Ҡотлайбыҙ!26.04.2017
Ҡотлайбыҙ!“Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Сәйфитдин улы Ямалетдиновты тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән урғылған иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Кашшаф Сәйфитдин улы шифахана асылғандан алып, 12 йыл дауамында уға етәкселек итә. Ошо осорҙа шифахананың мөм­кин­лектәре киңәйҙе, тере шишмә һыуы даны бөтә Рәсәйгә таралды, урындағы халыҡ һәм сит өлкә кешеләре бөтә уңай­лыҡтары булған ял йортонда сәләмәт­лектәрен нығыта. Етәк­себеҙҙән уңдыҡ, тип ғорурланып әйтә алабыҙ. Ул һәр саҡ эҙлә­неүҙәр юлында. Биология фән­дәре докторы дәрәжәһенә өлгәште, фи­ҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Ғаиләһендә лә ул – ҡәҙерле атай, һөйөклө ир. Хәләл ефете менән өс балаға ғүмер бирҙеләр, биш ейән-ейәнсәре менән ғорур­ланып йәшәйҙәр.
Хөрмәтле Кашшаф Сәйфит­дин улы! Һеҙгә бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, эше­геҙҙә ҙур уңыштар, бәрәкәтле һәм мул тормош теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән “Танып” шифаханаһы коллективы.

* * *
Асҡын районындағы гүзәл “Танып” шифаханаһының тәүге көндәренән үк етәкселек эшен иңенә йөкмәгән, “Иң яҡшы шифахана” етәксеһе исемен йөрөткән гәзитебеҙҙең күптәнге тоғро дуҫы Кашшаф Сәйфитдин улы Ямалетдиновты тыуған көнө менән ҡайнар тәбрикләйбеҙ!
Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ менән республикабыҙ данын арттырған, кешеләр сәләмәтлеген нығытыуға ыңғай йоғонто яһаған шифахана булдырыуға өлгәштегеҙ. Киләсәктә лә көслө рухлы, уңған, кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ, аҡ юлдар теләйбеҙ.


Иң изге теләктәр менән “Башҡортостан” гәзите редакцияһы.


Вернуться назад