Талпынған ҡош осмай ҡалмай18.04.2017
Талпынған ҡош осмай ҡалмай Бөрйән районының Байназар ауылында Нурсәнә һәм Зиннур Салауатовтарҙың бергә ғаилә ҡороп, татыу ғүмер итеүҙәренә алты тиҫтәнән ашыу йыл үтеп китте. Мәскәү ҡыҙы Нурсәнә Фәйзрахман ҡыҙы ауылға килен булып төшкәс, уның уңғанлығына барыһы ла хайран ҡалды. Зиннур Моталлип улы менән улар татыу ғүмер кисереп, туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙе.
“Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тигән халыҡ мәҡәле тап Салауатовтар ғаиләһенә әйтелә төҫлө. Уларҙың балалары тәрбиәле, ярҙамсыл, әҙәпле, уҡымышлы. Бөгөн бөтә балалары ла матур донъя көтә, мул тормошта йәшәй. Улар юғары белем алып, төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп йөрөй. Араларында уҡытыусы, тәрбиәсе, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте башлығы, крансы, машина йөрөтөүсе лә бар. Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, үҙҙәрен һынатмайҙар, баҫҡан ерҙәрендә ут сығарып, ата-әсәһе, ил-йорто намыҫына тап төшөрмәйҙәр. Һәр береһе үҙ урынын табып, матур ғаилә ҡороп йәшәй. Салауатовтарҙың балалары тураһында һөйләгәндә, талпынған ҡош осмай ҡалмай, тип әйткем килә.
Үткән ғүмер юлын ҙур ҡыуаныс менән иҫтәренә төшөрә Нурсәнә Салауатова:
– Мин был тормоштан ҡәнәғәтмен. Тормош иптәшем менән тыныс йәшәнем. 1955 йылда бала сағым үткән тыуған төйәгем – Мәскәү өлкәһенән тормош юлдашым Зиннурҙы осратып, Башҡортостандың Байназар ауылына килен булып төштөм. Тыуып үҫкән ерҙән килен булып төшкән ер яҡшы, тип йәшәнем ғүмерем буйы. Күршеләрем, дуҫ-иштәрем дә бик яҡшы, үҙ-ара татыубыҙ. Хәҙерге йәштәргә аҡыллы, сабыр, түҙемле, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, бер-береңә ярҙамсыл булырға кәрәклеген һәр саҡ өйрәтәм, – ти ул.
Нурсәнә Фәйзрахман ҡыҙы 25 йылдан ашыу мәктәптә, балалар баҡсаһында, мәҙәниәт йортонда йыйыштырыусы булып эшләй. Йәмәғәт эштәрен дә ул һәр саҡ теләп, ихлас башҡара. Уға бик тә яуаплы бурыстарҙы ышанып тапшыралар. Профсоюз һәм пайсылар комитеты ағзаһы ла була.
Йорт хужаһы Зиннур Моталлип улы ла тырыш, егәрле, эшсән. Ҡырмыҫҡа кеүек, тик ултырмай. Ул оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыға. Уның да фиҙакәр, тырыш хеҙмәтен бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, дәүләт наградалары, иҫтәлекле бүләктәр дәлилләй.
Әлеге көндә йорттары эсен йылылыҡ, матурлыҡ солғап алған. Ағас ағасты терәп, оҙаҡ йылдар ғүмер итә, тиҙәр бит. Улар ҙа шулай бер-береһенә терәк булып, татыу ғүмер кисерә. Һәр беребеҙгә өлгө булырлыҡ Нурсәнә Фәйзрахман ҡыҙы һәм Зиннур Моталлип улы Салауатовтар кеүек матур ғаиләләр күберәк булһын ине.


Вернуться назад