“Алло, һеҙ ҡиммәтле бүләк оттоғоҙ!”05.04.2012
Алдау “схемалары” билдәле булһа ла, ҡармаҡҡа ҡабыусылар һаман бар
Өлкән йәштәге кешеләрҙе алдау осраҡтары тураһында йыш яҙабыҙ. Бындай мутлыҡтар көн дә тиерлек ҡабатлана. Күңеле керле кешеләр өлкән йәштәгеләрҙең насар күреүенән, хәтере ҡаҡшауынан, бала һымаҡ ышаныусанлығынан файҙаланырға әҙер генә тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай енәйәттәр һаны бер ҙә кәмемәй.

Бер үк тоҙаҡҡа…

“Күрәҙәселәр”, “социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре”, “осһоҙ” ит, бал, картуф һатыусылар һәм башҡа ролгә ингән бурҙар оло йәштәгеләргә үҙ “тауарын” тәҡдим итеп, ишек астыра. Бабайҙың йә әбейҙең аҡсаһы ҡайҙа ятҡанын аңдый. Ғәҙәттә, улар икәүләп йөрөй. Береһе әңгәмәсеһен һүҙ менән әүрәткән арала, икенсеһе аҡсаны “йомоп” та өлгөрә.
Айырыуса һуңғы арала телефон ярҙамында мутлашыусылар күбәйҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был енәйәттәрҙе башҡарыусыларҙың осона сығыуы ауыр, сөнки улар юғалған паспорттарға эйә йәки башҡа кешеләр исеменә теркәлгән sim-карталарҙан шылтырата. Иң үкенеслеһе шул: оло йәштәгеләр мутлашыусыларҙың ҡармағына йышыраҡ эләгә. Алдаҡсыларҙың яйға һалынған “схема” менән эш итеүен билдәләргә кәрәк: “Улығыҙ (ирегеҙ, ҡустығыҙ) ғәйебе менән авария булды. Әгәр хәҙер ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен саҡырһаҡ, ул өс-биш йылға төрмәгә ултырасаҡ. Ярҙам итергә теләһәгеҙ, 50 мең һум (унан да күберәк һорауҙары ихтимал) аҡса әҙерләп ҡуйығыҙ”. Алданыусы иҫенә килеп тә өлгөрмәй, бурҙарға аҡсаһын тоттороп та ебәрә. Шаңҡыған килеш, әлбиттә, туғандарына шылтыратып та тормай. Һуңынан ғына ғаилә ағзаларының имен-аман, һау-сәләмәт булыуы асыҡлана. Әгәр һеҙгә ошоға оҡшаш шылтыратыу була икән, тәү сиратта телефондан “02” һандарын йыйығыҙ. Быны йә стационар телефондан, йә күршегеҙҙекенән эшләргә кәрәк, сөнки һеҙҙең телефонды бурҙар тыңлауы ихтимал. Һуңынан яҡындарығыҙға шылтыратығыҙ.

“Һеҙ ҡиммәтле бүләк оттоғоҙ!”

“Билдәле автоконцерн тарафынан үткәрелгән акцияла ҡиммәтле бүләк оттоғоҙ. Уны әллә нисә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ҡалаға барып алырға кәрәк”, – тип тәҡдим итәләр. Бүләкте аҡсалата алырға ла мөмкин икән. Бының өсөн ни бары күрһәтелгән телефон һандарына аҡса күсерергә генә кәрәк. Был хәйләгә тамам ышанған кеше шунда уҡ кәрәкле сумманы күсерә һәм көтә… Инде көтөк булып бөткәс кенә, алданғанын аңлай. Был осраҡта бушлай сырҙың ҡапҡанда ғына булыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Әлеге схема менән эш итеүселәр беҙҙең бер ҡатлылыҡҡа өмөт итә лә инде. Былтыр “Европа плюс” радиоһы үткәргән акцияла еңеүсеһегеҙ тип халыҡты алдау осраҡтары йышайғайны. Әгәр ниндәйҙер телефонға аҡса күсереү, отҡан бүләгегеҙҙе алып килеү өсөн сығымдарҙы ҡаплау кеүек шылтыратыуҙар була икән, тәүҙә, мотлаҡ ойошманың үҙенә мөрәжәғәт итеп, барыһын да ентекләп һорашығыҙ. Бындай акцияларҙың күпселеге еңел аҡса көҫәүселәр тарафынан ойошторолғанын онотмағыҙ.

Оло йәштәге һәр кешегә – автомобиль

Социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре булып оло йәштәгеләрҙең фатирына инеү, “ҡара көнгә” тип һаҡлаған аҡсаһын урлау осраҡтары бихисап. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында бер ир 85 йәшлек инәйгә үҙен ҡала хакимиәте хеҙмәткәре тип таныштыра һәм өлкән йәштәгеләргә машина биреү өсөн документтар йыйыуын әйтә. Йәнәһе лә, автомобилдәр һатып алынған, “тимер ат”тарҙы буласаҡ хужаларының ишек төбөнә алып килеп ҡуйыу өсөн ни бары 7,5 мең һум аҡса кәрәк. Күктән төшкән был бүләккә инәй шул тиклем ҡыуана. Хатта ҡарап та тормай, барлыҡ ҡағыҙҙарҙың аҫтына ҡултамға ҡуя ла хәләл аҡсаһын тоттороп та ебәрә. Бер көн үтеүгә инәйҙең күҙе асыла төшә, һәм ул был мәғлүмәтте тикшереү өсөн хакимиәткә шылтырата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда автомобилдәр тураһында бер нәмә лә ишетмәгәндәр икән. Шуға һеҙҙең ишекте шаҡыған таныш булмаған кешеләрҙең документтарын тикшерергә онотмағыҙ, ҡайһы ойошманан икәнен һорап, уның ысынлап та тап шул ерҙә эшләү-эшләмәүен белешеп шылтыратығыҙ. Шик таралғас ҡына, уға ишек асырға мөмкин.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Вернуться назад