Бишбүләк районында уҙған район-ара төбәк башҡорттары ҡоролтайы ултырышында Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй, Миәкә, Шаран, Туймазы райондары һәм Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре йыйылды. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан уҡ республикала шәжәрәләр төҙөү, нәҫел-ара байрамдар ойошторолһа ла, ҡайһы бер төбәктәр ул сараларҙан ситтә ҡала килде. Әллә “Шәжәрә” ғилми ойошмаһы сығарған “Башҡорт ырыуҙары” китабы тәьҫир итте: тап ошо яҡтарҙа халыҡ әүҙем күтәрелеп ырыу ағастарын тергеҙә башланы, тоҡомдарын барланы. Нисек кенә булмаһын, халыҡ араһында барған рухи күтәрелеш заман һынауҙары алдында баҙап ҡалған милләтебеҙ вәкилдәрен тамырҙарына йәбешеп, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү эшенә йәлеп итте.Кәңәш ҡорған саҡта фекер тыуаВаҡытлы матбуғат баҫмалары Бишбүләкте күптән инде алйырҙан һәм шишмәләр төбәге тип атаны. Алйырҙандарҙы улар бында махсус алып ҡайтып үрсеткән. Нимәһе менәндер йомранға оҡшаған, әммә буйға оҙон был йәнлектәрҙең тиреһе лә, майы ла бик ҡиммәтле һәм файҙалы икән. Быларҙы ни өсөн яҙам, сөнки 1988 йылда барлыҡҡа килгән 14536 гектар ерҙә йәйрәп ятҡан “Бишбүләк” дәүләт заказнигында урындағы халыҡ эшләй, уның таҙалығын тәьмин итә. Маҡтанырлыҡ мәғлүмәт тә бар был шишмәләр төбәгендә: 250-нән ашыу инештең 50-гә яҡыны тәрбиәле – юл һалынған, күмәк халыҡты йыйып, матур байрамдар ойошторорлоҡ итеп төҙөкләндерелгән. Изгеләрен дә онотмайҙар бында – Яңы Бикташ ауылы эргәһендәге ҙур булмаған тауҙа ерләнгән әүлиәнең ҡәбере ҡаралған, тау аҫтында ғына шишмә лә сығып ята. Уның эргәһендә үҫкән өйәңкенең йәшен билдәләгәндәр – 150-нән үткән был ҡарт ағас. Хәйер, баш ҡаланан 230 саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлашҡан районда Б. Имашев, Ф. Кәрим, Ғ. Әхмәтшин, К. Хәкимов кеүек башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тыуғанын бөтәһе лә яҡшы белә. Эйе, заман, быуат башы уларҙың ҡайһы берҙәренән шул ваҡыттағы идеология ҡоло яһаған, әммә улар Ватаны өсөн хеҙмәт итеүендә һис шикләнмәгән.
Район-ара ҡоролтай ултырышында Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Наил Ғатауллиндың ҡатнашыуы эшлекле һөйләшеүгә йыйылғандарҙың һәр береһенең күңеленә ғәм өҫтәгәндер. Бишбүләк тип аталған районда тап биш милләт күпләп ойошоп йәшәй: башҡорттар, сыуаштар, урыҫтар, татарҙар һәм мордвалар. Аҫаба башҡорт ерҙәренә килеп урынлашҡан башҡа халыҡтар төп милләт менән бөгөн дә тығыҙ бәйләнештә, бында үҙ-ара ихтирам һаҡлап көн итәлер, моғайын.
Үҙҙәренең сәнғәт оҫталарының сығышынан башлап ебәрҙе бишбүләктәр сараны. Ул арала беҙ урындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексын да, бассейнды ла, мини-футбол, тренажер залдарын да күреп өлгөргәйнек инде. Көрәш буйынса район ярышын асыу тантанаһында ҡатнаштыҡ. Төрлө милләт вәкилдәре йәшәһә лә, башҡорт малайҙары, үҫмерҙәре әллә ҡайҙан күренеп тора. “Беҙ һеҙҙең көйәрмәнегеҙ булабыҙ, һынатмағыҙ!” – тип бер нисәүһе менән танышып та киттек. Үҙен Искәндәр Сәлихов тип таныштырғаны тураһында алда ла телгә алырбыҙ әле.
Заманында төбәктә ҡурайсылар тамам бөткән булған. Кемдер, бер ҡурайсы ҡарттың моңланып йөрөүен хәтерләп, үҙҙәренең балаларына, ейәндәренә һөйләп ҡалдырған. Бөгөн был музыка ҡоралының халҡыбыҙ көнитмешенең бер өлөшөнә әүерелеүенән сығып фекер йөрөткәндә, хатта ышанып та булмай төҫлө. Ғәжәп милләт шул башҡорттар! Ниндәй генә фажиғәләр кисермәгән дә нисек итеп ҡырылмаған ата-бабаларыбыҙ, әммә ана теге мексика халыҡ мәҡәлендәге һымаҡ, уны ерләгән һайын, ул шытым орлоҡ төҫлө, яңы үҫентеләрен ебәргән. Бөгөн төбәктә Руслан Сәләхов етәкселегендәге “Йәйғор” балалар ҡурай ансамбле бар, беҙ ҙә уларҙың сығышының шаһиты булдыҡ. Афарин, малайҙар һәм ҡыҙҙар! Ҡулығыҙҙан килә бит! Бейеүсе Надежда Данилова – “Байыҡ” конкурсы, ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиҙә Муллағәлиева – “Юлдаш йыры” лауреаты. Саҡырылған ҡунаҡтарҙы улар ҙа сәләмләне.
Башҡортостанда газ үтмәгән ауылдар хәҙер ҡалмағандыр ҙа инде, ә бына иң тәүгеләрҙән булып ул тап Бишбүләк, Миәкә еренә кергән икән. Район хакимиәте башлығы үҙ сығышында төбәктең иң ҙур байлығы дуҫ мөнәсәбәтте һаҡлаған эшсән халҡы һәм хозур тәбиғәте булыуын билдәләне. Ысынлап та, республикабыҙҙың һәр районының үҙенсәлеге бар. Cаф шишмәләре, йәнлектәр донъяһының байлығы менән дан ҡаҙанған был төбәк кешеләрендә, тимәк, тәбиғәткә ҡарата игелекле мөнәсәбәт һалынған. Экологияға бәйле йылда ғына түгел, аңлауымса, һәр даим тәбиғәт менән бөтөнлөгөн онотмай йәшәйҙәр был төбәктә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов сығышында халыҡтың ойошоп, ошо ерлектәге эшҡыуарлыҡты күтәреү мәсьәләләрен хәл итергә тейешлегенә баҫым яһаны. “Бөгөн кемдер килеп беҙҙең өсөн эшләр тип өмөт итергә кәрәкмәй. Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә ауылдан сыҡҡан, хеҙмәт тәмен белеп үҫкән балалар. Ана шуны бөгөнгө йәш быуында ла тәрбиәләргә кәрәк”, – тине ул. Ҡоролтай Башҡарма комитетының баш белгесе Айрат Искәндәров сығышында район-ара ойошмаларҙың эшмәкәрлеге нисек алып барылырға тейешлеге, уларға ярҙам итеү маҡсатынан сығарылған юридик, ҡануни ҡулланма менән таныштырып үтте. “Төбәктәрҙә йәшәгән һәр милләттәшебеҙ килеп, үҙенең мәсьәләһен хәл итеүҙе һорауы ихтимал. Ана шул саҡта беҙ, ҡоролтай ағзалары, береһен дә кире бороп сығарырға тейеш түгелбеҙ. Дәүләт учреждениелары, мәҙәниәт усаҡтары, мәктәптәр менән бәйләнеш урынлаштырып, үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡларға өйрәнәйек!” – тине ул.
Тележурналист, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин менән бергә төрлө райондарға сәфәр ҡылырға насип булды. Ул – һәр ерҙә көтөп алынған белгес. Урындағы халыҡтың уға һорауы ла күп, рәхмәте лә етәрлек. “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабын хәҙер һәр ерҙә изге һанап, һаҡлайҙар, уҡыйҙар, өйрәнәләр.
Бишбүләктә лә уға ырыуҙарының үҙенсәлектәренә, шәжәрә төҙөү мәсьәләһенә бәйле һорауҙар бирҙеләр. Мең ырыуы китабына таянып, шәхси күҙәтеүҙәренән сығып, Салауат Ишмөхәмәт улы уларҙың һәр береһенә яуап бирҙе, хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Төбәктәрҙә лә мәғлүмәттәр, иҫке яҙмалар һаҡланыуы ихтимал, шуға күрә милләттәштәребеҙ иғтибарлы булһын ине.
– Башҡорт халҡының бик борон барлыҡҡа килеүе – ул этник күренеш. Шуға күрә тел дә боронғоларҙан иҫәпләнә. Революцияға тиклем бөтәһе лә беҙҙең төбәктә иҫке төрки телендә яҙған, уҡыған. Бишбүләк, Бәләбәй, Шаран ерлегендә халыҡ башҡорт теленең диалектында һөйләшә. Ғөмүмән, тел менән генә кешенең милләтен билдәләп булмай. Мәҫәлән, заманында чехтар үҙҙәренең телен юғалта һәм 100 процент халыҡ немецса һөйләшә. Әммә бер мәл уларҙа үҙаң уяна, бөгөн улар үҙ телдәрен өйрәнә, белә, аралаша. Шотланд, ирландтар ҙа телен юғалтҡан, әммә милли үҙенсәлеген һаҡлап алып ҡалған. Тарихын яҡшы белгән халыҡ милләтен мәңге онотмаясаҡ, ә телде һаҡлауҙың иң төп сараһы – ул аралашыу, – тине ул, сығышын тамамлап.
Шаран районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Зиниә Диярова төбәктәрендә Юрмый ырыуы башҡорттары йәшәүе хаҡында белешеп, тарихсынан иҫтәлеккә ошо ырыу хаҡында китап алып ҡалды.
Шулай уҡ тележурналист, тел белгесе Искәндәр Сәйетбатталов башҡорт теленең өйрәнә башлау тарихы, әҙәби телдең үҙенсәлеге, диалекттарҙың әһәмиәте хаҡында ентекле һөйләне.
Бәләбәй башҡорт гимназияһы директоры, Көнбайыш район-ара башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Дилбәр Фәтхетдинова сығышында әлегә тиклем ошо төбәккә ҡараған райондарҙа ниндәй саралар үткәреүе тураһында еткерҙе. “Бишбүләктәр ағинәйҙәр ҡорон тергеҙһә, миәкәләр дини саралар менән алдыра, туймазылар Өфөлә милли кейем парадында ҡатнашты, бүздәктәр шәжәрә байрамын ойоштороп, халыҡты тупланы”, – тине ул, был яҡтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең көнкүреше менән таныштырып.
Баҡалы районы ҡоролтайы етәксеһе Илфаҡ Маннапов төбәктәрендәге халыҡты “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабы менән ҡабаттан таныштырыу теләген белдерҙе. “Милләттәштәребеҙҙең күңеленә, асылына юл ана шул тарихта, ошо йыйынтыҡтарҙа ята. Салауат Ишмөхәмәт улы, теләһә ҡайһы ваҡыт килегеҙ, халыҡҡа ырыуҙар тарихы, шәжәрәләр хаҡында һөйләгеҙ әле!” – тине ул.
Мәктәбеңдең хәлен әйтһәң, ауылыңдың тормошон белерменБишбүләк районының 28 белем биреү учреждениеһында 2737 уҡыусы белем алһа, шуларҙың 281-е – башҡорт милләтенән. Бер башҡорт мәктәбе бар – ул Ҡаныҡайҙа, ике башланғыс белем биреү учреждениеһы – Аҙнай (Дим урта мәктәбенең филиалы), Ҡасҡын (Йылболаҡтамаҡ урта мәктәбенең филиалы). Уларҙа 86 уҡыусы башҡорт телендә белем ала, ә алты мәктәптә 170 башҡорт балаһы телде туған тел булараҡ, ә 1911 уҡыусы дәүләт теле булараҡ өйрәнә (77,8%).
Башҡорт теленән 28 уҡытыусы белем бирә (юғары белемле – 24, махсус урта белемле – өс, юғары категориялы – 4, беренсе категориялы 12 педагог эшләй, ә дүрт кеше ситтән тороп уҡый). Бишбүләк ауылындағы 1-се мәктәп уҡытыусыһы В. Ғатауллина етәкселегендә башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе эшләй.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡытыусыларҙың йыл конкурсының республика этабында ҡатнашып, 2010 йылда Дим урта мәктәбе уҡытыусыһы Р. Тихонова – “Халыҡ педагогикаһын ҡулланған өсөн”, 2014 йылда – Бишбүләктәге 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы З. Муллағәлиева “Ижади эшләгән уҡытыусы” номинацияларында еңеү яулаған. “Иң яҡшы башҡорт һәм урыҫ теле уҡытыусыһы” конкурсында еңеүселәр – Н. Арыҫланова, В. Ғатауллина, Р. Тихонова, З. Муллағәлиева.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың республика этабында еңеүселәр – Дим урта мәктәбе уҡыусыһы Рәмил Янышев (2-се урын, 2011 йыл), Бишбүләк ауылындағы 2-се урта мәктәп уҡыусыһы Альбина Иванова (призер, 2016 йыл). “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсының төбәк этабында (Дәүләкән ҡалаһы) Бишбүләк районы командаһы III урынды алған.
Был күрһәткестәр Бишбүләк районы буйынса. Әммә төбәктең башҡа райондары ла бар бит әле. Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Сәлих Хәйруллиндың күңелен өйкәгән мәсьәләләр ҙә етерлек. “Мәктәптәрҙе ябып, бер белем усағында бер нисә ауыл балаларын уҡыта башланыҡ. Ошо күренештең ни тиклем хәүефле икәнен аңлап етәбеҙме икән? Иртә таңдан бәләкәстәр ҙә ҙурыраҡтар менән бергә һыуыҡ автобустарға ултырып, күршеләргә уҡырға китә һәм, өлкәндәр уҡып бөткәнде көтөп, шунда коридорҙа уйнап йөрөй, йонсоп бөтә. Кискә генә ҡайтып керә ул балалар өйөнә. Арығандар, асыҡҡандар. Өйгә эш, телде үҫтереү тигән һорауҙың бында булыуы ла мөмкин түгел. Башланғыс класс уҡыусыһының хатта уйнарға ла ваҡыты ҡалмай”, – тине ул.
Сарала мәғариф өлкәһенә бәйле бик күп проблемалар күтәрелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова һәр һорауға ентекле яуап бирергә тырышты. Ул: “Башҡорт телен өйрәнеү өсөн беҙгә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, бары тик үҙебеҙгә закондарҙы яҡшы белеп, уларҙы ҡулланырға ғына өйрәнергә кәрәк. Уҡытыусылар коллективы ата-әсәләр менән берлектә эшләргә тейеш. Ғаризалар яҙығыҙ, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыуҙы, фәндәрҙе туған телдә өйрәнеүҙе, хатта имтихандарҙы башҡортса биреүҙе талап итегеҙ – быға тулы хоҡуғығыҙ бар, закондар беҙҙең яҡлы!” – тине.
Фекер алышыуға төбәк халҡы ла ҡушылды. Бикҡол ауылы биләмәһе башлығы Ришат Әхмәтшин, ауыл тормошо менән таныштырып, түбәндәгеләрҙе еткерҙе: “Беҙҙең һәр көнөбөҙ ер, мал, ҡош-ҡорт аҫрау менән бәйле. Бикҡол ауылына ҡараған “Марс”, С. Юлаев исемендәге кооперативтарҙа игенселек, мал үрсетеү менән шөғөлләнәләр. Ер эшкәртеү, хужалыҡҡа һалам, бесән килтереү өсөн һәр ғаиләгә техника менән ярҙам күрһәтелә. 9 Май, Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнө, Яңы йыл байрамдарын ойоштороу өсөн кооператив етәкселәре матди яҡтан ярҙам итә. Беҙҙәге ошо ике ҙур ойошманан башҡа биш крәҫтиән (фермер) хужалығы бар, шәхси предприятиелар ҙа етәрлек, улар ауыл хужалығы продукцияһы етештерә. Ауылдарҙа Интернет та үткән, телефон элемтәһе лә бар. Төбәктә халыҡ әүҙем – спорт менән шөғөлләнә, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша”, – тине ул. Ҡаныҡай ауылында йәш тренер Илһам Әхмәтшин етәкселегендә милли көрәш, гер күтәреү, армспорт секцияларында шөғөлләнгән үҫмерҙәр, егеттәр ике-өс йыл эсендә районда ғына түгел, төбәк, республика ярыштарында ла еңеү яулаған.
Хакимиәт башлығын борсоған проблемалар аҙ юҡ түгел. Уларҙың иң көнүҙәге – Ҡаныҡай мәктәбе. “Урта мәктәп статусын һаҡлап ҡалһын ине был белем усағы”, – тине етәксе. Законға ярашлы, өс ауылдан йыйылған йөҙҙән ашыу балаға белем биргән был учреждениены башланғыс мәктәпкә әйләндереү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Директоры Фәнүзә Ғиләжетдинова ла был хаҡта бик әсенеп үҙ фекерен еткерҙе. Мәктәптең үҙенең уңыштары, ҡаҙаныштары бар, шуға күрә төбәк балаларының яҙмышына беҙ ҡул һелтәп ҡарарға тейеш түгелбеҙ. Йәнә лә ҡабатлап китәбеҙ: был мәсьәләне ата-әсәләрҙән, мәктәп коллективынан тыш хәл итергә тейеш түгелдәр, шуға ла улар тарафынан да әүҙемлек талап ителә.
Бишбүләк районы ҡоролтайы етәксеһе Илшат Миһранов үҙ сығышында төбәктәге халыҡтың иманға ҡайтыуы, мәсет юлында йышыраҡ йөрөй башлауы хаҡында әйтте. “Иманы булған халыҡтың киләсәге лә өмөтлө. Беҙҙең төбәктә әүлиәләрҙең ҡәберҙәре лә бар. Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, изге ниәт менән башлаһаң, Аллаһ ризалығы, халҡым мәнфәғәтенән, тиһәң, юлыбыҙ ҙа, эшебеҙ ҙә уңыр!” – тине ул.
Күмәк балалы ғаилә хужабикәһе Флүзә Буранғолова ирен Себерҙән ҡайтарып, ауыл халҡынан ит йыйып, ярымфабрикат эшләй. Ошондай ғаиләләргә, ҡатындарға нисек маҡтау һүҙе әйтмәйһең инде? Афарин, Буранғоловтар!
Октябрьский ҡалаһы ҡоролтайы етәксеһе Ришат Исхаҡов был вазифаға яңы һайланған. Шулай ҙа төбәктә милли байрамдар ойоштора башлағандар ҙа инде. Ошо көндәрҙә Ҡурай байрамы үтте был ҡалала.
Бүздәк районы ҡоролтайы етәксеһе Лариса Баймөхәмәтова үҙҙәрендә халыҡтың үҙаңы уяныуын шулай уҡ тарихи сығанаҡтар артыуы менән бәйләне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, ул төбәктең халыҡ оҫталары, әүҙем кешеләре хаҡында мәҡәләләр ҙә яҙа. Әлшәй, Миәкә, Йәрмәкәй районы ҡоролтайҙары етәкселәре, ағзалары ла сарала һәр мәсьәлә буйынса үҙ фекерен белдереп, төбәктәге эш барышы менән таныштырҙы.
Туймазы районы ҡоролтайы етәксеһе Гәүһәр Фәйзуллинаның иңенә лә был вазифа яңыраҡ һалынған. Әйткәндәй, төбәктә милли музыка ҡоралдары байрамы үткәргән ҡоролтай ағзалары район-ара ултырышты киләсәктә үҙҙәрендә ҡабул итәсәк.
Көрәшселәр тигән даны барБорондан башҡорт егеттәренең көрәшсе тигән даны бар, шуға Бишбүләктә үткән ярышта төрлө милләт үҫмерҙәре, егеттәре ҡатнашһа ла, күбеһенсә башҡорттарҙың еңеү яулауы һис ғәжәп түгел. Шулай итеп, бая беҙ уңыш теләп киткән егет Ҡаныҡайҙан Искәндәр Сәлихов булып сыҡты. 65 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә I урынды яулаған. Афариндан башҡа нимә тиһең инде! Биш балалы ҙур ғаиләнең иң төпсөгө икән көрәшсе егет. Артабан белем алыуын юғары уҡыу йортонда дауам итеп, милләтебеҙҙең лайыҡлы белгесе булып үҫеүен теләйек уға. Артур Шафиҡов (65 килограмдан ауырыраҡ, Бишбүләк ауылы), Азамат Хәбетдинов (60 килограмға тиклем, Ҡаныҡай ауылы), Рәмзил Нафиҡов (55 килограмға тиклем, Йылболаҡтамаҡ ауылы), Эрланд Батраев (50 килограмға тиклем, Ҡаныҡай ауылы), Олег Степанов (40 килограмға тиклем, Баҙлыҡ ауылы) үҙ ауырлыҡ үлсәмендә еңеп сыҡты.
Һәр кем милләте яҙмышын ҡулындағы ҡәләме менән яҙа. Үҙ заманында М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған яугир яҙыусы Ғабдулла Әхмәтшин ошо төбәктең Яңы Бикташ ауылында тыуған. Ул яҡташтары тормошон өйрәнеп, бик күп очерктар менән бер рәттән сәхнәләрҙе шаулатҡан пьесалар ҙа ижад иткән. Ҡулдарына билбау тотоп сыҡҡан был егеттәр, көрәшсе әләмен күтәреп, шулай уҡ замана башҡорттары тарихын теркәй. Ниндәй генә ғәмәлдәр башҡарһаҡ та, улар милләтебеҙ бәҫен, рухын күтәрерлек булһын!
Бишбүләктең исеме “биш” һәм “бүләк” һүҙҙәренән килеп сыҡҡан тигән фекер ҙә бөгөн кире ҡағылды. Баҡтиһәң, ул “биш” һәм “бүлек”тән тыуған икән. Күпселек тәшкил иткән биш милләт көн итә был төбәктә, әммә барыһы ла аҫабалыҡ хоҡуғы алған башҡорттар ерендә йәшәй.