Ғаилә сәйәсәтенең тәьҫирлелеген нисек күтәрергә? Тыуым кәмей барған ҡатмарлы демографик осорҙа ниндәй яңы саралар һөҙөмтә бирер? Әхлаҡи ҡиммәттәр арзанайған, битарафлыҡ хөкөм һөргән йәмғиәттә социаль етемдәргә, күп балалы ғаиләләргә ярҙамды нисек көсәйтергә?
Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләренә арналған ведомство-ара советтың киңәйтелгән ултырышында йәмғиәтебеҙҙе борсоған иң ҡырҡыу, көнүҙәк проблемаларға ҙур иғтибар бирелеүе юҡҡа түгел. Бер яҡтан, республикала демографик хәл яҡшырған да кеүек: сабыйҙар һәм бала табыусы әсәләрҙең үлеме ҡыҫҡара, хатта 500 грамм ғына ауырлыҡта тыуған балаларҙың ғүмерен һаҡлау өсөн хәҙер бөтә тырышлыҡ һалына, инфаркт һәм инсульттан үлем осраҡтары ла бер ни тиклем кәмей төштө. Икенсе яҡтан, былтыр яҡты донъяға 56 мең сабыйҙың донъяға килеү шатлығын аборттар һанының юғарылығы, имен булмаған ғаиләләрҙәге балаларҙың түбән йәшәү шарттары, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәрҙең артыуы тоноҡландыра.
Ултырышты алып барыусы Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары алдына балалы ғаиләләрҙең проблемаларына тәрән үтеп инеп, һәр береһе менән шәхсән эшләү бурысын ҡуйҙы. Республика ҡаҙнаһынан йыл да балалы ғаиләләргә 30 төрлө социаль ярҙам күрһәтеүгә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленеүенә ҡарамаҫтан, тейешле һөҙөмтә булмауына үкенес белдерҙе етәксе. “Пособиелар төрлө һәм ныҡ ваҡланған хәлдә. 115 һумлыҡ матди ярҙам өсөн оят... Беҙгә матди ярҙам саралары һәм льготаларҙы яңынан ҡарап сығып, уларҙың тәьҫирлелеген арттырыуға иғтибар бирергә кәрәк”, — тине ул. Президентты 2009 йылдан тормошҡа ашырылған ишле ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы буйынса сертификаттар тапшырыу темпы ла һис ҡәнәғәтләндермәй.
Республика башлығын ишле ғаиләләрҙе бушлай ер менән тәьмин итеү, бала хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре лә ныҡ борсой. Бынан тиҫтә йылдар элек ғаиләләрҙә балаларҙы йәберләү, ирекһеҙләү күренеше булманы. Бөгөн донъя көндән-көн бәғерһеҙ, миһырбанһыҙ була барғанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм сабыйҙарҙың ғүмерен, сәләмәтлеген, хоҡуҡтарын һаҡлауҙың мөһим булыуы, киләсәккә күперҙең тап бөгөн һалыныуы билдәләнде.
Һуңғы осорҙа яңы социаль етемдәр һанының бер аҙ кәмеүе, 400-ҙән ашыу үҫмерҙең торлаҡ алыуы өмөт сатҡылары уятһа ла, хәл итәһе проблемаларҙың етдилеге тынысланырға ирек бирмәй. Былтыр йөҙәрләгән баланың “Ышаныс телефоны”на мөрәжәғәт итергә мәжбүр булыуы, ҡайһы бер балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә ҡарата битарафлыҡтың көслөлөгө, аҡсаһына ҡыҙығып, етемдәрҙе тәрбиәгә алған ата-әсәнең балаларҙы социаль йорттарға кире ҡайтарыуы һәм бүтән аҡылға һыймаҫлыҡ, күңелде тетрәндерерлек хәлдәр Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау йылында көсөргәнешле эш талап итә.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.