Бөрөнө ҡуллана белһәң...25.04.2017
Ҡайын бөрөләрен медицинала киң ҡулланалар. Уларҙы тулышҡан саҡта, япраҡ ярмаҫ элек йыйырға кәрәк, сөнки был осорҙа бөрөләр эфир майҙарына, ыҫмалаға бай була.
Бөрө төнәтмәһе тир һәм үт ҡыуҙырыу тәьҫиренә эйә. Һалҡын тейгәндә, яраларҙы уңалдырыу өсөн дә файҙаланыла. Ҡайын бөрөләре организмда матдәләр алмашыуын яҡшырта, унан төрлө ағыулы матдәләрҙе сығарыуға ярҙам итә, биттәге һытҡыларҙы бөтөрә. Бөрө төнәтмәһен оҙаҡ ҡулланыу бөйөрҙө ҡуҙғытыуы бар, шуға күрә табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
* * *
Ҡарағай бөрөләре. Март-апрель айҙарында әҙерләнгән ҡарағай бөрөләре дуплау матдәләренә, ыҫмалаға, витаминдарға бай. Ҡарағай бөрөһө төнәтмәһе һалҡын тейгәндә, микробтарға ҡаршы, үт ҡыуҙырыу, тын алыуҙы еңеләйтеү, тире ауырыуҙарынан дауалауҙа ҡулланыла.
* * *
Тирәк бөрөләре төнәтмәһе йүтәлде йомшартыу, ауыртыуҙы баҫыу, температураны төшөрөү, тынысландырыу үҙенсәлектәренә эйә.
Ул тән бешкәндә, геморрой менән яфаланғанда, тән ҡысығанда, ревматизм менән ауырығанда ярҙам итә. Сәсегеҙ оҙон, матур булып үҫһен тиһәгеҙ, тирәк бөрөһө төнәтмәһе менән йыуығыҙ.
Һынамыштар
l Ҡайын ағасында бөрө күп булһа, тары уңыр.
l Яҙын ҡайын түбәндән япраҡ яра башлаһа — иртә сәселгән, остан башлаһа — һуң сәселгән һабанашлыҡ уңыр, ә инде ул дәррәү япраҡ ярһа — иген мул булыр.