Теләүселәр бар, тик талаптарға яуап биргән белгес юҡАуыл ерендә табиптарҙың етешмәүе — күптәнге киҫкен мәсьәлә. Был һис тә республикабыҙҙа белгестәрҙең аҙ әҙерләнеүенә бәйле түгел. Йыл һайын хеҙмәт баҙары әллә күпме дипломлы табип менән тулылана. Әммә аҡ халатлылар район дауаханаларына һәм ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына эшкә барырға атлығып тормай.
Сер түгел, күптәре ҡалала ҡалыуҙы хуп күрә йәки башҡа тармаҡты һайлай. Әле республика буйынса меңдән ашыу табип талап ителә. Хатта Өфөлә генә лә 270-ләп белгес етешмәй. Быйылдан тормошҡа ашырыла башлаған “Ауыл табибы” федераль программаһына өмөт ҙур, әлбиттә.
Торлағы булған, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, уңайлы шарттар тыуҙырылған урындарҙа ла табиптарҙың етешмәүе республика Президентын ғәжәпкә ҡалдырыуы хаҡында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ инде.
Һүҙ баш ҡалаға яҡын, экологик яҡтан таҙа, тәбиғәте хозур, тимер һәм автомобиль юлдары үткән Архангел районының Валентиновка ауылындағы заманса йыһазландырылған амбулаторияла эшләү өсөн дөйөм практика табибының булмауы хаҡында барғайны. Президент Рөстәм Хәмитов үҙенең блогында ошо хаҡта белдереп, табиптарға эш тәҡдим итте.
Архангел үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Анна Вязовцеваға шылтыратып, ошо мәсьәләнең хәл ителеү-ителмәүе менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Президенттың блогына күҙ һалыусылар булған. Өс белгес эш урыны менән танышып киткән. Әммә әлегә дөйөм практика табибы сертификатына эйә булғаны табылмаған. Теләк белдереүселәрҙең береһе хаҡлы ялдағы табип, икенсеһе — тар белгес, өсөнсөһөнөң ғаилә ағзаһына ла эш урыны талап ителгән.
— Төрлө яҡтан шылтыраталар, хатта күрше өлкәнән дә килеүсе табылды, әммә әлегә талаптарға яуап биргәне юҡ. Дөйөм практика табибы сертификатына эйә белгес йәки терапевт килһә, әлбиттә, бөгөндән эш башлай ала. Фатир ҙа, тейешле шарттар ҙа бар, — тине Анна Леонидовна.
Әйтеүҙәренсә, быға саҡлы эшләгән табип ғаилә хәле буйынса февраль айында республиканан уҡ күсеп киткән. Шулай ҙа ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү туҡталып ҡалмаған. Аҙнаһына ике тапҡыр район поликлиникаһынан участка терапевы килеп ҡабул итә. Бынан тыш, ул саҡырыуҙарға ла йөрөй. Анализдар ҡабул итеүҙә лә тотҡарлыҡ юҡ. Амбулаторияла фельдшер һәм акушер-гинеколог электән эшләй. Ҡыҫҡаһы, бында бар талаптарға ла яуап биргән белгес килеүен көтәләр.
М. ХАРИСОВА.