Сәйәхәтсе донъяһына бер сәйәхәт19.04.2017
Сәйәхәтсе донъяһына бер сәйәхәтӘхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала йәш эшҡыуар һәм сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев Республика инженер лицей-интернаты уҡыусылары менән осрашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, бала саҡ хыялдары, сит илдәргә сәйәхәте тураһында һөйләне. Монголдарҙың нисек йәшәүе, Һиндостанда башҡорт егетен ни өсөн Тадж-Махал мәсетенә индермәүҙәре хаҡында ла һәм башҡаһын бәйән итте.
Ата-әсәһе уны Сибай янындағы ауылда йәшәгән өләсәһенә ҡалдырғас, йыш ҡына ҡалаға сығып китеү хыялы менән янған икән ул. Ауыл осонда автобустан алып ҡалғандары ла булған, юл һалыусыларҙың “Камаз”дарынан да төшөргәндәр. “Мажараларға тартылыуым шунан башланғандыр”, – ти үҙе был хаҡта.
Денис өс телдә – башҡортса, русса, инглизсә иркен аралаша. Сит телде лә махсус өйрәнеп йөрөмәгән, бары мәктәптә үҙләштергән. Әйткәндәй, гәзит уҡыусыларыбыҙ был егеттең йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүе, Америка ҡунағына Башҡортостанды күрһәтеүе хаҡында хәбәрҙар. Әлеге осрашыуҙа ла ошо хаҡта һөйләп, американлының “ҡайтҡас, ҡунаҡ саҡырам да башҡорттар кеүек һыйлайым” тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө. Шул арала бер уҡыусы: “Ә инглиз телен белмәүселәр менән аралашыу, аңлашыу ҡатмарлығы тыумаймы?” – тип һораны.
– Юҡ, аяҡ бар, ҡул бар – шулар ярҙамында күрһәтеп бирәһең, – тип башланы һүҙен Денис. – Мәҫәлән, Монголияла бер мәл тамаҡ ялғарға булып киттек. Сәйханаларына индек. Менюлары булмағас, ниндәй ит икәнен һорашырға кәрәк булды. Официантҡа ҡараным да, иткә төртөп күрһәтеп, “Мәә?” тип һораным. Теге лә юғалып ҡалманы, баш һелкеп, “Мәә” тип яуапланы. Шул рәүешле һарыҡ ите икәнен асыҡланыҡ.
Ә уҡыусыларҙың “Ниндәй ил нығыраҡ оҡшаны?” тигән һорауына егермеләп илде гиҙгән сәйәхәтсе: “Башҡа ерҙәр һәммәһе лә матур, үҙенсәлекле, ләкин күңелгә ятҡаны берәү – Башҡортостан ғына”, – тип яуапланы. Киләһе һорау шулай яңғыраны: “Башҡортостанды ситтә беләләрме?” Баҡһаң, республикабыҙҙы йөҙ кешенең береһе генә белә икән. “Шуға ла сит илдә “Ҡайҙанһың?” тигән һорауға “Башҡортостандан” тип яуаплаһаң, аптырап ҡалалар. Ә мин махсус рәүештә Рәсәйҙәнмен тип түгел, сөнки уны былай ҙа беләләр, ә Башҡортостанданмын тип яуаплайым. Һуңынан иһә рәхәтләнеп Ватаным тураһында һөйләп бирәм”, – ти Денис.
– Һиндостанда, мәҫәлән, кешене күреү менән уның ҡайҙан икәнлеге хаҡында фаразлау киң таралған. Мине иһә күптәре үҙҙәренеке тип уйлай ине. Берәүҙәр “Афғанстандан, Пакистандан” тип фаразланы. Уларға “Башҡортостанданмын”, тип яуапланым.
Һиндостанда булғанын хәбәр иткәс иһә, бер бала урынынан һикереп үк тигәндәй тороп: “Ә Тадж-Махалда булдығыҙмы?” – тип һорай һалды. Денис Өмөтбаев йылмайып уҡ яуаплап ҡуйҙы үҙенә: “Күрҙем, ләкин эсенә үк инеп булманы, сөнки йома ине, ә ул көндө Һиндостан мосолмандарын ғына индерәләр икән”.
Был егет йәнә шуныһы менән арбаны: йөҙөнән йылмайыу һис китмәй. Ҡасан ҡарама, шундай бер ябайлыҡ менән йөҙөн яҡтырта. Сит илдәрҙең береһендә ул ошолай берәүгә йылмайып ҡарағас, тегеһе иптәштәренә барып: “Ул миңә йылмайҙы, йылмайҙы!” – тип аптыраған икән хатта.
Уҡыусылар йәш сәйәхәтсенән шулай уҡ сит ерҙәрҙә рәсәйҙәргә ҡарата нығынған фекерҙәр тураһында ла ҡыҙыҡһынып һораны. Баҡһаң, сит илдәгеләр “Рәсәй” тигән һүҙҙә һыуыҡты һәм айыуҙы күҙ алдына килтерә икән.
– Күп мәғлүмәт уларға телевизорҙан һалына, – тип һүҙен дауам итте Денис. – Үҙем иһә стереотип тигән нәмәгә ышанмайым, ә хис һәм аңым менән етәкселек итәм. Әйткәндәй, телевизорҙы ла ҡарамайым, кәрәкмәгән мәғлүмәт күп унда. Мейе иһә сүп-сарҙы эшкәртергә түгел, ул үҙе мәғлүмәт етештерергә тейеш.
Шул арала “Ә нисек уңышлы кеше булырға?” тигән һорау яңғырап ҡуйҙы. Денис Өмөтбаевтың быға ла яуабы табылды:
– Уңышлы булырға ынтылырға түгел, ә үҙеңде хәҙерҙән үк уңышлы тип һанай башларға кәрәк. Әйтәйек, “Ошо мәктәптә уҡып, мин уңышлы буласаҡмын” тигән маҡсат ҡуймаҫҡа, ә “Был мәктәптә мин уңышлы булғаным өсөн уҡыйым” тигән уйҙы үҙеңә һеңдерергә кәрәк. Юғары уҡыу йортона ингәс тә, “Унда уҡып, уңышлы буласаҡмын” тип түгел, ә “Мин уңышлы булғаным өсөн ошо юғары уҡыу йортона индем” тип әйтергә кәрәк.
Осрашыуҙы йомғаҡлап, Денис сәйәхәт фотоларын күрһәтте. Һәр һүрәтте ҡараған һайын, уҡыусыларҙың күҙҙәрендә ялҡын тағы ла нығыраҡ сағылды.



Вернуться назад