Тармаҡта тәртип кәрәк!19.04.2017
Тармаҡта тәртип кәрәк! Кем ҡала буйлап маршрут автобустарында йөрөгәне бар, белә: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уртаса тиҙлек, тәртип һәм хәүефһеҙлек – беҙҙең юлдарға хас түгел ғәмәлдәр. Иртән дә, кис тә туҡталыштарҙа бер үк күренеш: төрлө ҙурлыҡтағы автобустар, мөмкин булған барлыҡ ҡағиҙәләрҙе боҙоп, “юлдан китегеҙ” тип сигнал бирә-бирә, пассажирҙар өсөн көрәшә, ә ҡуҙғалып киткәс, киләһе туҡталышҡа алданыраҡ барып етер өсөн уҙышмаҡтан алға елдерә.
Хәйер, төрлө ғәмәлдәр менән төрлө ергә юлланыусы ябай пассажирҙар ваҡытында тейешле урынға имен-аман барып етһә – булған. Ғәҙәттә, автобус водителдәренә иғтибар ҙа итмәйбеҙ, маршруттарҙың хужаһы кем булыуы иһә беҙгә бөтөнләй мөһим түгел. Тик статистика мәғлүмәттәре генә уйла­нырға мәжбүр итә... Былтыр автобус води­телдәре ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары һаны 8,5 процентҡа артҡан, 204 юл фажиғә­һендә дүрт кеше һәләк булған, 324-е йәрәхәтләнгән. Йыл ағымында автобус водителдәре ҡатнашлығындағы 125 мең юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән.
Легаль юл менән эшләүселәр һәм легаль булмаған, тимәк, туранан-тура ҡануниәтте боҙған ташыусылар араһындағы “һуғыш” – айырым тема. Беренсенән, легаль булмаған ташыусылар хәүефһеҙлек мәсьәләләренә бөтөнләй ҡул һелтәй, автобустар маршрутҡа техник тикшереү үтмәйенсә сыға, водителдәрҙең иҫерек килеш йә иһә наркотиктар ҡулланғандан һуң рулгә ултырған осраҡтары ла бихисап. Уйлап ҡарағыҙ: ошондай кеше пассажирҙар өсөн көрәштә тиҙлек режимы, автобустың тыңҡыслап тултырылыуын, юл ҡағиҙәләрен үтәүҙе ҡайғыртып торамы?
Икенсенән, тармаҡты тулыһынса тиерлек мигранттар баҫып алған: сит-ят телдә һөйләшеп, милли көйҙәрен тыңлап йөрөгән водителдәр аҙым һайын, халыҡ күнегеп бөткән. Улар араһында беҙҙең ергә законлы рәүештә килгәндәр күпме, ҡанундарға таянып йәшәгән-эшләгән кешеләр ни тиклем? Ни өсөн ошондай килемле өлкәлә урындағы халыҡ эшләй алмай? Ялҡау­лыҡтанмы, әллә тармаҡ тулыһынса сит-яттар ҡулына күсеп бөткәнгәме? Ә беҙ “эшһеҙлек”, “яҡташтарыбыҙ Себер ҡыҙыра” тигән булабыҙ...
Шуныһы аяныслы: беҙҙең кеҫәнән килә торған килем артынан ҡыуғанда ташыусылар кешелекһеҙ аҙымға, башҡа һыймаҫлыҡ енәйәткә барыуы ла ихтимал. Күптән түгел баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә көпә-көндөҙ автобус маршруттары хужаһын вәхшиҙәрсә үлтереп китеү ҙә – ошо юҫыҡтан. Ғаиләһен ҡарайым тип үҙ эшен асҡан яҡташыбыҙ, дүрт бала атаһын, әлбиттә, хәҙер бер нисек тә кире ҡайтарып булмай. Әммә был енәйәттә хөрмәтле кешене, эре транспорт компанияһы етәкселәренең береһен, ғәйепләүҙәре хәлде тағы ла аяныслыраҡ итә: туймаған нәфсе, ҡомһоҙлоҡ кеүек сифаттар кеше ғүмеренән дә ҡиммәтерәк килеп сығамы?
Күптән түгел Өфө янындағы бер урында маршрут автобустары хужа­ларының үҙ-ара низағлашыуы атыш менән тамамланыуы, бер нисә кеше­нең яраланып, дауаханаға эләгеүе; юлдарҙа конкуренттарҙың бер-береһенә аварияға алып барыусы хәлдәр тыуҙырыуы, автобустарын яндырыуы, тәгәрмәстәрен тишеүе – ошо иҫәптән. Йәл, әммә ошондай ваҡиғалар һөҙөмтәһендә тәүге сиратта пасса­жирҙарҙың хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янай.
Һанай китһәң, миҫалдар күп. Әлбит­тә, урындағы властар тармаҡтағы хәлдәр тураһында хәбәрҙар, проблеманы иғтибарһыҙ ҡалдырғаны юҡ: юлдарҙа тәртип урынлаштырыу өсөн төрлө саралар күрелә, ҡағиҙәләр үҙгәрә, ҡануни йәһәттән нығытыла. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация кәңәшмә­һенең ултырышын уҙғарҙы, унда автобустар менән пасса­жирҙарҙы ташығанда хәүефһеҙ­лек кимәлен күтәреү һәм легаль булмаған ташыусыларҙың эшмәкәр­ләген сикләү проблемалары тикшерелде.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, былтыр баш ҡала өсөн республика ярҙамында экологик яҡтан таҙа яғыулыҡ менән йөрөүсе 100 автобус һатып алынған, республика һәм федераль ҡаҙна иҫә­бенә Затон күпере сафҡа индерелгән, Тимашево йүнәлешендәге юл тәртипкә килтерелә. Һәм, ҡайҙа ғына булмаһын, йәмәғәт транспорты тәүге сиратта хәүефһеҙ булырға, ҡағиҙәләргә ярашлы эшләргә тейеш. Бының өсөн, талап ителә икән, транспорттың башҡа формаларын эҙләү ҙә зарур: метробус, электр транспорты, күп кеше һыйҙы­рышлы автобустар, улар өсөн махсус билдә­ләнгән юл полосалары һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, тармаҡ тәртипкә һалынһа, юлдарҙа ла тәртип буласаҡ. Ә тармаҡты криминал юҫыҡтан сыға­рыу өсөн ведомство-ара эшмәкәрлекте көсәйтеү, республи­каның башҡарма власы органдары менән федераль структураларҙың төбәк бүлексәләренең хеҙмәттәшлеген арттырыу зарур.
Кәңәшмәлә юл хәрәкәте хәүефһеҙ­леген тәьмин итеүсе өҫтәмә саралар комплексын әҙерләргә ҡарар ителде, шулай уҡ легаль булмаған ташыусы­ларҙы асыҡлау һәм сикләү йәһәтенән контроль-надзор эшмәкәрлек көсәйте­ләсәк. Нисек кенә булмаһын, төрлө кимәлдәге власть органдары проблеманы хәл итеүгә ныҡлап тотонмайынса, пассажирҙарҙы ташыу тармағында тәртип урынлаштырыу мөмкин түгел.


Вернуться назад