Ҡояш уҙған юлда нур ҡала25.04.2017
Оло йөрәкле бул. Батырҙарҙы
Шөһрәт үҙе таба донъяла.
Осҡон һүнгән урынды көл ала,
Ҡояш уҙған юлда нур ҡала.

(З. Биишева).

Тарихта яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр араһында талантлы педагог, абруйлы тел ғалимы, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, К.Д. Ушинский миҙалына лайыҡ булған Абдрахман Ғәлләмов та бар.


1926 йылда Йылайыр кантонына ҡараған Күсей ауылында (хәҙер – Баймаҡ районы) таусы ғаиләһендә тыуған малай мәктәптән һуң белем алыуҙы бай тарихлы Темәс педагогия училищеһында дауам итә. 1940 – 1943 йылдар. Ғәйәт ҡатмарлы, ауыр осорҙа уҡыу йортон уңышлы тамамлай егет. Унан К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында белем ала.
Абдрахман Әбдрәхим улы хеҙмәт юлын 1947 йылда Баймаҡ районының Сибай ҡасабаһындағы 1-се мәктәптә башлай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, тарихтан уҡыта, бер үк ваҡытта директорҙың башланғыс кластар буйынса урынбаҫары вазифаһын да башҡара.
1948 йылдың авгусында Белорет педагогия училищеһына күсерелә. Сту­дент­тарға башҡорт теле һәм әҙәбиәте, матур яҙыу дәрестәренән белем бирә, педагогика буйынса практикаларына етәкселек итә. Был бурыс Абдрахман Әбдрәхим улының ғалим-методист булараҡ формалашыуына ныҡлы йоғонто яһай, ошо йүнәлештә тәжрибә туплау өсөн киң мөмкинлек аса.
Артабан педагог Сибай мәктәптә­рендә уҡыта, ҡала хакимиәтенең халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор була. 1958 йылда Өфөгә, Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтына эшкә алына. Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методист, туған телдәр кабинеты мөдире вазифаларын башҡара. 1967 йылда филология фәндәре докторы, профессор Ж.Ғ. Кейекбаев етәкселегендә “Башҡорт грамотаһына өйрәтеү” темаһына СССР Педагогика фәндәре академияһының дөйөм һәм политехник белем биреү, ғилми-тикшеренеү институтында диссертация яҡлап, педагогика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен ала. 1968 йылдың июненән ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем БДУ-ның филология факультетындағы башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһында ең һыҙғанып эшләй.
Абдрахман Ғәлләмов республика халҡына “Әлифба”ның авторы булараҡ яҡшы таныш. Дәреслекте башта тәж­рибәле методист З. Айыуханов менән бергә төҙөйҙәр (1962 йыл). Артабан иһә Абдрахман Әбдрәхим улы әсбаптың йөкмәткеһен заман талаптарына яраҡ­лаштырып, ижади йәһәттән үҙгәртеп төҙөй. Ошо “Әлифба” утыҙ йыл дауамында Башҡортостандың башҡорт мәктәптәрендә грамотаға өйрәтеүҙә төп дәреслек булараҡ хеҙмәт итә, күп тапҡыр ҡайтанан нәшер ителә, төрлө күргәҙ­мәләргә ҡуйыла, 1974 йылда халыҡ-ара Лейпциг китап йәрминкәһендә диплом менән бүләкләнә.
Бынан тыш, ғалим грамотаға өйрәтеү буйынса ғилми хеҙмәттәр яҙыуға, баш­ланғыс кластар өсөн уҡыу-методик комплекстары төҙөүгә күп көс һалды. Тасуири уҡыуға айырыуса ныҡ иғтибар итте. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы дәрестәрендә, педагогик практика ваҡытында үҙе өлгө күрһәтеп, тауыш менән дөрөҫ идара итергә, өндәрҙе әйтеү, пауза ҡуйыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә өйрәтте, ныҡлы талап итте. Был маҡсатта Әхтәм Абушахманов, Илһөйәр Ғизетдинова кеүек билдәле сәхнә оҫта­ларын саҡырып, тәжрибә майҙансығы ойоштора торғайны. 1974 йылда баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланыу өсөн 54 пластинканан торған фонояҙма сығарҙы уҡытыусыбыҙ.
Төплө белемле, талапсан Абдрахман Әбдрәхим улы йәштәрҙе үҫтереүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Йөкмәткеле лекциялар, дәрестән тыш саралар үткәреүҙән тыш, дөйөм ятаҡҡа килеп, беҙҙең менән тығыҙ аралашып йәшәй торғайны. Төркөмөбөҙҙөң кураторы булараҡ (1978 – 1983 йылдар), һәр беребеҙ һайлаған һөнәренә тоғро ҡалһын, тормошта үҙ урынын тапһын өсөн күп көс һалды. Тырышлығы бушҡа китмәне: арабыҙҙа ике фән кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф, матбуғат һәм киң мәғлүмәт, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, данлыҡлы уҡытыусылар бар.
Остазыбыҙ ҡатыны Суфия ханым менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Азамат Абдрахман улы – филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт универ­ситетының журналистика кафедраһында уҡыта. Төплө белемле, киң даирәле педагогты студенттар ҙа, хеҙмәттәштәре лә ихлас хөрмәт итә. Салауат Абдрахман улы ла – киң билдәле ғалим.
Мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхрет­ди­новтың “Әҙип вә ғалимдары булмаған ҡәүем бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләрен онот­ҡан халыҡ көсһөҙ, әҙәбиәте бул­маған халыҡ рухһыҙ” тигән һүҙҙәре киң билдәле. Башҡорттоң күренекле шәхесе Абдрахман Ғәлләмовтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ниҙәр башҡа­рылған һуң? Баш ҡалабыҙ Өфөләге ул йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Баймаҡ районының Күсей мәктәбендә арҙаҡлы шәхестәргә арнап ойошторолған музейҙа ғалим тураһында бай материал тупланған. Унда ла хәтер ташы ҡуйылған. Абдрахман Әбдрәхим улы белем алған, туған башҡорт телен үҫтереү, уҡытыу өсөн янып, бирелеп хеҙмәт иткән Башҡорт дәүләт универ­ситетының музейында ла шәхестең күп яҡлы эшмәкәрлеген сағылдырған бай материал һаҡлана. Уҡыу йортоноң 100 йыл­лыҡ юбилейы уңайынан нәшер ителгән “Кем кем ул?” библиографик белешмәһенең “Хәтер биттәре” бүле­гендә лә ғалим тураһында тос мәғлүмәт­тәр бар.
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтындағы лингвистика фәндәре методикаһы кабинетына 2010 йылда данлыҡлы методист Абдрахман Ғәлләмовтың исеме бирелде. Зауыҡ менән биҙәлгән был бүлмәлә ғалим тураһында ифрат бай материал туп­ланған: шәхси документтары, әйберҙәре, ғилми-методик хеҙмәт­тәре, дәреслек­тәре, ғаилә альбомынан фоторәсемдәр... Һис һүҙһеҙ, ки­ләсәктә тағы ла байы­тыласаҡ ул, башҡорт “Әлифба”һы, Баш­ҡортостан мәғарифы тарихының сағыу биттәрен һынландырған изге урынға әүе­реләсәк.
Туған халҡының киләсәген хәстәрләп, мәғарифҡа фиҙакәр хеҙмәт иткән, исеме В.В. Катаринский, А.Г. Бессонов, З.Н. Айыу­ханов кеүек бөйөк әлиф­басы­ларҙыҡы менән бер рәттә торған, уҡыусыларының күңелендә абруйлы остаз булып уйылып ҡалған Абдрахман Әбдрәхим улының яҡты рухы һаман да маяҡтай алға әйҙәй, яңы үрҙәргә дәртләндерә.




Вернуться назад