Башҡортса “Ғашиҡтар көнө”!25.04.2017
Ғашиҡ булыу еңел ул, кешегә, егеткә, ҡыҙға... Яҡты донъяға, матурлыҡҡа... Ә бына ысын йөрәктән яратыу, ғөмүмән, кешене ярата алыу, уның менән вәғәҙәләшеп, бөтә ғүмер юлын иңгә-иң терәп, ҡайғыһын-шатлығын уртаҡлашып бергә уҙыу еңелме икән? Хәйер, был юҫыҡта беҙҙең милләткә артыҡ борсолор урын юҡтыр, тип уйлағы килә. Беҙҙең төпкөл башҡорт ауылдарында ла, ҡалаларҙа ла ниндәй матур ғаиләләр йәшәй, улар, эшһеҙлек, эскелек һәм башҡа төрлө ауырлыҡтарға ҡарамай, матур итеп донъя көтә... Беҙҙең тормош шул көнкүреш шарттарынан ғына торған һымаҡ булһа ла, ғаиләләребеҙ, милләтебеҙ ныҡлығының иң төбөндә ир менән ҡатындың, егет менән ҡыҙҙың бер-береһенә булған мөхәббәте ята ла инде...
Ә иһә ил етәкселәре, ошондай мөхәббәткә арналған көндәрҙе рәсми байрамдар рәтенә индереп, халыҡҡа бер шатлыҡ бүләк итһә, башҡорт халҡы үҙҙәренең мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ көнөн “Етегән” тип атаны. Уны бер нисә йыл элгәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлеге иғлан иткәйне. Был көн беҙҙең ете ҡыҙ, Етегән йондоҙоноң риүәйәттәренә бәйле “Ғашиҡтар көнө” булараҡ байрам ителә. Шуға ла бөгөнгө рубрикабыҙҙа, һөйгәндәрҙең шәхсиәтенә ҡағылып, “Һеҙ башҡортса “Ғашиҡтар көнө”ндә бер-берегеҙгә нимә бүләк иттегеҙ?” тип һорауҙы урынлы һананыҡ.

Айтуған ИШБИРҘИН, Хәйбулла районы:
– Үҙебеҙсә “Ғашиҡтар көнө” булдырылыуға бик шатбыҙ. “Ғаилә көнө”ндә мин һөйгәнемә кейәүгә сығырға тәҡдим яһап, алтын балдаҡ бүләк иткәйнем. Шулай итеп, был көндә яңы башҡорт ғаиләһенә нигеҙ һалынды, тип әйтһәк тә була. Ә һөйгәнем миңә йөн ойоҡ бәйләне, сөнки минең эш урыным һыуыҡ ерҙә, “аяғы өшөй” тип уйлағандыр инде.
Ғөмүмән, ошондай байрамдар күберәк булһын ине. Тормошобоҙҙа ығы-зығы күп бит, исмаһам, күңел ял итеп ҡала, шатланабыҙ, уйнайбыҙ, көләбеҙ. Икенсенән, был беҙҙең халҡыбыҙ өсөн дә бик мөһим. Бына бит, яңы бер ғаилә барлыҡҡа килде...

Эльвина ҒӘЛИЕВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
– Минеңсә, Ғашиҡтар көнө — ул иң матур байрамдарҙың береһе, сөнки был көндә ғашиҡтар көнө буйы бер-береһенә матур, яғымлы һүҙҙәр әйтә. Әлбиттә, матур һүҙҙәрҙе был көндә генә әйтмәйҙәр инде ул. Бер-береһенә бүләктәр бирешәләр. Үҙҙәренең һөйөүенең ныҡлығын нисек тә булһа матур итеп күрһәтергә тырышалар.
Ә егетем, икебеҙгә генә хас булғанса, мин яратҡан рауза сәскәләрен һәм сағыу шарҙар бүләк итте. Мин уға хушбый инселәнем.
Ғөмүмән, был байрам кәрәк, сөнки быға тиклем беҙ, башҡорттар, Ғашиҡтар көнөн 14 февралдә билдәләй инек. Ә хәҙер яҙ байрам итә башланыҡ. Өҫтәүенә байрам Стәрлетамаҡ ҡалаһында бик матур һәм күңелле үтә. Концерт ҡуялар, унан һуң – киске уйын. Байрамға күп кенә парҙар йыйыла. Ғашиҡтарға ҡараһаң, күңелгә лә рәхәт булып китә. Мин бик шатмын үҙебеҙҙең башҡорттар көнө тыуыуға.

Айзилә ЛАТИПОВА, Ғафури районы:
– Минең өсөн Ғашиҡтар көнө — бер-береңә булған һөйөү хистәрен белдереү мәле. Тик ошо көндә генә иң оялсан кеше лә үҙенең мөхәббәтен һөйгән кешеһенә әйтеп бирә, белдерә ала, тип уйлайым. Ә байрам көнөндә беҙ һөйгәнем менән бер-беребеҙгә “Етегән” тип башҡортса яҙылған открыткалар бүләк итештек.
Бик һәйбәт байрам, шуға күрә лә ошондай “Етегән” кеүек милли байрамдар башҡорт халҡына бик кәрәк, сөнки үҙ халҡыңдың ғөрөф- ғәҙәттәрен, йолаларын, йырҙарын күберәк белергә, уларҙы пропагандалауға бик ҙур мөмкинлек тыуа. Был матур байрам артабан да дауам итер, тағы ла киңерәк таралыр, тип уйлайым.

Илфир ЙОМАҒОЛОВ, Балаҡатай районы:
– Беҙ быға тиклем ғаиләбеҙ менән “Изге Валентин көнө”н билдәләй инек. Бына инде ике йыл уны башҡортса, 1 мартта, билдәләнек. Мин, ғаилә башлығы булараҡ, табынға ҡуйырға тәмлекәстәр һатып алдым, мотлаҡ һәр байрамда ҡымыҙ эсәбеҙ. Ә ҡатыным тәмле аш-һыу бешерҙе, бигерәк тә сәк-сәккә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Мин ҡатыныма ҡыҙыл раузалар бүләк иттем, ул миңә йылы күкрәксен бәйләгәйне. Беҙҙең ғаиләлә һәр саҡ шулай йылылыҡ, мөхәббәт тантана итһен ине. Яратабыҙ шундай милли байрамдарҙы. Улар нисектер үҙебеҙгә хас, йәнгә яҡын...

Аноним, Бөрйән районы:
– Был байрамды беҙ бик көтөп алдыҡ, сөнки 14 февралде күптән байрамға һанамайбыҙ. Бынан бер йыл элек “Етегән” исемле был байрамды быйыл Өфөлә башҡортса “Ғаилә көнө” тип үткәрҙеләр. Шул айҡанлы беҙ буласаҡ ирем менән бер-беребеҙгә милли һырҙар менән биҙәлеп күндән эшләнгән беләҙек кейҙерештек. Ул мөхәббәтебеҙ билдәһе – бер-береһен һөйөп йөрөгән йәш ҡыҙ менән егет вәғәҙә билдәһе тип бүләк бирешкән. Беҙ ҙә шулай иттек, шунан бирле беләҙектәрҙе сискәнебеҙ юҡ. Икенсенән, ул бөтә кейем менән килешә лә, милли һырҙар менән эшләнгәс, зауыҡлы ла күренә.
Икенсе бүләгем ҡамсы булды. Борон-борондан төрки халыҡтарҙың өй түрендә эленгән ул. Ғаиләбеҙҙең башы булһын, үҙ һүҙе, үҙ ҡанундары булһын тип, ғаиләбеҙҙе әйҙәүсе тәүәккәл ҡуллы ир кешегә ҡамсы бүләк итеп, мин ғаиләбеҙҙә кем баш булырын күрһәттем. Өйөбөҙ түренән бер ҡасан да ҡамсы төшмәһен, ул ир кешенең үҙ һүҙендә ҡалғанын күрһәтеп торасаҡ һәм балаларыбыҙ өсөн дә ул ҙур төшөнсә буласаҡ... Артабан инде ғаиләбеҙҙең йолаһы булараҡ дауам ителәсәк.


Вернуться назад