Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?28.04.2017
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ, шағир, “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары:
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?– “Башҡортостан” гәзите минең иң яҡын дуҫтарымдың береһе тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Уның йөҙө миңә бала саҡтан таныш. Өйөбөҙгә “Совет Башҡортостаны” килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайныҡ. Хәҙер инде “Башҡортостан” исемен йөрөткән дуҫымды әле лә һағынып ҡаршы­лайым.
Төрлө осорҙа “Башҡортостан”ды һәләтле мөхәррирҙәр етәкләне, унда һүҙ ҡәҙерен белгән хәбәрселәр ең һыҙғанып эшләй. Һуңғы йылдарҙа ғына баш мөхәррирҙәр Рәлиф Кинйәбаев, Нияз Сәлимов гәзиттең йөҙөн һәм эстәлеген яҡшыртыу йәһәтенән ҙур эш башҡарҙы, әле Азамат Юлдашбаев, үҙенсәлекле алымдар ҡулланып, уны тағы ла байытып ебәрҙе.
Ғөмүмән, яратҡан гәзитем һәр саҡ рухи байлыҡ тейәп килә. Үкенескә ҡаршы, заман еле матбуғат өлкәһендә лә “туҙан” туҙҙырып иҫә. Бөгөн гәзит-журналдар алдырыу­сыларҙың һаны, ҡырғын төшкәндәй, кәмегәндән-кәмей бара. Уйлап ҡара­һаң, аслыҡ заманында йәшәмәйбеҙ, өҫтәлдәрҙән ризыҡ өҙөлмәй. Һәр йортта тиерлек еңел машина, ә улар­ҙың хаҡы миллиондарса һум менән иҫәпләнә. Ике-өс ҡатлы йорттарҙа, иркен фатирҙарҙа йәшәү тураһындағы уй беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың башына ла инеп сыҡмаған. Улар, аслы-туҡлы булһалар ҙа, матбуғат баҫ­ма­ларын алдырмай ҡалмаған, сөнки матди байлыҡҡа ҡарағанда рухи байлыҡты өҫтөн ҡуйғандар.
Заман йәштәренең уйында хәҙер матбуғат баҫмаларын уҡыу түгел, нисек булһа ла ҡыйбатлыраҡ компьютерҙы, смартфонды ҡулға эләктереү хәстәре. Тураһын әйткәндә, рухи ярлылыҡ милли һәләкәткә килтерә. Илем, телем, халҡым тип йәшәмәгән кешенән нимә өмөт итәһең инде! Уның өсөн үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын. Сер түгел, фажиғә юлынан алып бара торған ошондай фекерле тотош быуын үҫеп сыҡты. Әлбиттә, барыһын да бер ҡалыпҡа һалып булмай, ләкин, нимә генә тиһәк тә, күңелдәрен вайымһыҙлыҡ биләгән йәштәр артҡандан-арта бара. Был бәләнән ҡотолоу өсөн матбуғат баҫмаларын яҙҙырыуға дәүләт тарафынан да иғтибар артырға тейеш, минеңсә. Сығынлап юлдан сыҡҡан атты сыбыртҡы менән дә тура юлға төшөрәләр. “Көсләп матбуғатҡа яҙҙы­рып булмай” тип кенә тынысланырға ярамай, юғиһә аҙаҡ һуң булыуы ихтимал. Әгәр рухиәттән ҡолаҡ ҡағабыҙ икән, кешене һәләкәттән матди байлыҡ ҡотҡара алмаясаҡ. Нәфсенең сиге юҡ, миллион булһа, миллиард етмәйәсәк... Уға бары тик кешенең рухи ҡәлғәһе генә сик ҡуя ала.
Шуныһы йөрәкте телә: шау баш­ҡорттар ғына йәшәгән ауылдарҙа күп осраҡта бер-ике кеше генә матбуғат баҫмаһына яҙыла. Улары ла йә уҡытыусы, йә китапханасы... Хал­ҡыбыҙ был вайымһыҙлыҡтан ҡасан арыныр, ғәфләт йоҡоһонан ҡасан уяныр? Бының бер генә юлы бар: матбуғат баҫмаларын алдырыу.
Ҡыҫҡаһы, “Башҡортостан” гәзите һәр башҡорттоң рухи паспорты булырға тейеш!


Вернуться назад