ИЛДЕҢ КИЛӘСӘГЕ ҺИНДӘ, САБЫЙ!21.04.2017
ИЛДЕҢ КИЛӘСӘГЕ  ҺИНДӘ, САБЫЙ!Сабый тауышы яңғыраған өйҙә күңелле. Балалы ғаилә бәхетле. Бәхетле ғаиләләре күп булған илдең нигеҙе ныҡлы, киләсәге өмөтлө. Дәүләт үҙе лә демографияның үҫеше өсөн ҙур көс һала. Әсәлек капиталы, бушлай ер участкаһы бүлеү, башҡа төрлө ташламалар... Ошоларға өҫтәп, Башҡортостанда быйыл тағы бер ярҙам сараһы булдырылды. Тәүге сабыйҙары тыуғас, торлаҡҡа мохтаж йәш ғаиләләргә 300 мең һум күләмендә аҡса бүленә. Был йәһәттән ғаризаларҙы һәм документтарҙы май уртаһында ҡабул итә башлаясаҡтар. Әлегә матди ярҙамға 2200 тирәһе ғаилә дәғүә итә, быға 660 миллион һум сығым китәсәк. Программаға барлығы бер миллиард һум тирәһе аҡса бүленгән, тимәк, бығаса иҫәптә тормаған мохтаждар сиратҡа баҫып өлгөрә ала әле.


Вернуться назад