Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай21.04.2017
Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһында баш мөхәррир булып эшләгәндә республика Мәғариф министрлығына йыш килә торғайным, сөнки күп яңылыҡтарҙы, ниндәй саралар үтәсәге тураһында мәғлүмәттәрҙе ала инем. Был йәһәттән инспекторҙар ҙур ярҙам күрһәтте, шуның өсөн иң тәүҙә уларҙың бүлмәһенә инеү матур ғәҙәткә әйләнде.
Бер ваҡыт алсаҡ, мөләйем йөҙлө, баҫалҡы ғына ҡыҙ бала менән осраштым. Ни өсөндөр республиканың педагогия училищеларынан саҡырылғандар, директорҙан башлап ябай уҡы­тыусыға тиклем гел генә уның янында йыйыла, һорауҙарын биреп кәрәкле яуаптар ала, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә. Уҡытыу-тәрбиә пландарын бергәләп ҡарап кәңәшләшеп тә алалар. Был ҡыҙ бала педагогия училищелары буйынса махсус инспектор Зөлфиә Ишембәтова икән. Эйе, ул саҡта ла педагогия училищелары, башланғыс кластар өсөн уҡытыусылар әҙерләү менән бер рәттән, балалар баҡсала­ры­на, мәктәптән тыш учреждение­ларға, ятаҡтарға тәрбиәселәр, пионер йорттарына хеҙмәткәрҙәр, өлкән пионервожатыйҙар әҙерләү менән шөғөлләнде. Ҡыҫҡаһы, был уҡыу йорттары мәғариф тар­мағының мөһим өлөшөн тәшкил итте. Инспектор тирәһендә кәңәш, ярҙам һорап килгәндәрҙең күпле­ге юҡҡа булмаған икән. Ул бында артабанғы эш өсөн әҙерлек мәктәбе үткән.
Оҙаҡламай Зөлфиә Ишембә­то­ваны Салауат педагогия учи­лищеһына директор итеп тәғәйен­ләйҙәр. “Уҫал ҡарашлы Ярышевты алмаштыра алырмы икән? Зөлфиә тауыш күтәреп һөйләшә лә белмәй, үтә кешелекле, коллектив туплау уның өсөн бик ауыр буласаҡ”, — тип ҡайһы берәүҙәр икеләнеп тә ҡуйҙы.
Бер йыл ваҡыт та үтмәне, бик уңған һәм эшлекле коллектив барлыҡҡа килде, уҡытыу-тәрбиә өлкәһендә матур традицияларҙы һаҡлап, артабан үҫтереү хәстәр­леге күрелде. Аҙ ғына ваҡыт эсендә Зөлфиә Ишембәтова һәләтле ойоштороусы, оҫта етәк­сегә әйләнде. Быға уның һиҙгер­леге, тойомлау һәләте ярҙам итте.
Мәғариф донъяһында үҙгә­рештәр йыш теркәлә, заман талабына яуап итеп яңы белгестәр әҙерләргә тура килде. Бөгөн урта һөнәри белем биреү стратегияһы һәм кәрәкле йүнәлештәре иҫәпкә алынып, үҙгәрештәр бара. Мәғарифты, бигерәк тә урта махсус белем биреү учреждениеларын үҙгәртеп ҡороу хеҙмәт баҙары ихтыяждарын, ошо шарт­тарҙа илдең һәм республиканың иҡтисади талаптарын иҫәпкә алып тормошҡа ашырыла. Рес­публиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ярашлы, сәнәғәт һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе өсөн эреләштерелгән ете һөнәр буйынса белгестәр әҙерләнә. Һуңғы ваҡыттарҙа колледжда һанлы мәғлүмәтте эшкәртеү оҫтаһы, социаль хеҙмәткәрҙәр әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә, сөнки быны баҙар шарттары үҙе талап итә. Техник профилле эшселәр, ҡаланың сәнәғәт тармағы һораған белгестәр әҙерләү ҙә ситтә тороп ҡалмай, был йүнәлеш уҡыу йортоноң иғтибар үҙәгендә. Туризм, ҡунаҡхана сервисы буйынса белгестәрҙе һәр урында ихлас күңел менән ҡабул итәләр.
Колледж директоры Зөлфиә Ишембәтова белгестәр әҙерләүҙә сит илдәр менән бәйләнеш ойош­тороуҙы мөһим һанай. ЮНЕСКО, Германия менән хеҙмәттәшлек – шуның асыҡ миҫалы. Уҡытыу­сылар һәм студенттар төркөмө йыл һайын Германияға барып тәжрибә уртаҡлаша. Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы тигәндәй, сит илдән дә белем усағына йыш киләләр, Башҡортостан менән ихлас күңелдән танышалар.
Колледжда уҡыу менән бер рәттән, өҫтәмә һөнәр алыу өсөн дә шарттар булдырылған. Белем биреү программаһы студент­тарҙың теләктәрен, ихтыяждарын иҫәпкә алып төҙөлә, бер ниндәй ҙә ҡамасаулыҡ килтермәй. Педагогия коллективы студент­тарҙың һөнәри әҙерлеге яҡшы сифатлы булһын өсөн тырышлыҡ һала, быға уҡыу йортонда һыналған баһа биреүҙең рейтинг системаһы, сертификатлау ныҡ ярҙам итә.
Салауат күп профилле колледжы етәкселеге йәнә бер изге һәм үтә мөһим йүнәлеш асып ебәрҙе. Тәбиғәт тарафынан ҡыйырһытылған йәки башҡа сәбәптәр менән сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән йәштәргә һөнәри белем алыу мөмкинлеген тәьмин иттеләр. Бындай студенттар үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле шәхес итеп тоя, һөнәр алып, тормоштоң оло юлына сыға. Уларға уҡыу-тәрбиә биреү өсөн колледжда бөтә шарттар булдырылған. Һөнәр алыуҙан тыш, үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөйҙәр, спорт менән шөғөллә­нәләр. Араларында хатта ил чемпионы исеменә лайыҡ булған спортсылар бар.
Педагогия коллективының был изге план-теләктәрен Баш­ҡорт­остан Хөкүмәте хуплап, уҡыу йортона 20 миллион һум аҡса бүлде. Һөҙөмтә күренә: сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр, белем һәм һөнәр алып йәмғиәтебеҙҙең төрлө өлкәләрен­дә үҙ урынын табып ҡыуана, ихлас рәхмәт әйтә. Әйткәндәй, улар өсөн махсус автобус алынған, дистанциялы белем биреү алымдары файҙаланыла.
Бөгөн дипломлы йәш кешене үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаштырыу – иң ауыр мәсьәлә­ләрҙең береһе. Был йәһәттән Салауат колледжы менән эшкә урынлаштырыу үҙәге араһында ныҡлы бәйләнеш булдырылған. Белгестәргә ихтыяж буйынса мониторинг ойошторолған – әле хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәр­ҙәр хупланғанын белеп була. Шуға күрә колледжда йәштәргә белем биреү төрлө предприятиелар менән килешеп, уларҙың талаптарын иҫәпкә алып башҡа­рыла. Һөҙөмтәлә эш менән тәьмин итеүселәр һәм уҡыу йорто араһында аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡмай, колледжды тамам­лағандар үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Быға колледждың “Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе” лә ныҡ ярҙам итә.
Һәр кемгә билдәле: ниндәй генә предприятие йәки ойошма булмаһын, төп үрнәкте етәксе күрһәтергә тейеш. Был йәһәттән Зөлфиә Ишембәтованан ысын мәғәнәһендә өлгө алырға була. Ул уҡытыу-тәрбиә процесына, мәғарифҡа ҡағылған бөтә яңы­лыҡтар менән танышып бара, алдынғы алымдар һәм яңы технологияларҙы уҡытыу процесында файҙаланыуҙы талап итә, уның өҫтәленән бер ҡасан да методик әҙәбиәт өҙөлмәй. Педагогия фәндәре буйынса канди­датлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы. Байтаҡ уҡытыусылар был тәңгәлдә уға эйәрә. Иң мөһиме – колледжда уңған, эште яратып башҡарған коллектив тупланған.
Рәсәйҙең йөҙәрләгән урта һөнәри белем биреү йорттары араһында Салауат һәм Стәрле­тамаҡ күп профилле колледждары (директоры – педагогия фән­дәре кандидаты, доцент В.Н. Усевич) алдынғылар исемлегендә тора.
Зөлфиә Ишембәтова йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул ҡала советы депутаты булараҡ та ҙур эш башҡара. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса уға “Йыл кешеһе” тигән почетлы исем бирелгән. Уҡытыу-тәрбиә эшен­дәге ҙур уңыштары, оҫта етәксе­леге өсөн “Башҡортостан Рес­публикаһының атҡаҙанған уҡы­тыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булған.


Вернуться назад