Йөрәк йылыһын тойҙоҡ!05.04.2012
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев исеменә Украиналағы коллегаһы Владимир Шаповалдан хат килде. Унда былай тиелә:
“Хөрмәтле Хәйҙәр Арыҫлан улы!
Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау осоронда беҙҙе Өфөлә ихлас һәм йылы ҡабул иткәнегеҙ өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Ентекле эшләнгән программаға ярашлы беҙ төбәгегеҙҙәге һайлау процесы үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынып таныштыҡ”.
Ошондай уҡ хат БДБ-нан күҙәтеүселәр составында Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Президентын һайлауҙы күҙәткән Ҡаҙағстан делегацияһы вәкилдәренән дә килде. Улар өсөн Өфөлә экскурсия ойошторолғайны. Ҡунаҡтар баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында булды, төбәк тарихынан бик күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр алды. “Башҡортостан халҡы йөрәгенең ялҡыны беҙҙе бик оҙаҡ йылытасаҡ!” — тип яҙа улар хатында.
Рәсәй һайлау хоҡуғы йәмәғәт институты илебеҙҙә сит ил (халыҡ-ара) күҙәтеүселәре төркөмө эшмәкәрлегенә мәғлүмәт һәм ойоштороу йәһәтенән булышлыҡ итеүсе оператор бурыстарын үтәй. Институт советы рәйесе Игорь Борисов та Башҡортостандың һайлау комиссиялары вәкилдәренә һайлау участкаларында булыу һәм тейешле мәғлүмәттәр менән тулыраҡ танышыу мөмкинлеге биргән өсөн рәхмәт белдерә. Быларҙың барыһы ла 2012 йылдың 4 мартындағы һайлауҙы бойондороҡһоҙ күҙәтеү мөмкинлеген биргән. “Сит ил (халыҡ-ара) күҙәтеүселәренең һорау алыу анкеталарын эшкәртеү һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙәге һайлау йомғаҡтарына төплө һәм объектив баһа алынды. Улар һеҙҙең төбәктә һайлауҙы ойоштороуҙың юғары кимәлен билдәләй”, — тип яҙа ул.


Вернуться назад