Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 100 йыллығын билдәләү мәсьәләһенә бәйле, электрон һәм ваҡытлы матбуғат сараларында төрлө, хатта ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр әйтелә. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Марат Ямалов менән “Башҡортостан” гәзитендәге әңгәмә лә (Рәшит Кәлимуллин, “Уяндымы “ләғнәт ителгән астар һәм ҡолдар донъяһы?”, 2017 йыл,
4 апрель, № 38) бер яҡлы ғына ҡабул ителмәй. Тарих фәндәре докторының совет осоронда белем алып, ҡарашы ла шул нигеҙҙә формалашыуы күҙгә ташланып тора.“Октябрь ваҡиғалары төрлөсә баһалана. Уларҙы Рәсәйҙә генә түгел, донъя тарихында боролошло ваҡиға, тигән ҡараш белдереүселәр ҙә бар, ти Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Анатолий Торкунов. Октябрь ваҡиғалары Рәсәй инҡилабының йүнәлешен тамырҙан үҙгәртте... Октябрь революцияһы һәм унан һуңғы Граждандар һуғышы ерлегендә властың нигеҙе итеп көс ҡулланыу һайлап алынды, илдә хосуси милекселек институты бөтөрөлдө”.
Уларҙың тәнҡит күҙлегенән баһаланыуы йәки үҙенсәлекле тарихи үҫеш эҙемтәһе булараҡ ҡабул ителеүе тәбиғи, сөнки һәр кем “үҙ манараһы” бейеклегенән тороп фекерләй. Берәүҙәр аңындағын донъя цивилизацияһының уртаҡ ҡанундары аша үткәреп еткерһә, икенселәр “урыҫ цивилизацияһының ҡабатланмаҫлығы”на һуҡтырып, ҡайһы саҡ нигеҙһеҙ һығымталар яһай.
“Аҡ генералдар диктатураһы менән большевистик совет власы араһында һайлау” тигән фекер, бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, уңышһыҙ килеп сыҡҡан. Генералдар түгел, ә большевиктар “пролетариат диктатураһы” урынлаштырырға ынтылған һәм быны асыҡтан-асыҡ һөйләгән. Был – бер.
Икенсенән, “һайлау” күп халыҡтарҙан торған империяла төрлө сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, башҡорттар революция уларҙың ерле автономияға хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирә тип иҫәпләгән һәм Рәсәйҙе Ойоштороу йыйылышына был хоҡуҡтарҙы яҡларлыҡ ышаныслы делегаттарын ебәргән. Большевиктар илдең киләсәген халыҡтарҙың законлы ихтыяры нигеҙендә билдәләйәсәк был форумды ҡыуып таратмаһа, бәлки, Граждандар һуғышы ла булмаҫ ине тигән ҡараш, моғайын, урынһыҙ түгелдер. Әгәр ҙә 90-сы йылдарҙа “социалистик” ҡоролош Советтар Союзы менән бергә тарихҡа китеп бармаһа, авторҙың фекере, бәлки, ваҡыт һынауын үткән тип һаналыр ине.
Шул уҡ ваҡытта тарихсы үҙе лә “87 процент халҡы ауылда йәшәгән илдә ниндәй социализм тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин?” тигән шик белдерә. Бөгөн Октябрь ваҡиғаларының йәмғиәт аңының эволюцион үҫешенә кире йоғонто яһауы иҫбатлауға мохтаж түгел кеүек. Эйе, һүҙ социаль-иҡтисади үҫеш түгел, аң даирәһе тураһында. 1945 йылда ғына әле 26 миллион ҡорбан биреп һаҡлап ҡалынған дәүләтте ни бары 45 йыл үтеүгә ҡорал тотоп яҡларға кеше табылмаһын әле!
Яңыраҡ сәйәси ҡараштары менән айырылып торған иҡтисадсы Михаил Хазин “Рәсәйгә 2017 йылға сәйәси фараз” тип аталған хеҙмәтендә илебеҙҙә монархияны тергеҙергә маташыусы көстәр эш итеүе тураһында яҙҙы. Һүҙ, ысынлап та, ХХ быуаттың төп ҡаҙанышы – демократия түгел, ә ХIХ быуатта тарихҡа оҙатылған монархия хаҡында бара, һәм быны һис кенә лә аҡылға һыя торған күренеш тип баһалап булмай. Тимәк, һуңғы бер быуат эсендә Рәсәй йәмәғәтселегенең ижтимағи аңы үҫеш кисермәгән! Тимәк, Рәсәйҙә монархия тураһында һүҙ ҡуҙғатырлыҡ сәбәптәр барлыҡҡа килгән.
Профессорҙың, “Интервенттарға буйһонған аҡ ғәскәрҙән айырмалы илдең бойондороҡһоҙлоғон һәм бөтөнлөгөн яҡлаған” большевиктарҙың халыҡ яғынан яҡлау табыуы тураһындағы фекере ҡаршылыҡлы. Ә бит интервенттар, совет дәреслектәрендә раҫланыуынса, батша монархияһын тергеҙеүҙән бигерәк Рәсәй империяһы иҡтисадына һалынған, большевиктар тарафынан дәүләтләштерелгән капиталын ҡайтарыу өсөн һуғыш башларға мәжбүр булған, сөнки хосуси милек уларҙа әле лә изге. Дөрөҫ, улар маҡсатына өлгәшә биреп ҡуйған, мәҫәлән, Себер киңлектәренән генә 1000 вагон байлыҡ сығарғандар.
Әйтелгән фекер башҡорт халҡының ҡарашы менән дә тап килмәй. Дөрөҫ, был тема үҙе айырым һөйләшеүгә торошло, ләкин бер-ике хәл-күренеште телгә алыу ҡамасауламаҫ кеүек. Башҡорт хөкүмәтенең фарманына ярашлы, бер бөтөндө тәшкил иткән башҡорттар араһында аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа булмаған. Әммә большевиктарҙың ҡанһыҙ сәйәсәте башҡорт йәмғиәтен ҡапма-ҡаршы ике төркөмгә бүлеп, бер-береһенә ҡаршы һуғыштырыуға өлгәшә. Аҫаба башҡорттарҙың ер биләүгә һәм эске идараға хоҡуҡтарын юҡҡа сығарған Совет власын яҡлауы, әлбиттә, мөмкин булмаған күренеш. Мәрхүм журналист Рәүеф Насировтың, әйткәндәй, ул “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында партия бюроһы секретары ла булды, 2000 йылдар башында һөйләгән бер хәбәре иҫтә ҡалған. Архив материалдары араһында ҡыҙылдар яғында йөрөгән ауылдаштарымды таба алманым, тине ул. Ҡайҙа булғандар? Тимәк, аҡтар яғында йөрөгәндәр.
Журналист Рәшит Кәлимуллиндың, “Ни өсөн башҡа илдәрҙә шундай түңкәрелешкә юл ҡуйылмаған йәки ундай тәрән эҙемтәләргә алып килмәгән?” тигән һорауы яуапһыҙ ҡалған. Тарихсы “илебеҙ халҡының фекерләү ҡеүәһендә большевизм элементтары элек тә өҫтөнлөк алған” тигән фекер менән сикләнгән. Һорау, ысынлап та, бик ҡатмарлы. Мәҫәлән, большевиктар йыш һылтанырға яратҡан Француз революцияһы хатта XVIII быуатта ла хосуси милекселек институтын юҡ итеүгә барып етмәгән. Хикмәт, моғайын, Рәсәй фәҡирҙәре араһында хосуси милекселеккә мөнәсәбәттең һуң дәрәжәлә кире булыуындалыр. Күренекле урыҫ философы Николай Бердяев “Истоки и смысл русского коммунизма” тип аталған хеҙмәтендә, мәҫәлән, урыҫ йәмғиәтенең татыу булмауы, бер өлөшөнөң, әлбиттә, ярлыларҙың XVI, ә байҙарҙың ХХ быуатта көн итеүе, тимәк, аңдарының да шул рәүешле булыуы тураһында тиктәҫкә телгә алмаған. Хосуси милеккә мөнәсәбәтте алпауыт имениеларын яндырыу аша ла күҙ алдына баҫтырып була торғандыр, һәм унда XIX быуат урталарына саҡлы йәшәп килгән крепостной хоҡуҡтың йоғонтоһо көслө булғандыр. Көнбайыш илдәрендә етеш тормошҡа юл асҡан, көслө социаль сәйәсәт үткәрергә булышлыҡ иткән либерализм Рәсәйҙә әле лә яҡлау таба алмай бит.
Ниндәй генә синфи ҡаршылыҡтарға дусар ителмәһен, француз йәмғиәте бөтөнлөгөн юғалтмаған, аҡылын юймаған. Бында, әлбиттә, Францияның бер нигеҙҙә ойошоуы ла ниндәйҙер роль уйнағандыр. Ләкин “юғары”нан, йәғни варягтар тарафынан ойошторолған урыҫ дәүләтендә был ҡағиҙә эш итмәй. Беҙҙә кеше ни тиклем фәҡирерәк, уның властарға нәфрәте лә шул дәрәжәлә көслөрәк. Был – бер. Икенсенән, борон-борондан ғәҙеллек тураһында хыялланған, күптән түгел генә император указы менән крепостной хоҡуҡтан азат ителгән халыҡ, моғайын, ғәҙеллек урынлаштыра алыуҙарына ышанғандыр. Көнкүреш кимәлендә булһа ла. Әммә Карл Маркстың, идара ҡолдар ҡулына бер көнгә генә бирелгәндә лә, ул көндә ҡырағай ҡылыҡтар эш итәсәк, тигән һүҙҙәре Октябрь инҡилабынан һуң аҙым һайын күҙәтелгән хәлдәргә ишара яһай.
“Әсәһе хаҡында Ленин күп һөйләй, тип дауам итә профессор. Әсәһенең Рәсәйҙе һәм уның халҡын яратмауы билдәле. Ә ул (Ленин) яратҡанмы илен?” Миҫалға В.И. Лениндың 1914 йылдың көҙөндә яҙылған “Һуғыш һәм Рәсәй социал-демократияһы” тигән Ватанға ҡарата ғәҙелһеҙлек һәм нәфрәт менән һуғарылған манифесынан өҙөк килтерелә. “... Эшселәр синыфы һәм Рәсәйҙең барлыҡ халыҡтарының хеҙмәтсән ҡатламы күҙлегенән ҡарағанда, батша монархияһының, Европа менән Азияның иң күп милләттәрен һәм күпселек халҡын иҙеп йәшәгән иң реакцион һәм ҡырағай хөкүмәттең еңелеүе бөтә яуызлыҡтарҙың да иң бәләкәйе булыр ине”.
Батша монархияһы әлбиттә, тотош Рәсәй түгел, сөнки хеҙмәттәге фекерҙәр туранан-тура батша власына төбәлгән. Рәсәй империяһын “халыҡтар төрмәһе” тип атаған Владимир Ильич “инородецтар” күҙлегенән ҡарағанда йөҙ тапҡыр хаҡлы. XVI быуатта Мәскәү батшалығына ике төп шарт: ер биләүгә аҫабалыҡ һәм эске идара хоҡуҡтарын ҡуйып ҡушылған башҡорт халҡын был хоҡуҡтарҙан мәхрүм итеү, ерҙәрен баҫып алыу өсөн ниҙәр генә ҡылынмаған. Тотош XVIII быуат буйына халҡыбыҙ ошо хоҡуҡтарын даулап, бер-бер артлы көрәшкә күтәрелергә мәжбүр булған. Был иҙеү түгелме ни? Ә поляк конфедераттары? Император Александр I хатта “Европа жандармы” исеме күтәрә. Крәҫтиәндәрен ҡол итеп тотҡан император!
“Уның (Лениндың) ризаһыҙлыҡ күрһәткән крәҫтиәндәргә йәки ҡала халҡына ҡарата аяуһыҙлығына, киң репрессияны, хатта вәхшилек алымдарын файҙаланырға ныҡышыуына таң ҡалаһың”, ти тарихсы. Ә Петр I? Иван Грозный? Екатерина II һ.б.? Тәүгеһе кеүек, мәйеттәр өҫтөнә ҡала һалдырып, уға үҙ исемен ҡуштырған башҡа “бөйөк” шәхес бармы икән? Лев Толстой иң яман һүҙҙәр менән ҡылыҡһырлаған һәм бар эшмәкәрлеген ерҙәр баҫып алыуға арнаған тәүге император Совет осоронда ла “бөйөк” булып йөрөнө.
Тарихты хөкөм итмәйҙәр, унан һабаҡ алыу фарыз. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең илдә ундай һабаҡ алынғаны күҙәтелмәй. Европаға ҡарағыҙ: 2008 йылда донъя финанс көрсөгө башланғас, Германияның алты тиҫтә самаһы хәлле гражданы, үҙҙәренә һалымды арттырыуҙы һорап, хөкүмәткә мөрәжәғәт итте. Рәсәй олигархтары иһә көнләшерлек “тынлыҡ” һаҡланы. Бөгөн улар, бар көсөн һалып, килемгә прогрессив һалым индереүгә ҡаршы төшә һәм теләгенә ирешә.