Етем бала аҡса сығанағы түгел21.04.2017
Етем бала аҡса сығанағы түгел Бөгөн тәрбиәгә бала алған кешеләр тураһында ике төрлө ҡараш йәшәй. Берәүҙәр уларҙы аҡсаға ҡыҙыға тип һанаһа, икенселәре етемгә ғаилә йылыһы бирергә тырышҡандарҙы маҡтап телгә ала. Үткән аҙнала бер парҙың уллыҡҡа алған ете баланы етемдәр йортона кире тапшырыуы хаҡында барлыҡ матбуғат саралары хәбәр итте. Калининградтан Мәскәүгә күсеп килеп, баш ҡалала һәр бала өсөн вәғәҙә ителгән 85-әр мең һумға дәғүә итә алмағас, ата-әсә балаларҙан баш тартыу яғын ҡарай. Быға тиклем Калининградта һәр баланы тәрбиәләгән өсөн 18-әр мең һум түләнгән. Мәскәүҙә даими теркәү урындары булмағас, урындағы социаль хеҙмәт уларға пособие күләмен арттырырға теләмәй. Ғаилә айына барлығы 150 мең һум тирәһе аҡса алған була, бынан тыш, төрлө льготаларҙан файҙаланған.
Өс йәштән алып 12 йәшкә тиклемге ҡыҙ һәм малайҙарҙы кире Калининградҡа оҙаттылар. Ҙурыраҡтары, бәлки, аңлай­ҙыр, ә бына өс йәшлек сабый “атай”, “әсәй” тип өйрәнгән кешеләрен һағынып илаясаҡ, әлбиттә. Бындай ҡот осҡос битарафлыҡтан йөрәк һыҙлай, кешенең шул тиклем туң, бәғерһеҙ булыуына аптырарһың.
Был башҡа һыймаҫлыҡ хәл баланы тәрбиәгә алыуҙы бизнес-проект тип ҡабул иткән сираттағы мутлашыусыларҙы фаш итте. Тот та “оҙон аҡса” артынан Мәскәүгә күсеп кит, имеш: бындай “изге күңелле” кешеләргә бер түгел, ете баланы нисек опекаға бирҙеләр икән? Был “проекттары” тормошҡа ашманы, тимәк, унан еңел генә ҡотолорға уйланылар. Уларҙы “кеше” тип әйтергә тел әйләнмәй, балалар менән уйнап туйҙылар ҙа, аҫтыртын эштәре килеп сыҡмағас, сығарып ташланылар. Әллә бурысҡа батҡан булып, сабыйҙар ярҙа­мында түләнеләрме икән? Кредит ҡап­ланһа, етемдәр – табыш сығанағы – кәрәкмәй.
Төбәгенә ҡарап, пособие күләменең айырмаһы ни тиклем ҙур булыуын да күрҙек. Дөрөҫмө был? Уйлап ҡараһаң, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ни бары бишәр мең һум алған опекундар Мәскәү кешеләренән ни ере менән кәм?
Бала ҡарай алһаң һәм тәрбиәнең ни икәнен белһәң генә опекаға ризалашыу хәйерле. Эйе, етемде үҫтереү еңел түгел, һин булмышың менән эргәңдә сит бала икәнлеген һиҙәһең. Уға яҡын булып, ятты ҡабул итә белеү тик киң күңелле, иманлы кешеләргә генә хас. Мосолмандарҙа етем сабый тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирелә, сөнки был – изге ғәмәл. Етемде ҡыуан­дырыу – мең сауап, тиҙәр.
Опекундарға, һеҙҙең кеүектәр бармаҡ менән һанарлыҡ, тип әйтер инем. Нин­дәйҙер мөғжизә көтмәгеҙ, иңгә яуаплылыҡ алғас, тәрбиәләгән балаларығыҙҙан күңел йылыһын йәлләмәгеҙ, уларҙы аҡса эшләү сығанағы итеп күрмәгеҙ, зинһар.


Вернуться назад