Шифаһы һуң, шифаһы!25.04.2017
Эх, татлы ла, шифалы ла һуң ҡайын һыуы! Хәтерҙә, бала саҡта урманға барһаң, кистән генә ҡуйылған һауыттар мөлдөрәмә тулған, шәрбәтенә килгән мәхлүк ҡырмыҫҡаларҙы, вағыраҡ сүптәрҙе алып ташлайһың да… һыуһының ҡанғансы р-рәхәтләнеп эсәһең.
Тәүҙә тәмлелеге өсөн һемерәһең, тик ир ҡорона ингәс кенә шифаһы тураһында уйланаһың. Шул саҡта ғына балалыҡта ни өсөн урмандан ҡайтҡансы еңел хәжә­теңде үтәр өсөн йышыраҡ туҡтағаныңды ла аңлайһың: бөйөрҙө шәберәк эшләткән, тәнде таҙартҡан икән дәһә! Башҡа файҙалы матдәләргә бай икәнен дә, составында витаминдар, төрлө минералдар, органик кислоталар етерлек булғанын да төшөнәһең. Минералдар йәһәтенән бигерәк тә аптырарлыҡ. Ни генә юҡ унда: магний тоҙҙары, натрий, кремний, калий, кальций, алюмин, баҡыр, марганец, тимер, фосфор, барий… Һанап бөткөһөҙ. Күп төрлө булғанға ҡайын һыуы организмға комплекслы ярҙам итә, ти белгестәр. Йәғни авитаминоз булғанда (витаминдарға мохтажлыҡ), дөйөм һаулыҡты, көстө нығытҡанда, организмдан токсиндарҙы сығарыуҙа булышлыҡ итә. Ғөмүмән, ҡайын ағасы хәҙерге медицинала ла, халыҡтыҡында ла киң ҡулланыла. Унан активлаштырылған күмер, дегет, ксилит (шәкәрҙе алмаштырыусы) яһайҙар. Һыуындағы фитонцидтар вирус инфекцияларына ҡаршы тороусан­лыҡты көсәйтә, бактерия һәм микробтарҙы үлтерә, иммунитетты арттыра. Шулай уҡ аш һеңдереүҙе яҡшырта, нервы системаһын нығытыуы билдәле.
Ҡыҙҙарға ҡарата урыҫ халҡының “Ҡайын һымаҡ һылыу”, “Ҡайын һымаҡ зифа” тигән әйтемдәре лә юҡҡа түгел, сөнки ҡайын һыуының энергетик ҡиммәте бик аҙ (100 миллиметр һутҡа 24 калория), ә бына файҙалы матдәләре күп. Был иһә кешегә артыҡ ауырлыҡты кәметергә ярҙам итә.
Ҡайын һыуын даими эскәндә ҡан таҙара, гемоглобин күтәрелә. Бөйөрҙән таш ҡы­уыуҙа ярҙам итә, шлактарҙан, насар ҡалдыҡ­тарҙан таҙарта. Халыҡ медици­наһында тире таҙартыу, яраларҙы йыуыу өсөн дә киң ҡулланыла. Тирене майһыҙ­ландырыуҙа һөҙөмтәһе ифрат ныҡ. Сәс үҫтереүҙә, тәрбиәләүҙә иһә япраҡтарынан төнәтмә яһап йыуалар.
Ҡайын һыуын һыуытҡыста ике тәүлек һаҡларға мөмкин. Уны бөтәһе лә эсә ала. Тик ҡайын һеркәһенә аллергия булғандарға ғына ярамай. Оҙаҡ һаҡлар өсөн уны консервалайҙар йәки туңдырып ҡуялар.


Вернуться назад