Ул йылда еләк бик уңды. Ҡатынымды, ике дуҫымды һәм уларҙың һеңлекәштәрен эйәртеп, ауылдан биш-алты саҡрым алыҫлыҡтағы урманға киттек. Һауыттарыбыҙҙы тиҙ генә тултырып, туйғансы еләк менән һыйланып, тағы ла ике-өс көндән ошо уҡ кешеләр бергәләшеп килергә һүҙ ҡуйышып ҡайттыҡ. Тик әҙәмде нәфсе боҙа ла ҡуя шул. Дуҫтарым иртәгәһенә үк, миңә өндәшеп тормайынса, үҙҙәре генә яңы компания төҙөп, кисәге урынға һыпыртҡан. Әлбиттә, күңел ҡырылды инде бер аҙ. Етмәһә, берәүһенә: “Ниңә улай эшләнегеҙ?” – тиһәм, “Урмандағы еләклек шәхси баҡсағыҙ түгел әле”, – тип кенә ебәрҙе.
Тағы ла бер көндән ауылдың яртыһы биҙрә-көйәнтәләр, ашамлыҡлы төйөнсәктәр тотоп, таң һарыһынан урман яғына ағыла башламаһынмы! Исмаһам, берәйһе: “Әйҙәгеҙ, беҙҙең менән”, – тип өндәшһәсе! Юҡ, былай булмай, тим, эстән генә. Кешеләр урманға инеп юғалғас: “Бисәкәй, беҙ ҙә йөрөп ҡайтайыҡ”, – тинем.
Бүтәндәргә күренмәй генә ҡырҡындың арғы осона үттек. Ҡатыныма: “Мин тегеләрҙе айыу булып шаяртам, һин ҡурҡмай ғына еләк йыйыуыңды бел”, – тип үҙем тағы ла арыраҡ киттем дә айыу булып тауышлана башланым. Арыу ғына итеп үкереп ебәрәм дә шарт та шорт итеп ҡоро ағас ботаҡтарын һындырам, нәҙегерәктәрен һелкетеп алам, юлымда осраған бер-ике серек киҫкәне тибеп осорҙом. Һунарсы улы булғас, айыу тауышын ғына сығара беләм, хатта балалары булып сыйнап та ебәрәм.
Әле генә шау-гөр килеп еләк йыйған халыҡ шып туҡтап ҡалды. Шунан һыҙғырып, ҡысҡырып “айыу”ҙы ҡурҡыта башланылар. Кемеһелер шәберәк итеп һөрәнләргә тырыша, ҡайһыһылыр бармаҡтарын ауыҙына тығып, әсе итеп һыҙғыра, кемдәрҙер яман итеп һүгенә – урман дер һелкенеп торған һымаҡ. Ә мин баяғынан да хәтәрерәк айыу булып ҡыланам.
Бер заман тегеләр, биҙрәләренә һуғып, тимер тауышы сығара башланы. Мин дә бирешмәйем. Шулай ҙа бер мәл урман тып-тын булып ҡалды. Еләк йыйыусылар шарылдаша-шарылдаша ҡайтыу юлы яғына сабышты. Үҙем ҡурҡып киттем, былар төрлө яҡҡа таралышып, аҙашып ҡуйһа йә араларында йөрәк сирлеләре булып, бер-бер хәлгә тарыһа? Тиҙ генә тегеләрҙең еләк йыйған ерҙәрен тикшереп сыға һалдым. Бер нисә яулыҡ, бер- ике төйөнсәк һәм кемдеңдер аяғынан төшөп ҡалған ҡатаһынан башҡа әйбер осраманы. Аллаға шөкөр, һушһыҙ ятҡандары ла юҡ!
Еләкселәр эләгә-һөрлөгә ауыл яғына йүгерҙе. Үҙҙәре һуңынан: “Барып еләк йыя башлағайныҡ ҡына, ғаиләһе менән айыуҙар килеп ябырылды, ауылға тиклем ҡыуалап килделәр. Эй, Хоҙайым, ярай имен-аман ҡотолдоҡ. Башҡаса урманға ҡурай еләге тип аяҡ та баҫаһыбыҙ юҡ”, – тип һөйләгәндәр.