Ташламанан файҙаланығыҙ!05.04.2012
Ай башынан ҡала яны поездарына ташламаларға хоҡуғы булған граждандар өсөн билет хаҡы 50 процентҡа арзанайҙы. Әлегә тиклем был 1 майҙан ғәмәлгә индерелә торғайны.
Исемлеккә 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9 майына тиклем тылда эшләүселәр, сәйәси золом ҡорбандары, хеҙмәт ветерандары, хаҡлы ялдағылар инә. Билет алыу өсөн паспорт һәм ташламаға хоҡуҡ статусын раҫлаған таныҡлыҡ талап ителә.


Вернуться назад