Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығына арнап, Өфө ҡалаһында “Георгий таҫмаһы” тигән акция башланды. 22 апрелдән алып ирекмәндәр таҫмаларҙы халыҡҡа тарата башланы. Акция сиктәрендә концерт программалары, театрлаштырылған тамашалар, күргәҙмәләр тәҡдим ителә. Быйыл 9 майға тиклем 20 мең таҫма таратыу ҡаралған. Былтыр иһә баш ҡалабыҙҙа ғына 30 меңдән ашыу таҫма өләшелгән.Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек: “Георгий таҫмаһы” акцияһы Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгәндә башланып китте. “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы һәм “Студенттар общинаһы” йәштәрҙе социаль яҡлау төбәк йәмәғәт ойошмаһы ошо рәүешле Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға хөрмәт күрһәтергә ынтылды. Шунан башлап акция йыл һайын үткәрелә.
Һүҙ ҙә юҡ, изге һәм кәрәкле эш. Бигерәк тә заман йәштәренең данлы тарихыбыҙҙы, ата-бабаларҙың бөйөк ҡаҙаныштарын онота барған, ҡиблалар буталған дәүерҙә уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Үкенескә ҡаршы, изге ниәт менән башланған эштәр ҙә йыш ҡына кәйефте ҡырырлыҡ күренештәр менән бысратып ҡуйыла. “Георгий таҫмаһы” менән дә шулай килеп сыҡмаҫмы? Нисек кенә булмаһын, Икенсе Бөтә донъя һуғышының ниндәй ҡот осҡос афәт алып килгәнен белмәгән быуын үҫте. Яңыраҡ ҡына ошо хаҡта телевидениенан ҡарап, иҫем киткәйне. Рәсәй ҡалаларында журналистар Бөйөк Ватан һуғышы тураһында йәштәрҙән һорау ала. Улар араһында Сталиндың, Жуковтың кем булыуын, һуғыштың ҡасан башланыуын белмәгәндәр быуа быуырлыҡ. Бына шундай вайымһыҙ, арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит, тип йәшәгән кешеләрҙең һәр береһенең ҡулына изге таҫманы тоттороп, яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙең рухынан, Бөйөк Еңеү менән ҡайтҡан батыр һалдаттарҙың йөҙөнән көлөү һымаҡ килеп сыҡмаҫмы? Үҙегеҙҙең дә күргәнегеҙ барҙыр, моғайын, Еңеү байрамы үтеп киткәс, уларҙы юлға ташлап киткән осраҡтар ҙа булғылай. Ә инде ҡайыш урынына билдәрен быуғандарҙы, эт муйынына таҡҡандарҙы күрһәң, йөрәккә ҡан һауа.
Илебеҙҙә һуғыш ялҡыны ҡағылмаған ғаилә юҡтыр. Төпкөл ауылдағы беҙҙең өйгә лә ҡара һөрөмөн һөртөп китте ул. Өләсәйемдең өс улы һуғышта ҡатнашып, икеһе яу ҡырында ятып ҡалған, береһе ғәрипләнеп ҡайтты. Ерҙә ятҡан таҫмаларҙы күрһәм, ошо бабайҙарым миңә рәнйеп ҡараған төҫлө.
Шулай уҡ Еңеү көнө алдынан эшҡыуарҙар “Үлемһеҙ полк” акцияһына әҙерләнә, сөнки улар өсөн был бер табыш алыу сығанағына әүерелде. Был акция башланғанда һәр кем уға шәхсән үҙе әҙерләнеү күҙ уңында тотолғайны. Ләкин сос эшҡыуарҙар был изге эште лә “баҙар”ға әйләндереп ебәрҙе.
Һуғыш! Был ҡот осҡос афәт ғәрәсәте ҡабат илебеҙгә ябырылмаһын, донъялар имен-аман торһон тиһәк, яу юлдары үткән һәм унда ятып ҡалған ата-бабаларыбыҙҙың изге рухын рәнйетмәйек, ҡаһармандарҙың ниндәй ҡорбандар биреп, Бөйөк Еңеүгә ирешеүен онотмайыҡ!