Бергәләп ҡыуаналар21.04.2017
“Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалына 25 йыл тулды. Байрам саралары 25–26 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк.
Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы президенты Эдуард Сагалаев аҡыллы, изге күңелле, белемле балалар тәрбиәләүгә тос өлөш индергән өсөн “тамыр”ҙарға рәхмәт әйтте. Ул “Тамыр” контентын сифатлы, хәүефһеҙ һәм үҙенсәлекле тип атаны.
Рәсәйҙәге һәм БДБ илдәрендәге “Disney” компанияһының генераль директоры “Тамыр” телевидение донъяһын сағыуыраҡ итә тигән фекерҙә. “Һеҙ яһалма түгел! Дөрөҫ тема табып, улар хаҡында асыҡтан-асыҡ, ихлас һөйләгәнегеҙ, фекерләргә, тойорға өйрәткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә артабан да көс-дәрт, ҡыҙыҡлы һәм изге темалар, башҡарған эшегеҙҙә һәр йәһәттән иң яҡшылар сафында барыуығыҙҙы теләйем!” тиелә Марина Жигалова-Озкандың ҡотлауында.
“Рәсәй телевидениеһы академияһы” фонды президенты Александр Акопов, балалар телеканалының тәүлек әйләнәһенә эшләүен билдәләп, “Тамыр”ҙы төбәктәге мәҙәни тормоштоң һәм мәҙәни киңлектең айырылғыһыҙ өлөшө тип атаны.
“Практика” үҙәге директоры, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы, төбәк телекомпанияларының медиа-тренеры Нина Зверева 10 йыл элек Башҡортостан телевидениеһының тәүге Орфейын “Ҡоралай” фильмы өсөн нәҡ “Тамыр” каналының алыуын хәтергә төшөрҙө. “Өйрәтә һәм өйрәнә белгәндәр генә тамашасыһын бер ҡасан да юғалтмаясаҡ! Ә һеҙ – тап шундайҙарҙан. Күптәнге дуҫтар булыуыбыҙ, еңеүҙәрегеҙгә бергәләп ҡыуаныуыбыҙ менән бәхетлемен!” тиелә уның ҡотлауында.