәйбеҙ... Йыл һайын һаулыҡты тикшертәбеҙ. Шулай ҙа ил Хөкүмәте заманында илде оло һәләкәттән ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан кешеләргә иғтибарлыраҡ булһа ине тигән теләктәмен. Йәшерәһе түгел, күптәр төрлө ауырыуҙар менән 14 меңлек пенсияға дарыу алырға ла, йәшәргә лә мәжбүр, – ти Альмир ағай.