Бөтәбеҙгә бер Ер шары25.04.2017
Китапханасылар Ф. Мәхийәнова, Г. Тававилова, Ә. Сәйәхова башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы И. Билалова Ташбулат мәҙәниәт йортонда “Башҡортостанда экология һәм айырыу­са һаҡланған тәбиғәт биләмәләре” йылы уңайынан форум үткәрҙе. Маҡсаты – экологик мәҙәниәтте үҫтереү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, тәбиғи мираҫты һаҡлау өсөн яуаплылыҡты арттырыу. Эмблемаһы – яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” китабы. Унда кеше устарында 7,3 миллиард кешене һыйҙырған Ер шары һүрәтләнгән.
Һүрәттәге кеше ҡапыл газ, химик матдәләр, радиоактив нурланыуҙан ағыуланған шарҙы төшөрөп ебәрер ҙә беҙ уның менән бергә шартлап юҡҡа сығырбыҙ кеүек. Автор ер йөҙөндә барған глобаль үҙгәрештәргә асыҡлыҡ индергән, атмосфера-биосфера-гидросфера ҡатлам­дарындағы, этнос булараҡ милләттең, шулай уҡ телдең, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең дә юғала барыуына үҙ фекерен әйтеп, уҡыусыны уйландырған, хафаландырған.
Ҡайһылыр бер ғалим тауҙарҙы ер плитәләрен тоташтырған ҡаҙау тиһә, Лира Яҡшыбаева сөсө һыуҙы Ерҙең тамыры тип атай. Йыл да өс миллионлап кеше бысраҡ һыуҙан барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙан һәләк була икән. Беҙ йәшәгән быуаттың уртаһына эсәр һыуға мохтажлыҡ глобаль проблемаға әйләнеүе ихтимал. Гидроресурстарҙы тәләфләү дауам итһә, 2025 йылға 3 миллиард кеше һыуһыҙ интегәсәк, тип саң ҡаға ғалимдар. Хәҙерге быуат кешеһенә йылға буйындағы ағасты ҡырҡыу бер ни тормай. Ҡомһоҙ ағас ҡырҡыусы, һыу сығанағын ҡоротоуын уйлап та тормай, машинаһын да йыуып, һыу төбөндәге тереклеккә зыян килтерә. Лира Миңнәхмәт ҡыҙы, атай-олатайҙарҙың һай ғына һыу сығананаҡтары аша сығыу өсөн дә, арбаның солидол менән майланған тәгәрмәстәренең йылғаны бысратыуынан арындырып, күпер төҙөүҙәрен бәйән итә.
Әбйәлил районының Ҡужан ауылы янындағы тәбиғәт мөғжизәһе – өлтөк ҡарағастарын кәртәләп алыуҙары, биолог улы менән ветеран уҡытыусы Клара Хатап ҡыҙы Абдуллинаның саң бөртөгөләй генә орлоҡтарҙан ҡарағастар үҫтерә алыуы һоҡландыра. Һөҙөмтә күп йылдарҙан һуң ғына бойомға аша. Тәбиғәт мөғжизәһенә йән өрөүсе уҡытыусы Рус географик ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙына, ҡиммәтле бүләгенә лайыҡ булды.
Ҡырҡты тауҙары буйындағы ҡырмыҫҡа иләүҙәренең кәртәләп алынғанлығын күрһәң, йөҙөң яҡтыра. Районыбыҙ сигендә Һарғая ҡурсаулығының йәнлектәр, үҫемлектәр популяцияһының көйләнеүе – ҡыуаныслы күренеш. Районыбыҙҙа һары умырзаяны һаҡлау өсөн 100 гектар ер бүленгән. Биш йылға бер яңыртылып торған Башҡортостан, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына ингән тереклектең ҡайһы бер төрҙәренең исемлектән төшөп ҡалыуы ҡыуандыра.
Бөтәбеҙ ҙә улар кеүек булһаҡсы! Ер шарын нурламаһаҡ, тонсоҡтормаһаҡ, яраламаһаҡ, көйҙөрмәһәк ине. Юҡ шул! 1965 йылда һәйкәл статусын алған сөсө һыулы Яҡтыкүлебеҙҙе, батҡағына дауаланған тоҙло һыулы Мулдаҡ күлебеҙҙе рәхәтләнеп ҡыйлайбыҙ, яр буйҙарында бейек йорттар төҙөйбөҙ, бысратабыҙ. Күл буйҙарында уникаль ландшафты, төрлөлөгө менән арбаған хайуан һәм үҫемлектәр донъяһын ҡырабыҙ. Ҡушай тауындағы алтын тамыр менән бер рәттән һары умырзая, теңкәбеҙгә тейгән аҡтамырҙы химик ысул менән бөтөрөп, Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индергәнбеҙ. Ҡушай тауының түбәһендә елберләгән торна борсағын, ун ете йылға бер тапҡыр сәскә атҡан кәкүк ситеген Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына яҙғанбыҙ, ата-бабаларыбыҙ дауалау сараһы урынына ҡулланған киндер, матурлыҡ алиһәһе мәкте ағыулыға әйләндергәнбеҙ.
Ташбулат урта мәктәбе уҡытыусыһы И. Билалова китапханасы Ә. Сәйәхова менән берлектә уҡыусылар менән Лира Яҡшыбаеваның китабын уҡып сыҡҡан, йөкмәткеһенә ентекле анализ яһаған. Уҡыусылар, Башҡортостан, Төркиә, Англия, Германия ғалимдары роленә инеп, теге йәки был экологик проблеманы бөтөрөү пландарын тәҡдим итте. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы етәксеһе ғалимдарҙың уйлап табыу эшмәкәрлегенә баһа бирҙе. Фән эшмәкәрлеге фән өсөн генә эшләргә тейеш түгел, эҙләнеүҙәр йәмғиәт, дөйөм кешелек файҙаһына хеҙмәт итергә тейеш. Һәр әҙәм тәрбиәле булһа, экология проблемаһы ла булмаҫ, ауырыу балалар ҙа тыумаҫ ине. Илебеҙҙәге барған глобаль үҙгәрештәргә дусар булған Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда.
Күсем ауылы клубы етәксеһе, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы З. Моратшина “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” китабынан өҙөктәр килтереп тә, уҡыусыларҙың фекере буйынса ла залдағыларға экологик хәүефһеҙлектән сығыу юлдарын эҙләне, глобаль үҙгәреш­тәргә килтергән сәбәптәрҙе асыҡлау маҡсатынан мөрәжәғәт итте. Р. Ғабдул­лина, Л. Бикйәнова, Х. Хөснөтдинова, А. Әхтәмов, С. Ғүмәров, район үҙәгенән вәкилдәр А. Әхиәрова, Ф. Үтәғолова, Р. Мусиналар үҙ фекерҙәрен әйтте. Сығыш яһаусылар: “Экологик именлекте һаҡлау өсөн етди закондар кәрәк”, – тине. “Европала ундай проблема юҡ, сөнки ҙур күләмле штрафтар һалына”, – тине кемдер. Дәүләтебеҙ Ер шарында кешелекте йәшәтеү йәһәтенән экологик кодекс та сығарған. Әммә бөйөк аҡыл эйәһе һәм философ Конфуций өйрәткәнсә, бөтә бәләлә, һәләкәттә Кеше үҙе ғәйепле. Шулай уҡ милләтебеҙ, телебеҙ яҙмышына бәйле борсолоуҙар яңғыраны. Минеңсә, ҡатнаш никахтар башҡорт халҡы һанын этнос булараҡ кәметә. Элек ҡалаларҙа күҙәтелһә, хәҙер ауылдарҙа ла ундай ғаиләләр күбәйҙе. Телдең бәҫен әсә кеше төшөрә. Балалары менән туған телдә аралашмаһа, әлбиттә, әсә теле икенсел була.
Берҙән, Ер шарын һаҡларға, уны ба­лаһылай күреп бәпләргә өндәгән, Ер йө­ҙөндә йәшәгәндәрҙе уйланырға саҡырған Лира апай Яҡшыбаеваның уҡыусылары менән осрашырға килә алмауы үкенесле булды. Кешенең хаяһыҙ­лығын ғәфү ит­мәгән Ер шарыбыҙ тетрәй, океан тулҡын­дары “Алла” исемдәрен яҙа, дауылдар ҡуба, һәр төрлө афәттәр миллионлаған халыҡты юҡҡа сығара.
Форум аҙағында милли кейемдә башҡорт ҡыҙҙары Азалия Йәләлова, Дилара Карнаева “Оҙон сәс”, “Ҡымыҙ” бейеүҙәрен башҡарҙы. Башҡорттоң милли эсемлеге буҙа эселде, бишбармаҡ ашалды. Милләтемдең ҡото китмәһен, юғалмаһын, үрсеһен! Хоҙай Тәғәләнең бүләге – бөтәбеҙгә бер Ер шарын ҡәҙер­ләйек, һаҡлайыҡ, матурлайыҡ, тәрбиә­ләйек, демографик мәсьәләне ыңғай хәл итәйек. Сәләмәт планетабыҙҙы бала­лары­быҙға мираҫ итеп ҡалдырайыҡ.


Вернуться назад