Матур өлгө ине, әммә тиҙ юғалды05.04.2012
“Башҡортостан” гәзитендә Ф. Юнысованың “Бөйөк шағирҙың оранына урын юҡмы?” (16 март, 2012 йыл) тигән баш аҫтында мәҡәләһе донъя күргәйне. Тәрән мәғәнә һалынғайны унда. Автор күтәргән мәсьәлә башҡаларҙы ла борсоуға һалғандыр, моғайын.
Рәми Ғариповтың ҡанатлы һүҙҙәре яҙылған плакаттың Өфө ҡалаһы үҙәгендә ҡуйылыуы ифрат шатландырғайны, ғорурлыҡ тойғоһо уятҡайны. Телде һәм милләтте ҡурсалап яңғыраған оранды элергә рөхсәт иткән етәкселәргә рәхмәт әйтер инем. Ләкин уның тиҙ арала юғалыуы әсендерә. Мәҡәлә авторына ғына түгел, күптәр өсөн күңелһеҙ хәл был. Шағирҙың 80 йыллыҡ юбилейы айҡанлы плакаттың эленеп тороуы бөйөк шәхескә ҡарата оло ихтирам булыр ине.
Артабан да мәғрифәтселәребеҙҙең, арҙаҡлы шағир һәм яҙыусыларыбыҙҙың халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүгә, телгә, именлеккә ҡағылышлы һүҙҙәре яҙылған плакаттарҙы элеү зарур. Бының тәрбиәүи әһәмиәте лә бар. Уларҙы әленән-әле алмаштырып тороу, ошо мәсьәләгә яуаплы етәкселәрҙең иҫенә төшөрөү йәмәғәт ойошмаларының контролендә булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Хөкүмәтебеҙ етәкселәре быға ҡаршы килмәҫ, моғайын. Совет дәүерендәге кеүек, халыҡты алға өндәүсе, тәртипкә, берҙәмлеккә саҡырыусы плакаттар эленһә, һис тә насар булмаҫ ине. Юғиһә плакат ҡуйылған урындарҙың һатылыуы, айырым кешеләрҙең аҡса эшләүенә йүнәлтелеүе матур күренеш түгел. Матди яҡты ғына ҡайғыртып, йәш быуынға рухи байлыҡ биреүҙе оноторға ярамай. Элекке кеүек эскелеккә, наркоманияға ҡаршы көрәшкә арналған сағыу карикатуралар, шиғыр юлдары урынлаштырыу ҙа ыңғай һөҙөмтәһен бирер ине, тип уйлайым. Ошо шөғөлдө кәсеп итеүселәрҙең исем-шәрифе яҙылып, фотолары ла эленеп ҡуйылһа, бәлки, алға китеш булыр ине. Һис шикһеҙ, элекке тәрбиә ысулдарын йәнләндереү кәрәк.
Ләлә БЕЙЕШЕВА,
“Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе.


Вернуться назад