Күпер бәйләр араларҙы19.04.2017
Күпер бәйләр араларҙы Меңәр быуаттар үтһә лә, һыу юлдары бер ерҙе икенсеһенә тоташтырыу, бер яҡтан икенсе киңлеккә сығыу мөмкинлеген биреү сараһын үтәй. Йылғалар аша заман талаптарына яуап биргән күперҙәр һалыу – бөгөн тотош илдең социаль һәм иҡтисади хәлен көйләүсе шарттарҙың береһе. Республика ерҙәренең Көньяҡ Урал тауҙарында һәм Көнсығыш Европа тигеҙлегендә урынлашыуы һәм 12 мең самаһы йылға, 2 700 тирәһе күл һәм быуа менән һуғарылыуын иҫәпкә алғанда, төбәк иҡтисадының тотороҡлоғо һыу ресурстарына ла бәйле булыуын күҙалларға мөмкин.
Уралтау һырттарының төнь­яҡ өлөшөнән башланғыс алып, дөйөм майҙаны 53,1 мең квадрат саҡрымды тәшкил иткән, 918 саҡрымғаса һуҙылған Ҡариҙел йылғаһы республика­быҙҙың төньяҡ райондары аша үтеп, Ағиҙелгә ҡоя.
Билдәле булыуынса, 2001 йылда Ҡариҙел ауылы билә­мәһендә Ҡариҙел йылғаһы аша понтон күпер файҙа­ланыуға тапшырылды.
Әммә ул йылына ике тапҡыр (ҡыш һәм яҙ айҙарында) һүтеп алынырға тейеш. Һөҙөмтәлә Ҡар­иҙел йылғаһы аша автотранспорт хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла. Был ауыл халҡы өсөн ҙур ғына ҡатмарлыҡтар тыу­ҙыра. Етмәһә, ҡышҡыһын боҙ өҫтөнән йөрөү, яҙлы-көҙлө катер, паромдарҙа йөҙөү хәүеф­ле лә. Боҙ киткән осорҙа ауылға юл бөтөнләйе менән өҙөлөп тора. Район етәкселеге һәм ауыл халҡы был ҡатмарлы мәсь­ә­ләне хәл итеүҙе күпер төҙөүҙә күрә. Әммә проект ҙур сығымдар талап итә. Төҙөлөш­тө федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә генә хәл итеп буласағы аңлашыла. Шуға ла мәсьәлә оҙаҡ йылдар “вәғәҙә­ләнгән” эштәр иҫәбендә генә ҡала килә.
Ниһайәт, 2013 йылда боҙ ҡуҙғала. Әлеге ваҡытта күперҙе төҙөү буйынса проект эштәренә 42 миллион һум күләмендә аҡса киткән. Ҡариҙел йылғаһы аша һалынасаҡ яңы күпер “Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы” автомобиль юлы төҙөлөшө проектына индерелеүе менән дә отошло.
Төҙөлөш эштәренең заказ­сыһы – Башҡортостан Респуб­ли­каһының юл хужалығы ида­ралығы. Объекттың дөйөм хаҡы – 1 млрд. 723 млн. 925 мең һум.
Төҙөлөш эштәре өс-дүрт йылға иҫәпләнгән. “Башҡорт­остандың 100 йыллығына – 100 объект” күләмле республика акцияһы сиктәрендә төҙөлгән күпер 2019 йылда файҙала­ныуға тапшырыласаҡ.


Вернуться назад