Ҡайын һыуы осоро етеү менән беҙ һәр йылдың һәр көнөндә тиерлек әхирәтем менән урманға йөрөйбөҙ. Ҡайындарҙың диаметры 40-60 сантиметр булғанын һайлайбыҙ. Тәжрибәнән сығып шуны әйтә алам: асыҡлыҡта, аҡланда үҫкәндәренең һыуы тәмлерәк була. Ә ағасҡа зыян килтермәйенсә тишер өсөн ҡул бырауының 8 миллиметрлыһын ҡулланабыҙ.
Ерҙән 80 – 100 сантиметр бейеклектә, 2,5 сантиметр тәрәнлеккә олонға тишек тишәбеҙ. Уға медицина “капельница”һының көпшәһенең бер яғын ҡуябыҙ. Икенсе осо 1,5 литрлы шешә бөкөһөндәге тишеккә тығыла. Шундай ҙа ысул ҡулланырға була: өс литрлы банканы полиэтилен тоҡсайға ултыртып, тоҡсайҙың ауыҙын “тамырса”ға, ағасҡа бәйләп ҡуябыҙ. Былай иткәндә банка ла ҡоламай, һыу ҙа ситкә аҡмай. Тағы шуныһы – һут тап-таҙа булып йыйыла. Һауытҡа сүп-фәлән дә төшмәй.
Эш бөткәс, тишеккә алдан әҙерләнгән ағас бөкө тығып, баҡса елеме менән һылайбыҙ. Һаҡ ҡына алғанда ағасҡа ла зыян килмәй.