Пенсияң ҡәнәғәтләндерәме?25.04.2017
Пенсияң ҡәнәғәтләндерәме?Ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды
“Хаҡлы ялда килеш эшләп йөрөүселәрҙең пенсияһын индексациялау мөмкинлеге тикшерелә, – тип белдерҙе Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Олег Фомичев. – мәсьәлә ҡатмарлы түгел: бюджеттан күпме аҡса талап ителеүен иҫәпләргә лә Хөкүмәттә ҡарар сығарырға ғына кәрәк”.


Яҡынса иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, эшләүсе пенсионерҙарға дәүләттән айлыҡ түләүҙе арттырыуға 200 миллиард һум самаһы кәрәк буласаҡ. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, беҙҙең республикала әле яҡынса 250 мең тирәһе эшләүсе пенсионер иҫәпләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәт урынын ҡалдырмағандарҙың пенсияһын 2016 йылдың ғинуарынан бирле арттырмағайнылар. Был мәсьәләне яңыраҡ Дәүләт Думаһы алдындағы отчеты мәлендә Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведев күтәреп сыҡты. “Депутаттар һәм министрҙар әлеге аҙымдың ихтимал булған социаль һәм иҡтисади эҙемтәләре хаҡында бергәләп уйланырға тейеш”, – тине ул.

Балың етмәһә, эшлә
Балдар етмәү сәбәпле ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын тәғәйен­ләүҙән баш тартһалар, кәйефегеҙ төшмәһен – эшләүегеҙҙе дауам итегеҙ. Рәсәйҙең Пенсия фонды етәксеһе Антон Дроздов шундай кәңәш бирә.


– Әгәр йәнә биш йылдан да балдарығыҙ тейешле күләмдә йыйылмай икән, социаль пенсияға иҫәп тоторға мөмкин, – тип тә өҫтәне ул.
Хаҡлы ялға сыҡҡанда стаж буйынса сикләүҙәр һәр саҡ булды. Хәйер, элек “тупһа” тәпәшерәк ине – ни бары биш йыл. Шунан да аҙыраҡ эшләгәндәр пенсияға дәғүә итә алманы. Хәҙер иһә ҡағиҙәләр ҡатыраҡ. Беренсенән, пенсия алырға теләгәндәрҙең һәр ҡайһыһына кәмендә һигеҙ йыл эш стажына эйә булыу мотлаҡ. 2024 йылғаса был талап 15 йылғаса оҙайтыласаҡ.
Икенсенән, кешенең рәсми теркәлеп эшләүе кәрәк, уның өсөн ойошма даими рәүештә страховка иғәнәләре түләп барырға тейеш. Пенсия балдары нәҡ ошо иғәнәләргә ҡарап билдәләнә. Әле страховка пенсияһын алам тигән кешегә 11 балл туплау етә, 2024 йылдан иһә иң түбән күрһәткес 30 балғаса күтәреләсәк.
– Граждандар страховка иғәнәләре түләнмәгән хәлдә хеҙмәт стажының иҫәпкә алынмауын аңларға тейеш. Ундайҙар пенсия системаһына үҙ өлөшөн индермәгән, тимәк, унан файҙа күрергә хоҡуҡтары юҡ. Балдарын тултырыу өсөн эшләһендәр, был бит страховка системаһы, ә хәйриә ойошмаһы түгел, – тине Антон Дроздов.
Әлегә, Рәсәйҙең Пенсия фонды етәксеһе белдереүенсә, кешеләргә балдары һәм стаждары тулмау сәбәпле ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын түләүҙән баш тартыу осраҡтары бик аҙ.

Һуңлап сығыу күпкә отошлораҡ
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Аркадий Дворкович әйтеүенсә, даими түбән инфляция шарттарында граждандарҙың пенсияға һуңлап сығыуы осраҡтарын йышайтыу маҡсатындағы саралар йәнә көнүҙәккә әйләнде.


Красноярск иҡтисади форумында сығыш яһаған мәлдә эксперттарҙың береһенә яуап итеп белдерҙе ул был фекерҙе. “Хаҡлы ялға ни тиклем һуңлабыраҡ сыҡһаң, пенсияң шул саҡлы ҙурыраҡ буласаҡ. Ундай юлға барыу аҡсаны банк депозиттарына һалыуҙан күпкә отошло. Әммә был турала буласаҡ пенсионерҙарҙың күпселеге белмәй”, – тип һығымта яһанылар форумда.
Ғәмәлдәге пенсия формулаһына ярашлы, әгәр хаҡлы ялға сығыу ваҡытын биш йылға кисектерһәң, айлыҡ түләүҙәр күләме бер ярым тапҡырға арта, ә ун йыл сабыр иткәндәрҙеке икеләтә, хатта унан да юғарыраҡ буласаҡ.
Пенсияға һуңлап сығыу тураһында ҡарар ҡылыу-ҡылмау һәр кемдең үҙ ихтыярында. Рәсәйҙең Пенсия фонды биргән мәғлүмәттәр буйынса 2015 йылда илебеҙҙә бындай хоҡуҡты ни бары 12,5 мең кеше файҙаланған.
Красноярск иҡтисади форумында шулай уҡ ҡағыҙға баҫылған хеҙмәт кенәгәләренең тарихта ғына ҡаласағы хаҡында телгә алынды. “Федераль һалым хеҙмәтенең барлыҡ физик берәмектәр буйынса мәғлүмәтте бер реестрға туплап бөтөүе генә шарт, – тине вице-премьер Аркадий Дворкович. – Был документтан, дөрөҫөн генә әйткәндә, ысынында баш тарттыҡ бит инде, әммә ниңәлер ҡануниәт өлкәһендә һаман да шуға барып бәйләнәбеҙ”.
Бығаса вице-премьер Ольга Голодец Хөкүмәттә электрон хеҙмәт кенәгәләренә күсеү буйынса тәҡдимдәрҙең быйыл әҙер буласағын хәбәр иткәйне.

Ирекле иғәнәләр кем файҙаһына?
Ирекле тупланма пенсия системаһы концепцияһы Рәсәй Хөкүмәтенә ошо арала тәҡдим ителәсәк. Финанс министрлығы менән Үҙәк банк берлектә төҙөгән яңы модель дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына иғәнә түләүҙе еңеләйтергә тейеш.


Күҙалланыуынса, был аҡсаны эш биреүсе урынына хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре күсереп барасаҡ. Ойошмаларҙы иһә граждандарҙы ирекле тупланма пенсия системаһына йәлеп иткән өсөн һалым ташламалары менән дәртләндермәкселәр.
Концепция авторҙары страховка иғәнәләре күләмен 30 процент кимәлендә һаҡлап ҡалырға ниәтләй. Әммә бынан тыш граждандар ирекле пенсия тупланмаларын булдырырға ла тейеш. Тәүге йылда – ноль процент, аҙаҡ – бер, артабан алты процентҡа тиклем. Был схемала ҡатнашыуҙан баш тартып буласаҡ, түләүҙәрҙе биш йылғаса кисектереп тороу мөмкинлеге лә тәҡдим ителә.

Мәжбүр итеү булмаясаҡ
Дәүләт Думаһы пенсионерҙарға һәм бюджет ойошмаһында эшләүселәргә аҡса күсереүҙе “МИР” тип аталған банк карталары аша башҡарыу тураһында закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Милли түләү системаһы буйынса хаҡлы ялдағылар бушлай хеҙмәтләндереләсәк.

— “МИР” картаһын биргән банктың пенсио­нерҙарҙан аҡса һорарға хаҡы юҡ, – тине парламенттың түбәнге палатаһы рәйесе урынбаҫары Сергей Неверов. – Шулай уҡ хаҡлы ялдағыларға, әгәр әлеге картаһы ғәмәлдән сыҡҡан икән, яңыһын алыу өсөн ҡайҙалыр махсус барып йөрөргә кәрәкмәй, уны, ниндәй түләү системаһыныҡы булыуына ҡарамаҫтан, “МИР”ға алмаштырасаҡтар.
Оло кешеләрҙең күбеһе аҡсаны ҡулына алырға күнеккән, шуға ла уларҙы банк карталарына көсләп өйрәтергә йыйынмайҙар. Дәүләттән пособие алыусы йәш әсәләргә лә, һалым ҡайтармаһы юллаусыларға ла – шундай уҡ ҡараш. Депутаттар аңлатыуынса, әгәр уңайһыҙ икән, аҡсаны “МИР” аша күсерергә бер кем дә мәжбүр итмәй.
Әйткәндәй, 2017 йылдың 1 июленә тиклем Рәсәйҙең барлыҡ банктары ла “МИР” карталары буйынса эшләүгә әҙер булырға тейеш.



Вернуться назад