Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?21.04.2017
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?Юнир АҘНАҒОЛОВ, Рәсәй һәм Баш­ҡортостан Журналистар союзы ағзаһы:
– “Башҡортостан” (“Ҡыҙыл Башҡортос­тан”, “Совет Башҡортостаны”) гәзитен 50 йыл­дан ашыу алдырып уҡыным. Һуңғы осорҙа ваҡытлы матбуғатҡа, бигерәк тә милли телдәге баҫ­ма­ларға яҙылыуҙың ҡырҡа кәмеүе ҙур борсо­лоуға һала.

Байтаҡ район, ҡалаларҙа “Башҡор­тостан”­ға яҙылыу йомғаҡтары ғәжәпкә ҡалдыра, бындай вайымһыҙлыҡты нисек аңлатырға? Бер дана гәзит алдырған Благовещен районында 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса – 4700, дүрт дана алдырған Благовар районында – 11 меңдән ашыу, алты-ете дана алдырған Шаран, Бишбүләк райондарында 5500 – 5700-ләп башҡорт теркәлгән. “Баш­ҡорт­остан” гәзитен алдырыусылар һаны Йылайыр, Ҡариҙел, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Тә­теш­ле, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарын­да 50 дананан да артмай. Был төбәктәрҙәге мәктәптәр, башҡа мәғариф уч­реж­­де­ние­лары, йәмәғәт, мәҙәниәт ойошмалары – клубтар, китапханалар, дәүләт власы, үҙидара органдары ғына ла күпме?! Ошо уңайҙан бер үк шарттарҙа булған Илеш, Краснокама, Ҡыр­мыҫ­ҡалы, Әлшәй райондарында “Башҡорт­ос­тан”ға яҙылыу күрһәткестәре юғары кимәлдә икәненә күҙ һалайыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Башҡортостан”ға яҙы­лыу ҡайһы бер ҡалаларҙа ла һүлпән ойош­торолған. Әйтәйек, 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән Стәрлетамаҡта 25 дана, йәғни 1600 кешегә бер гәзит, алдыралар. Ваҡытын­да Башҡортостандың баш ҡалаһы булған ҡала халҡы республикабыҙҙың 100 йыллығын шулай ҡаршыларға әҙерләнәме, хөрмәтле стәрлета­маҡ­тар? Октябрьский ҡалаһында 700 – 800 милләттәшебеҙгә, Өфө ҡалаһында – 570-кә, Салауатта 500 кешегә бер гәзит тура килә. Урал аръяғының баш ҡалаһы булған 30 меңләп башҡорт йәшәгән данлы Сибайҙа ла күрһәт­кестәр маҡтанырлыҡ түгел – 160 дана ғына.
Милли баҫмаларға яҙылыу кимәле беҙҙең һәр беребеҙҙән тора. Республикабыҙҙың төп гәзиттәренең береһе булған “Башҡортос­тан”дың туған телебеҙ, милли рухиәтебеҙ һаҡ­сы­һы, ҡурсалаусыһы, үҫтереүсеһе икәнен онот­майыҡ, битарафлыҡ күрһәтмәйек.
Был уңайҙан тағы ла бер кәлимә һүҙ. Матбуғат, киң мәғлүмәт сараһы булараҡ, ҙур ижтимағи-сәйәси, социаль проблемаларҙы хәл итеү бурысын башҡара. Ә милли гәзит-журналдар ике­ләтә яуаплы бурысты үтәй.
Бер быуатлыҡ тарихлы, милләтебеҙҙең тотҡаһы булған “Башҡортостан” гәзитен һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, уның уҡыусылары булып ҡалайыҡ. Был – беҙҙең һәр беребеҙҙең милләтебеҙ алдындағы изге бурысы.


Вернуться назад