Ҡышҡы йоҡонан уянғас…18.04.2017
Оҙон йоҡоло ҡыштан һуң, ниһайәт, түҙемһеҙләнеп көткән яҙ беҙгә ишек ҡаға. Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, донъя шулай нурға ҡойонғанда, йөрәктәр ҙә елкенмәй ҡала алмай. Ошо һоҡланғыс миҙгелдә Юлбарыҫ ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы күрше Быҙаулыҡ ауылынан тиңдәштәрен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Йыр-моңға, уйын-көлкөгә ҡоролған “Йәгеҙ әле, ағинәйҙәр!” байрам сараһы ойошторолдо.
Бына, ниһайәт, билдәләнгән көн килеп етте. Тамашасылар ҙа күп кенә йыйылды, ҡунаҡтар ҙа килде. Зал сәскә-гөлдәр менән матур итеп биҙәлгән. Һәр кемдең күңелендә нур, байрам кәйефе сағыла.
Юлбарыҫ ауылы ағинәйҙәре үҙ командаһын – “Шатлыҡ”, ә ҡунаҡтар “Әхирәттәр” тип атаны. Байрам булғас, әлбиттә, беренсе конкурс үҙенсәлекле ҡотлау ине. “Шатлыҡ”тар – балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсе­ләре, онотолоп барған октябрят, пионер һәм комсомол ойошмалары исеменән дә, һалдаттар булып та ҡотланы. “Әхирәттәр” үҙ сиратында юлбарыҫтарға йырлы сәләм һәм бүләктәрен тапшырҙы.
Артабан барыһына ла таныш булған әкиәттәрҙе заманға ярашлы үҙгәртеп, яңы әкиәт ижад итеү һәм сәхнәләштереү бурысы торҙо. Ҡунаҡтар – “Шалҡан”ды, ә хужалар “Тирмә”не һайланы. “Торлаҡ проблемаһы”, “ипотека”, “кредит”, “мөлкәтеңде закладҡа һалыу”, “отолоу”, “әсәлек капиталы” кеүек көндәлек тормошта ҡулланған һүҙҙәр был конкурста сағылыш тапты.
“Йырлы һорауға – йырлы яуап”, “Шаян һорауға – шаян яуаптар”, “Әйтемде дауам ит…”, “Пантомима. Театр” тип аталды киләһе конкурстар.
Әйтеп үтергә кәрәк, ике ауылдың ағинәйҙәре лә шундай талантлылар, Һамар ауыл Советы биләмәһендә ойошторолған бер байрам да уларһыҙ үтмәй. Халыҡ та ағинәйҙәрҙең сығышын ярата. Уйын-конкурстар араһында музыкаль сығыштар үҙе матур концертҡа әйләнде, көслө алҡыштарға күмелде.


Вернуться назад