Берҙе киҫһәң, икене ултырт21.04.2017
Берҙе киҫһәң, икене ултыртБашҡортостан – мөғжизәләр иле. Ул бөгөн дә беҙҙе тәбиғи байлыҡтары – иҫәпһеҙ-һанһыҙ йылға-шишмәләре, ҡалын урмандары, тау битләүҙәре, үҙәндәре менән һоҡландыра.
Элек-электән халыҡ тәбиғәт менән берлектә йәшәгән. Ата-бабаларыбыҙ тәбиғи байлыҡты ҡәҙерләп һаҡлаған, һәр ғаиләлә балаларына ошондай тәрбиә бирергә тырышҡан. “Бер ағасты киҫһәң, икене ултырт”, – тигәндәр. Ысынлап та, беҙҙе бар иткән дә, йәшәткән дә – тәбиғәт. Ул – атлап йөрөр ере­беҙ, һулар һауабыҙ, эсәр һыуы­быҙ. Башҡортостандың ҡайһы ғына төбәген алһаҡ та, гүзәллегенә иҫең китерлек. Ул үҙенең матурлығы, ҡабатланмаҫ хозур урындары ме­нән күңел­дәрҙе әсир итә. Халҡы­быҙҙың тәбиғи ҡомартҡылары, рухи ҡиммәттәре быуаттар буйы һаҡ­ланып килгән, шуға күрә улар беҙгә бик ҡәҙерле.
Халыҡ араһында экологик мә­ҙәниәт, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булдырыу һәм үҫтереү, тәбиғи мираҫты һаҡлау – беҙҙең изге бурыс. Экология йылында районыбыҙҙа барған төҙөк­лән­дереү, тәбиғәтте һаҡлау сараларына мәҙәни саралар ҙа өҫтәлде.
Күгәрсен район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм район мәҙә­ниәт йорто Экология йылына арналған ауыл биләмәләре фольклор коллективтары араһында “Халыҡ ынйылары” фес­тивале иғлан итте. Уның төп маҡсаты – районда йәшәгән халыҡтың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тер­геҙеү, тыуған яҡ тарихын өйрәнеү, тыуған ергә ҡарата илһөйәрлек тойғоһо, тарихи мираҫҡа һаҡсыл ҡараш, йәш быуынға халыҡ ижады аша ошоларҙы һеңдереү.
Был сара бер ай дауам итә. Тәүгеләрҙән булып Юлдыбай, Ялсы, Түбәнге Бикҡужа, Волостновка, Исем, Йомағужа, Зареченка һәм Ишбирҙе ауыл биләмә­ләренең фольклор коллективтары сығыш яһаны. Изге урындар – “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы, Әүлиә тауы, Эйәрлетау, “Ыҡ” дәүләт заказнигына ҡараған “Ҡыҙылташ”, “Маяҡтау” һәм башҡа урындар – районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы.
Был сарала фольклор коллективтары халҡыбыҙҙың йолаларын күрһәтә, Экология йылына арналған күргәҙмәләр ойошторола.
Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр. Беҙ – тәбиғәт балалары, шуға күрә Ер-Әсәне рәнйетмәйек, тәбиғәт байлыҡтарына ҡарата һаҡсыл бу­лайыҡ. Үҙенә изгелек ҡылған­дарға ғына тәбиғәт миһырбанлы булыр.


Вернуться назад