26 апрелдә Хөкүмәт йортонда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ҡатындарға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Дәүләт наградаларын һәм аҡсалата премияларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы.– Был награда 1998 йылдан алып 130-сы тапҡыр тапшырыла. Ошо ваҡыт эсендә “Әсәлек даны” миҙалы менән ете меңдән ашыу гүзәл зат бүләкләнде. Тәрбиәле һәм тәүфиҡлы балалар үҫтереү ¬– ул һәр бер ғаиләнең төп изге бурысы. Шуға ла һәр әсә дәүләт һәм йәмғиәт яғынан хәстәрлек, иғтибар һәм ярҙам тойорға тейеш. Әле Хөкүмәттә күп балалы ғаиләргә булышлыҡ итеү буйынса проект эшләнә, – тине Салауат Сәғитов.