Изгелектең нигеҙе – хеҙмәт21.04.2017
– Бер туған апайы менән еҙнәһе ауылға йәшәргә ҡайтҡас, ирем уларға ярҙам ниәтендә таҡта ярыу цехын, тракторын бирҙе. “Кире алмаҫмын, яҡшы йәшәп китеүҙәре мөһим”, – тигәйне. Еҙнәй ышанысты бөтөнләй аҡламаны: “тел болғап”, ялҡауланып йөрөнө-йөрөнө лә, бирелгән әйберҙәрҙе боҙоп, бүлгесләп һатып бөтөп, ауылдан сығып олаҡты. “Кәрәкмәй, яр­ҙам итмә, барыбер холҡон төҙәтә алмаясаҡһың, тигәйнем бит һиңә”, – ти яңғыҙ ҡалған апай, сикһеҙ уңайһыҙланып. Изгелеккә ҡарата нисек шулай яуап бирергә мөмкин?
Ә.З.
Башҡортостан мосолманда­рының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Һорауға яуапты билдәле хикә­йәтте иҫкә алыуҙан башлайыҡ. Мәғлүм ки, Сөләймән ғәләйһис-сәләм пәйғәмбәр ҙә, батша ла булған. Ошондай ике ҙур вазифаны бергә алып барыуы ниндәй яуаплылыҡ талап иткәнен төшөнәһегеҙҙер. Пәйғәмбәр булараҡ, Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән дини ҡанундарҙы өйрәтһә, батшалыҡ уның иңенә халыҡты яҡлау, һаҡлау кеүек бурыстарҙы йөкмәткән.
Бер көн Сөләймән ғәләйһис-сәләм оло йәштәге, бөкрәйеп бөткән, арҡаһына ауыр утын йөкмәгән бабайға тап булған. “Бына ошолай көн итәм, фәҡирмен”, – тип зарын еткергән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға бер алмас тотторған. “Ошо байлыҡты тотон, ул ғүмереңдең ахырына хәтлем етәсәк, һинән һуң да ҡаласаҡ әле”, – тигән ул. Күпмелер ваҡыт үткәс, теге ҡартты йәнә осратҡан. Бабай хас теге сағындағы хәлдә йөрөй икән: бөкрәйгән, арҡаһына ауыр утын йөгө аҫып алған... Ифрат ныҡ ғәжәпләнгән Сөләймән ғәләйһис-сәләм: нисек инде шул ҡәҙәр аҡсаһы була тороп, һаман фәҡир ҡиәфәтендә йөрөй? “Эй... Теге саҡ алмас тотоп ҡайтып килә инем, талап алдылар”, – тип көрһөнгән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға икенсе тапҡыр алмас һонорға торғанда, Аллаһ Тәғәләнән әмер килгән: “Бирмә, тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың: ғүмер буйы әлеге хәлендә ҡаласаҡ”.
Был хикәйәттең нигеҙендә ҙур хикмәт ята: бәғзеләр мөлкәтте күп көс түгеп, тырышып-тырмашып тапһа, икенсе берәүҙәр булғанын да һаҡлай, тотона алмай, биргәндең ҡәҙерен белмәй. “Эй, Раббым, байлыҡтың файҙалыһын, хәйерлеһен бир” тигән доға тап ошоға бәйле килеп сыҡҡандыр ҙа. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын төрлөсә һынай. Байлыҡ менән фәҡирлек тә юҡтан бирелмәй: ике юлда ла кеше иманын, ғәҙеллеген һаҡларға тейеш.
Һорауҙа бәйән ителгән осраҡтан күренеүенсә, әҙәм балалары араһында төрлөләре бар. Бында, әлбиттә, тәрбиәнең өлөшө ҙур. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, “Атаһына ҡарап улын һайла, әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос”, “Әсә ҡарынында ни яҙылһа, шул булыр” һәм башҡа әйтемдәр юҡтан барлыҡҡа килмәгән. Аллаһ Тәғәләнең ата-әсәгә йөкмәткән иң ҙур бурысы – яҡшы балалар үҫтереү. “Сабый өсөн әхлаҡ менән күркәм тәрбиәнән дә ҡиммәтерәк бүләк юҡ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә. Ныҡышмал хеҙмәттең ни икәнен аңлаған булһа, ниндәйҙер уңышҡа үҙ көсө менән өлгәшһә, күргән изгелеген ергә һалып тапамаҫ ине. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ итеү мөһимлеген белеп, тырышып эшләр ине. Тормошта хеҙмәттең баһаһы ифрат ҙур шул, йәшәйештең, үҙ-ара күркәм мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе ул.
Һөнәр белеү, ныҡыш булыу, бер-береңә ярҙам итеү, хеҙмәтеңдең емешенән мохтаждарға өлөш сығарыу – мосолман өсөн иң ҙур дәрәжә. Шуға ла миңә әлеге һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙгә бер ҙә ҡайғыраһы, үкенәһе түгел: уның ире туғанлыҡ бурысына тоғро ҡалған, барыһын да дөрөҫ эшләгән. Изгелеге ерҙә ятып ҡалмаҫ, иншаллаһ, сауабын алыр.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә хеҙмәт һөйөргә, тырыш булырға, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белергә, лайыҡлы балалар үҫтерергә, ярҙамлашып йәшәргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад