Барыһы ла халыҡ өсөн19.04.2017
Барыһы ла халыҡ өсөнҒорурланып йәшәр ғәзиз ер...
Ҡариҙелем, тыуған яғым минең,
Йөрәккәйем һиңә тоташҡан.
Аҡ ҡайындар серле бышылдаша,
Сал тауҙарың күккә олғашҡан.
Ҡариҙелем, тыуған яғым минең,
Алһыу таңдар тыныс атһындар.
Мәңге шулай гүзәл йырҙар менән
Балаларың һиңә ҡайтһындар.
Ҡариҙелем, тыуған яғым минең,
Тыуған тупраҡ, изге ерем һин.
Бармы икән һиндәй гүзәл, күркәм,
Ғорурланып йәшәр ғәзиз ил?

Л. ФӘЙЗЕЛОВА.

Район 1932 йылдың 20 февралендә барлыҡҡа килгән, Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан. Майҙаны – 3 786 квадрат километр, шуның 2 347 квадрат километрын урман биләй. Район үҙәге Өфөнән 217 километр алыҫлыҡта ята, иң яҡын тимер юл станцияһы – “Суртан күле” (Пермь крайы). 2010 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 13 меңдән ашыу башҡорт, 7 меңдән күберәк татар, 5 меңдән ашыуыраҡ урыҫ, бынан тыш, бүтән милләттәр ҙә йәшәй. Ылыҫлы урмандарҙың күплегенә һәм Павловка һыу һаҡлағысының матурлығына һоҡланып, халыҡ Ҡариҙелде “икенсе Швейцария” тип тә йөрөтә. Йырҙарҙа данланған Ҡариҙел һыуҙары Йүрүҙән, Кирҙә, Байҡы һәм Өрөш йылғалары ҡушылдыҡтары менән бергә киң, зәңгәр таҫма булып районды ике өлөшкә бүлеп аға. Һул яҡ яры – урман биләмәһе, бында башлыса ағас эшкәртеү менән шөғөлләнәләр. Дала ерҙәрендә иһә ауыл хужалығы үҫешкән. Районды Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлы киҫеп үтә. 2001 йылда Ҡариҙел йылғаһы аша понтон күпере һалынған. Был төбәк дүрт Советтар Союзы Геройы биргән, улар – Петр Корочкин, Николай Романов, Сергей Черепахин һәм Нурлы Миңләхмәтов. Рәсәй Геройы исеменә Владимир Әлимов, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә Василий Дульцев лайыҡ булған.

Барыһы ла халыҡ өсөн Төбәктә социаль өлкәгә ҙур иғтибар бүленә. Дәүләт программаларына ярашлы, айырым категориялағы граждандарға йорттар төҙөлә, мохтаждарға, законға ярашлы, төрлө социаль ярҙамдар күрһәтелә. Мәҫәлән, 2013 йылда Йәштәр биҫтәһендә күп фатирлы йорт сафҡа ингән. Һөҙөмтәлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындары, уҡытыусылар, табиптар һәм йәш ғаиләләр өй туйлаған. Йәмғеһе 21 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылған. Абыҙ ауылында етем балалар өсөн ике фатирлы биш йорт төҙөлгән. 2015 йылда муниципалитетта ун ғаилә (улар араһынан өсәүһе күп балалылар иҫәбендә) “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһы сиктәрендә 10 миллион һумлыҡ субсидия алһа, дүрт ғаилә “Торлаҡ” программаһына ярашлы, 2,5 миллион һумға йорт төҙөү йәки һатып алыу өсөн сертификат алып ҡыуанған.
2016 йылда Әртәкүл ауылында авария хәлендәге ике фатирлы өс һәм өс фатирлы бер йорт төҙөкләндерелгән. Был йүнәлештә әле лә эштәр дауам итә.
Район етәкселегенең төп принцибы – район халҡының йәшәү кимәлен күтәреү. Шуның өсөн дә биләмәлә юлдарҙы төҙөкләндереү, күперҙәр һа­лыу, һыу торбаларын яңыртыу һәр саҡ Ҡариҙел районы хаки­миәтенең иғтибар үҙәгендә.
Барыһы ла халыҡ өсөнҺуңғы бер нисә йылда был юҫыҡта күп эштәр башҡа­рыл­ған. 2014 йылда республика бюджеты иҫәбенә Тигермән ауылында Байҡы йылғаһы аша күпер һалынған. “Киләсәктең инженерҙары” халыҡ-ара форумы алдынан “Йондоҙло” физкультура-һауыҡтырыу комплексына илткән юл төҙөклән­дерелгән. 2015 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә район үҙәгендә парк, күҙәтеү майҙансығы асылған, “Һаулыҡ һуҡмағы” һалынған. Быйыл тағы Яңы Муллаҡай менән Муллаҡай ауылдары араһын­дағы Төй йылғаһы аша күпер һалынып, иң төпкөл һаналған Үрге Һөйән ауылы­ныҡы­ларҙың да район үҙәгенә тиклемге юлы күпкә ҡыҫҡартылған. Ә инде Кирҙә – Әтнәш – Первомайск араһындағы юлдың сафҡа инеүе ысын мәғәнәһендә тарихи мәл. Быға тиклем Кирҙә ауылы халҡы район үҙәгенә яҡшы юлға тейенмәгән. Хәҙер инде юлға ҡағылышлы бар мәсьәләләр ҙә яйға һалынған. Тағы ла Ҡариҙел урман хужа­лығыныҡыларға баш ҡалаға етештергән продукцияларын алып барыу өсөн Өфө йылға­һын йөҙөп сығыу кәрәкмәй, һәм юл ике тапҡырға ҡыҫҡарған.
2016 йылда район бюджеты иҫәбенә 35 саҡрым юл төҙөк­лән­дерелгән, Магинск, Урғыш, Байҡыбаш ауылдарына илткән юлға асфальт һалынған. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партия­һының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә Байҡыбашта – балалар майҙансығы, Байҡы һәм Шамрат ауылдарында – йәйәү­леләр өсөн күпер, район үҙә­ген­дә Социалистик Хеҙмәт Геройы В. Дульцев исемен­дәге сквер барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ былтыр 17 ауыл биләмәһенең 14-е “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә конкурстан үткән һәм быйыл улар тормошҡа ашырыласаҡ. Төбәктә йылылыҡ, электр энергияһы, һыу менән тәьмин итеү йәһәтенән дә мәсьәләләр ваҡытында һәм сифатлы башҡарыла килә.
Барыһы ла халыҡ өсөнБарлыҡҡа килеү тарихы бер нисә быуатты үҙ эсенә алған был райондың бөгөнгө йөҙө, әлбиттә, кешелектең иң юғары социаль талаптарына тура килә. Ә шулай ҙа, ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, кеше – ул йәшәйеш кимәлен күрһәтеү­се берҙән-бер сығанаҡ. Шуның өсөн дә райондарҙа, төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡ социаль яҡтан яҡланған һәм ҡәнәғәт булһын ине...


Вернуться назад