Ҡыуау (чага) — ағас яраһына эләгеп, үҫеп киткән ҡыу бәшмәктең бер төрө. Башҡа ағаста үҫкән бәшмәктәрҙән ҡыуау ҡара төҫө, суғырмаҡлы булыуы һәм аныҡ һын-ҡиәфәте булмауы менән айырыла.Атайым уны сәй урынына эсә торғайны. Урманда саҡта сәй бөтөп китһә, балта менән тумырып ала ла ҡайнап торған биҙрәгә шул килеш һала. Аҙаҡтан ғына мин был бәшмәктең исемен һәм бик ҡиммәтле дарыу икәнен асыҡланым.
Ҡайын бәшмәген борон-борондан халыҡ медицинаһында яман шеш, ашҡаҙан ауырыуҙарын дауалау өсөн файҙаланғандар. Әле лә ул төрлө препараттар етештереү өсөн киң ҡулланыла. Сәй урынына эскәндә, ул организмдың төрлө сирҙәргә ҡаршы тороу көсөн арттыра. Уны ҡартайған, әммә тере ҡайындарҙан ғына йыялар. Йыйғас, иң өҫкө ҡара һәм иң аҫҡы асыҡ өлөшөн киҫеп ташлап, уртаһын ғына ҡалдырырға кәрәк. Шуларҙы киҫәктәргә бүлгеләп, киптереп һаҡлайҙар.
Ҡайын бәшмәген табыуы еңел түгел, сөнки тәғәйен үҫкән ере юҡ. Эҙләп табыр өсөн махсус рәүештә ҡайынлыҡтағы бөтә ағастарҙы тикшереп сығып булмай бит. Күпселектә ҡайында осраған ороно (кап, нарост) ла бәшмәк тип уйлайҙар. Уға осраҡлы рәүештә генә юлығып була. Ана шул саҡта уны алып ҡалығыҙ, юҡһа ул тиҙҙән үҙе лә юҡҡа сығасаҡ, ағасты ла һәләк итәсәк.